6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Тупаҫ уйынсыларҙы артта ҡалдырҙыҡ
06.03.06


       "Салауат Юлаев" командаһы үҙ боҙонда тупаҫ һәм ҡаты көндәшкә нисегерәк ҡаршы торорға мөмкин булыуын күрһәтте. "Себер" коллективының был юлы ла бысраҡ һәм алдауҙарға бай у йыны еңеүгә килтермәне. Хатта ҡунаҡтарҙың оҫта голкиперы Александр Вьюхин да командаһына ярҙам итә алманы. Тәүге тәнәфескә командалар иҫәп "юлаевсылар" файҙаһына 6 : 1 булғанда юлланды. Матч аҙағына тиклем Новосибирск командаһы ҡапҡаһына тағы ике шайба индерелде - 8 : 1.
       "Себер"шунда уҡ үҙ тупаҫлығы арҡаһында бәләгә тарыны. Алтынсы минутта Сидякин һан буйынса өҫтөнлөктө файҙаланды, тағы ике ярым минуттан Берников та гол индереүгә өлгәште. Матчтан һуң кесе Юрзинов матбуғатҡа судья "себерҙәрҙе" һигеҙ
       минут штраф менән бүләкләп, хужа команда көйәрмәндәренә байрам эшләне, тип белдерәсәк. Әммә, Владимир Владимирович, һеҙҙең тәрбиәләнеүселәрегеҙ был "наградаға" ысын
       мәғәнәһендә лайыҡлы. Шул уҡ Кривченковты судья дүрт минутҡа
       ултыртты, ә уға 2+2+2, йәғни алты минут бирергә кәрәк ине. Боҙға бер сыҡҡанда ғына ла был һаҡсы бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуға иреште.
       Ғөмүмән алғанда, нормаль хоккейҙа беренсе периодта 0 : 2 иҫәбе - еңелеү түгел әле. Хәйер, "Себерҙең" был сезондағы уйынын нормаль хоккей тип әйтеп буламы Һәр хәлдә Өфөлә
       бысраҡ алымдар һаны буйынса был команда МВД йәки "Лада"
       клубы командаларына ҡарағанда ла насарыраҡ тәьҫорат
       ҡалдырҙы.
       Өсөнсө һәм дүртенсе голдарҙы "себер" төрлө составта индер ә. Башта Дмитрий Макаров айырылып тора. Өсөнсө голдан һуң кесе Юрзинов тайм - аут ала. "Себер" тағы ла ҡатыраҡ уйнай башлай, әммә бының ярҙамы теймәй. Ярослав Чуприс дүртенсе ша йбаны индерә. Мелешконың бишенсе голы беҙҙә ике фотола һаҡланған. Башта Дмитрий Вьюхиндың аҫҡы мөйөштәрҙе ҡаплап, б оҙ өҫтөнә ҡолауын көтә, артабан ярҙамсыһыҙ ҡалған голкиперҙы урап үтеп, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ шайбаны һыҙыҡ а ртына оҙата.
       Матчтың кем файҙаһына тамамланыры асыҡ булһа ла, боҙ өҫтөндә ярһыуҙар ҡыҙа ғына барҙы. Имәндәй таҙа "юлаевсы" Руслан Берников миниатюр экс - "юлаевсы" Ринат Хәсәнов менән
       сәкәләшеп алды. Хәйләкәр Хәсәнов бирсәткә ырғытманы һәм
       ни бары ике минут штраф алды, бирсәткәләренән яҙған Руслан иһә 4+10 штрафҡа дусар булды. Берников менән бергә эскәмйәгә тағы бер "юлаевсы" Левинский ҙа ултырҙы. "Себер" өҫтөнлөктө файҙаланырға ашыҡты - шайба Головиндың иҫәбендә
       Старт өлөшө тамамланыр алдынан, Константин Макаров тағы ла "юлаевсыларҙың" һан яғынан өҫтөнлөгөн тормошҡа ашырҙы,
       6 : 1. Шайба бишенсе голдан һуң Вьюхинды алмаштырған Куликовтың ҡапҡаһына осоп инде.
       Икенсе периодта "юлаевсылар" бер генә гол индерҙе. Өфө
       тамашасылары мыжый ҙа башланы:
       - Был ниндәй хәл, команда бер урында тик тора, период буй ына ни бары бер гол!
       Беҙҙең "Салауат Юлаев" һәр уйында егерме минут һайын берәр шайба индерһен ине лә бит...
       6 , 1 иҫәбе менән "юлаевсылар" алға сыҡҡас, арбитр "себерҙәрҙе" уйындан сығарыуҙан туҡтаны. Матч дауамында өфөлөләрҙең һәр береһенең тип әйтерлек йөҙөнә сәкән эләкте -
       һәм арбитр ҡағиҙә боҙоуҙарҙың барыһын да күрмәне. Һуңынан, тупаҫ ҡунаҡтарҙың эскәмйәлә хужаларға ҡарағанда аҙыраҡ ултырыуын иҫәпкә алып булһа кәрәк, өфөлөләргә күпселектә уйнарға мөмкинселек бирҙе. Һөҙөмтәлә иҫәп - 8 : 1.
       Күренеүенсә, өфөлөләр Олимпиада ваҡытын дөрөҫ файҙаланған һәм хәҙер плей - офф серияһында үҙҙәрен дәһшәтле дружина итеп күрһәтерҙәр, моғайын. Команда һөжүм итеүҙә агрессив һәм
       оборонала ышаныслы уйын күрһәтә, ә күпселекте файҙаланыу тураһында әйтеп тә торорға түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал