6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутат ҡатын - ҡыҙҙарҙың өлөшөнә төшкән көмөшө
06.03.06


       - Ой, ҡыҙҙар, етеп килгән байрам менән, - йыйылыусыларҙың
       етди статусына ҡарамаҫтан, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Йортонда депутат ҡатын - ҡыҙҙар йыйылышында яңғыраған
       иң популяр мөрәжәғәт ошо һүҙҙәргә ҡайтып ҡалды. Уларҙың күпселеген властың төрлө кимәлендәге - Ауыл советтарынан Рәсәй Дәүләт Йыйылышына тиклем - депутат мандаттарына эйә б улыу берләштерә. Ете йөҙҙән ашыу гүзәл зат - депутаттарҙан тыш йыйылышта республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйестәре, ҡатын - ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
       Республика парламенты спикеры хоҡуғында йыйылышҡа Константин Толкачев етәкселек итте. Ул "Башҡортостандың социаль - рухи үҫешендә депутат ҡатын - ҡыҙҙарҙың роле" темаһына ҡатын - ҡыҙҙар активының да юҡҡа ғына Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө алдынан үтмәүенә иғтибар итте.
       Башҡортостан башлығы Мортаза Рәхимовтың йыйылышта
       ҡатнашыусыларға йүнәлткән тәбрикләү һүҙҙәрен БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров уҡып ишеттерҙе. Унда,
       башлыса, "Ҡатын - ҡыҙ булыу - юғары әхлаҡи миссия" тип әйте лә. Тыуған республика үҫеше өсөн эшләүсе ҡатын - ҡыҙҙың стат усы йылдан - йыл күтәрелә бара. "Рәсәй субъекттары араһында ҡеүәтле, йылдам үҫешеүсе төбәк булараҡ, Башҡортостандың бөгөнгө тотҡан урыны ҡатын - ҡыҙҙарҙың фиҙакәр хеҙмәте,
       талант һәм сикһеҙ энергияһынан тыш мөмкин булмаҫ ине" - тип
       һыҙыҡ өҫтөнә алына сәләм хатында.
       Константин Толкачев президенттың йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатын - ҡыҙҙарҙың хеҙмәтенә биргән баһаһын хуплауын белдерҙе. Бөгөн республика депутат корпусының дүрттән бер өлөшөн ҡатын - ҡыҙҙар тәшкил итә, уларҙың һаны дүрт мең тирәһе. БР Дәүләт Йыйылышына һигеҙ ҡатын - ҡыҙ һайланған. Республикала ҡатын - ҡыҙҙарҙың туғыҙ йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эш алып бара. Үткән йылда 357 ҡатын - ҡыҙ - төрлө өлк ә
       белгестәре - республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды.
       - Ғаилә һәм балалыҡты һаҡлау иң мөһим дәүләт приоритеттары иҫәбендә ҡала, - тип белдерҙе Константин Толкачев. - Нәҡ беҙ ҙең республикала Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып "Ғаилә, әсәлек, а талыҡ һәм балалыҡты һаҡлау тураһында" Закон ҡабул ителде, бе р нисә тапҡыр Башҡортостан үҫешендә нәҡ ошо йүнәлештәргә баҫ ым яһаған йылдар иғлан ителде. 1998 йылдан башлап өс меңдән ашыу күп балалы әсәгә республиканың дәүләт наградалары тапшырылды.
       Әммә парламент спикеры киҫкен мәлдәрҙе лә урап үтмәне. Ул
       ирҙәр һәм ҡатын - ҡыҙҙарҙың тигеҙлеге тураһындағы конституцион норма декларативлыҡтан әлегә тиклем тулыһынса азат ителеп бөтмәүен таныны. Мәҫәлән, ҡайһы бер муниципаль советтарҙа ҡатын - ҡыҙҙар вәкиллеге бөтөнләй юҡ, ә ҡатын - ҡыҙҙарҙың хеҙмәт хаҡы, статистика күрһәтеүенсә, ирҙәрҙең эш хаҡы менән сағыштырғанда 1,6 тапҡыр кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта
       Константин Борисович нәҡ ҡатын - ҡыҙҙарҙы "йәш, нығынып етмәгән быуынды яһалма мәҙәниәттең бысраҡ тулҡынынан һаҡларға" саҡырҙы.
       Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы советы рәйесе Зөлфиә Ҡотлоева (был статусҡа өлгәшеүсе берҙән - бер ҡатын - ҡыҙ) йәмғиәттә тотороҡлоҡто һаҡлауҙа ҡатын - ҡыҙҙарҙың ролен
       баһалап бөтөүе ҡыйын тип белдерҙе: "Нәҡ беҙҙең ҡатын - ҡыҙҙ ар урындарҙа социаль көсөргәнешлеккә юл ҡуймай". БР Ҡатын - ҡыҙҙар союзы башлығы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Рәшиҙә Солтанова ҡатын - ҡыҙҙар активы эшмәкәрлегенә ентекле анализ
       яһаны. Бындай ҙур форум үткәреүҙе ул изге билдә булараҡ баһаланы - ошо уҡ залда ҡатын - ҡыҙ депутаттарҙың йыйылышы ... туғыҙ йыл элек үткән.
       Йыйылышта ҡатнашыусылар республика һәм тотош ил алдында т орған мәсьәләләрҙе тикшереү йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың күп милләтле халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте. "Был мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә юғары идеалдарға тоғро ҡалыусы, ғаилә бәхете һәм күңел йылылығын һаҡлаусы ҡатын - ҡыҙ - әсә өлгөһө булып торған ҡатын - ҡыҙҙарҙың роле ҙур!" - тип әйтелә мөрәжәғәттә.
       Республиканың ҡатын - ҡыҙҙары беҙгә ҡайғыһыҙ һәм тыныс йәшәргә ҡамасаулаусы проблемалар менән яҡшы таныш. "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙгә бөгөн дә ҡайһы бер граждандарҙың рухи йәһәттән төшөнкөлөккә бирелеүе һәм социаль һүлпәнлеге менән осрашырға тура килә. Наркомания, эскеселек һәм башҡа алама ғәҙәттәрҙең артыуы күҙәтелә. Беҙҙе
       айырыуса етем һәм ата - әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған балала р һаны артыуы борсой. Киләсәгебеҙҙең, йәш быуындарҙың
       киләсәгенең нисек булыуы ошо һәм башҡа кире күренештәргә
       нисек итеп ҡаршы тороуыбыҙҙан тора". Һәм беҙҙең ҡатын - ҡыҙҙар ниндәй генә юғары статустарға эйә булыуҙарына
       ҡарамаҫтан, кешелектең икенсе яртыһынан айырылырға йыйынмай. Өҫтәүенә бөтә күңелебеҙҙе биргән эш барыбыҙ
       өсөн дә берҙәй яҡын. Ватандаштарға мөрәжәғәттең һуңғы һүҙҙәрендә ошо күҙгә ташлана: "Беҙҙең тыуған республикабыҙ
       ныҡлы, тотороҡло үҫеш стадияһында ҡала, Рәсәй
       Федерацияһының дөйөм үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Ыңғай тен денцияларҙы, өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы нығытыу, граждандарҙың йәшәйеш кимәлен артабан да күтәреү, именлек һәм сәскә атыу юлынан алға барыуҙы тәьмин итеү айырыуса мөһим. Дөйөм уңыш уртаҡ эшмәкәрлегебеҙҙән тора!"

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал