6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Өфө ҡурайсыһы Роберт Юлдашев Николай Носков менән бергә сығыш яһай
07.03.06


       Билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙар ы менән сығыш яһауын дауам итә. Үткән йылда ул Гарик Сукачевтың "Третья чашка" тип аталған яңы альбомы сығыуына арналған концертта ҡатнашып, Сукачев менән бергә ике йыр башҡарғайны.
       Николай Носков менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә ярайһы уҡ емешле булырға оҡшай. Кисә Роберт Мәскәүгә осто, ә инде 11 мартта Кремлдең съездар һарайында Николай Носковтың концерты сиктәрендә "Парк Горького" һәм "Моральный кодекс" кеүек төркөмдәр менән менән сығыш яһаясаҡ.
       Юлдашев әйтеүенсә, Носковтың "По пояс в небе" тигән яңы альбомындағы 12 композицияның унауһы ҡурай моңо ҡатнашлығында яҙылған.
       Танышҡан ваҡытта "Носков фәлсәфәүи текстар, этник музыка һәм рок файҙаланып башҡарылған ҙур рок тураһында идеялар
       менән яна ине" тип аңлата ҡурайсы. "Ул Тибетҡа барып тибет һәм һинд флейтаһының яңғырашына иғтибар итә. Әммә уның күңелен ҡурай моңо яулай".
       Роберт Юлдашевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Носковтың яңы альбомын фәлсәфәүи тип атарға мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал