6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Сильвер кеҫәһендә көмөш
07.03.06


       "Башинформ" агентлығында Башҡортостан атлеттарының Туринда ойошторолған Олимпия уйындарына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Был уйындарҙа ҡатнашҡан бобслейсы Алексей Селиверстов, биатлонсы Максим Чудов һәм шорт - трексы Вячеслав Кургинян журналистар менән осрашыуға килде. Ике һөйкөмлө спортсы ҡыҙҙың булыуы ла матбуғат конференцияһын биҙәне. Улар Олимпиадала ҡатнашманы, әммә дүр т, һигеҙ, хатта ун ике йылдан һуң үткәреләсәк уйындарҙа ҡатнашырға дәғүә итә алалар әле. Хәйер, Олимпия уйындарынан тыш та ҡыҙҙарға маҡтаныр өсөн сәбәп бар - Ольга Вилухина ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса донъя беренселегендә еңеүсе,
       ә Регина Русаева Рәсәй йыйылма командаһы составында 2005 - 2006 йылдарҙа шайба менән хоккей буйынса донъя
       чемпионатында көмөш призер исемен яуланы. Йәғни Ванкуверҙа,
       йәки, әйтәйек, Сочиҙа үткән Уйындарҙа Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Башҡортостандың ир - аттары ғына түгел, ә
       ҡыҙҙары ла сығыш яһаясаҡ, тип ышанырға була.
       Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙҙәрен бер аҙ оялсаныраҡ тотто. Үҙәк телеканалдарҙан күрһәтелгән йондоҙҙар менән осрашыу еңелдән түгел шул. Урыҫ ракетаһы Максим Чудов, Рәсәй өсөн тәүге олимпия миҙал яулаусы бобслей
       командаһы вәкиле Алексей Селиверстов, олимпия алдынан булған шау - шыу геройы Вячеслав Кургинян - уларҙың һәр береһе үҙе менән бергә Уйындарҙың бер аҙ "өлөшөн" дә алып
       килгән ине.
       Һорауҙар бирергә ваҡыт еткәс, беренсе булып һорау бирергә баҙнат иткән журналист табылманы. Һәм һүҙҙе Алексей Селиверстов алды:
       - Мин өс Олимпиадала булдым һәм һуңғы Уйындар тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә алам. Итальяндар шундай халыҡтыр инде ул, күрәһең. Хатта үҙ ҡалаларында ла береһе лә бер нимә лә белмәй. Бер тапҡыр таксист беҙҙе Турин буйлап уратып йөрөттө , аҡса эшләгәндер инде. Һөҙөмтәлә беҙ "Урыҫ йортона" ҡабул
       итеүгә һуңланыҡ. Киләбеҙ, ә беҙгә һеҙ кем, нимә кәрәк, тип ҡаршы алалар. Тағы бер ҡыҙыҡ мәл: Уйындар асылыуына килдек, әммә беҙгә билет эләкмәне. Ниңә - береһе лә яуап бирә алмай . Беҙ Филипп Егоров менән бер бүлмәлә йәшәй инек. Һәм форма кейербеҙ ҙә барырбыҙ, моғайын, индерерҙәр, тигән ҡарарға килдек. Кейенеп бөткәйнек кенә, беҙҙең пилот Александр Зубко в инә һәм былай ти: "Ярты сәғәттән Францияға китәбеҙ. Унда үҙебеҙең боб өсөн яңы запас частәр ҡараясаҡбыҙ". Уйындарҙы ябыуға ла эләкмәнек, хәйер, тренер беҙгә билет алған ине. Уйындарҙы асыуҙа булмағас, уның ябылыуына ниңә барып йөрөргә ти
       Беҙҙең өсөн спорт ярыштары тәүге күнекмә уҙышында уҡ ҡолауҙан башланды. Алынған йәрәхәттәр киң мәғлүмәт сараларында яҙылғандан да нығыраҡ ине. Боб та бер аҙ йәнселде. Егеттәр үҙҙәрен насар тойоуына ҡарамаҫтан беҙ киләһе уҙышҡа уҡ сыҡтыҡ.
       Гаражда күп ваҡыт уҙғарырға тура килде. Иртәнән кискә тиклем яңы запас частәр ҡуйырға, алмаштырырға һ. б. Был йәһәттән беҙгә Германияла билдәле булған бобслейсы, ике тапҡыр донъя чемпионы Кристоф Ланген ярҙам итте. Уны үҙ илендә ҡыйырһытҡандар, тренер итеп алмағандар, ул бары тик
       консультант ҡына, шуға күрә ул беҙгә ярҙам итте лә инде. Германия йыйылма командаһы вәкилдәре беҙҙең гараж алдында де жур ҙа торҙо, әммә беҙ Лангенды Рәсәй командаһы формаһында сығарҙыҡ, шуға күрә бер кем дә һиҙмәне.
       - Ә бәлки ул киреһенсә, диверсант булғандыр, һәм ҡамасаул ыҡ иткәндер - тип һорау бирҙе бер журналист.
       - Хәл иткес мәлдәрҙә беҙ уны яҡын ебәрмәнек.
       - Ә көмөш миҙалдарҙы нисек йыуҙығыҙ
       - Олимпиадалағы төп Рәсәй валютаһы - урыҫ араҡыһы менән. Әммә беҙгә, спортсыларға, ул күп эләкмәне.
       Биатлонсы Максим Чудов Уйындарҙы ябыу тантанаһында ла булған. Әммә үҙ тәьҫораттары тураһында ул артыҡ сағыу итеп һөйләй алманы. Бары тик байрам мөхите һәм яҡшы ойошторолоу тураһында һүҙҙәре генә хәтерҙә ҡалды, хәйер, быны беҙ
       телевизорҙан да күрә алдыҡ.
       Чудов журналистарға тағы бер тапҡыр үҙенең Олимпия уйындарына эләгеү ышанысы бик үк көслө булмауын әйтеп үтте.
       Бер журналистан башҡалары Максимдан уның АТЫШЫ - төп проблемаһы тураһында һорарға ҡурҡты. Әммә биатлонсы наган
       сығарып атырға керешмәне, ә ғәмһеҙ генә былай тип яуапланы:
       - Саңғы спортынан биатлонға күскәндә мин бөтөнләй сәпкә тейҙерә алмай инем. Атыш өҫтөндә бөгөн бик күп эшләйем - күнекмәләр үтәм.
       Шорт - трексы Вясеслав Кургинян үҙенең сығышында түбәндәге
       һүҙҙәрҙе әйтте:
       - Минең өсөн был тәүге Олимпия уйындары булды. Һәм ул
       ярайһы уҡ тыныс булды тип әйтергә кәрәк, хатта ата - әсәйем
       дә миңә ҡарағанда нығыраҡ борсолдо. Сезон бик көсөргәнешле һанала. Мин Уйындарға һайлау үткәндә яҡшыраҡ формала инем. Һ әм мине йыйылма команданан сығарыуҙары ла яҡшы тәьҫир итмәне, әлбиттә. Олимпиадала яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өмөт тә итмәнем. Миңә ҡалһа, 500 метрға йүгереүҙә яҡшы сыыш яһаным, унда мин үҙем өсөн шәхси рекорд ҡуйҙым.
       Матбуғат конференцияһы тамамланғандан һуң мин Алексей Селиверстов эргәһенә килеп тағы бер һорау бирҙем:
       - Алексей, ә ниңә һеҙ бөгөн миҙалһыҙ килдегеҙ Журналиста р талап алыр тип ҡурҡтығыҙмы
       Ҡайһы бер дуҫтары Сильвер тип йөрөтөүсе егет ( инглиз теленән тәржемә иткәндә был һүҙ көмөш тигәнде аңлата) оялып ҡына былай тип яуапланы:
       - Ә мин уны куртка кеҫәһендә онотоп ҡалдырғанмын...
       - Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле!
       Шул ваҡыт нимә башланғанын күрһәгеҙ! Журналистар миҙалды тотоп ҡарарға, уның менән фотоға төшөргә тотондо.
       - Алексей, ә һеҙгә көмөш миҙал өсөн күпме түләйәсәктәрен беләһегеҙме
       - Белмәйем, белгәс үк хәбәр итермен.
       Ә беҙ беләбеҙ инде, Селиверстов әфәнде. Ватан һеҙҙе еңеү
       өсөн 50 мең сит ил валютаһы менә бүләкләйәсәк ( 30 - Рәсәй ҙән, 20 - Башҡортостандан).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал