6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Һәйкәл төҙөү тарихы
07.03.06


       Өфөлә Октябрҙың 50 йыллығы урамында Октябрь революцияһы һ әм Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуйылған. Ул 1975 йы лдың 29 апрелендә асыла.
       Һәйкәл геройҙарҙың монументаль төркөмөн һүрәтләй. Үҙәктә сүкеш менән эшләргә ғәҙәтләнгән эшсе - тимерсе фигураһы тора. Уның уң яғында ҡыҙылармеец, һул яғында крәҫтиән урынлашҡан. Композицияны өлкән йәштәге яугир фигураһы тамамлай. Ул тубығына таянған, бер ҡулы менән яраланған йөрәген ҡыҫҡан, әммә икенсеһе ҡоралын ысҡындырмай. Өс фигура уны үҙ кәүҙәләре менән ҡаплай һәм оло быуындан эстафета ҡабул иткәндәй алға ынтыла.
       Композиция ғәйәт ҙур, уның дөйөм бейеклеге 12 метр, фигураларҙың бейеклеге туғыҙ метр тәшкил итә. Һәйкәлдең бронза өлөштәренең ауырлығы 95 тонна тарта. Үҙенең мөһабәтлеге һәм экспрессияһы арҡаһында төркөм бик хәрәкәтсән, ул алға ынтыла - һәйкәл үҙенең баҙыҡлығы менән
       хәтерҙә ҡала.
       Һәйкәлде эшләү Репин исемендәге Ленинград художество институтының скульптура факультеты сығарылыусыһы Лев Кузнецовҡа йөкмәтелә. Монументты төҙөү ваҡытында ижади йәһәттән архитектор Александр Семенов ярҙам итә. Ул һәйкәлде
       урынына бик уңышлы "бәйләй". Инженерлыҡ эшен инженер - конструктор Александр Коткин башҡара.
       Сәнғәт фәне белгесе, РСФСР - ҙың атҡаҙанған архитекторы
       Барый Ғибат улы Кәлимуллин һәйкәл тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Һәйкәлдең композицияһында профессиональ ҡарашҡа
       ҡыҙыҡһындырырлыҡ урындар күп. Скульптураның үҙенә иҫәпләнгән урынға тап килеүе иғтибарҙы йәлеп итә.
       "Союзнефтеавтоматика" бинаһынан алып ҡала агентлығына тиклем аралыҡта скульптура артыҡ ҙур ҙа, артыҡ бәләкәй ҙә булып күҙгә ташланмай. Скульптураның ҙурлығы шул тиклем теүәл, уны бер аҙ кәметкән хәлдә, һәйкәл алыҫ нөктәнән ҡарағанда үҙенең баҙыҡлығын юғалтыр ине, ә инде бер аҙ ҙурайтҡан осраҡта, ул төҙөлөштән "төшөп ҡаласаҡ", уны "емерәсәк". Бөгөнгө монументаль скульптурала бындай тап килешлеккә өлгәшеү һирәк күренеш.
       Скульптура төркөмөнөң урынлашыуы ла иғтибарға лайыҡ. Шундай классик ҡағиҙә йәшәп килә: симметрик бина фонында симметрик скульптура уның үҙәгендә урынлаша. Был билдәле ҡағиҙә архитектура практикаһы тарафынан да иҫбатлана. Ә беҙ
       һөйләгән осраҡта иһә симметрик бина фонында симметрик скульптура үҙәк күсәрҙән байтаҡҡа ситкә күсерелеп урынлаштырылған. Башта был аңлашылмай ине. Һәйкәлдең күсеүен иҫбатлар өсөн архитекторға майҙанда һәйкәлдең үҙ ҙурлығындағы ағас макетын ҡуйып аңлатырға тура килде. Йәғни классик талап классик булмаған ысул менән башҡарылды, һәм был әйтелгән ҡағиҙәнең бары тик тура мөйөшлө майҙандар өсөн генә тура килеүен иҫбатланы.
       Революция һәм Граждандар һуғышы геройҙарына ҡуйылған һәйкәл авторҙар коллективының туғыҙ йыл дауамындағы оҙайлы һ әм мәшәҡәтле эш һөҙөмтәһе булып тора.
       Был һәйкәл өсөн скульптор Лев Владимирович Кузнецов Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы исеменә лайыҡ була, уға Башҡорт АССР - ының Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты исеме бирелә.
       Скульптор Лев Кузнецов 1923 йылдың 6 мартында Әзербайжанда Ленкорань ҡалаһында донъяға килә. Баҡы художество училищеһында белем ала. Бөйөк Ватан һуғышында взводҡа етәкселек итә. Контузия ала. Ул Бөйөк Ватан һуғышынд а башын һалғандар быуынының вәкиле, уның йәшендәге йөҙ кешенең өсәүһе генә тере ҡала. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән ул юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Ҡырҡ йәшлек сағында Өфөгә килә һәм ошонда эшләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал