6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
туризм һәм ял

"Алтын" проект алға бара
06.03.06


       Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ кафедраһына "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" оҙайлы проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән реаль ярҙам күрһәтеләсәк.
       Бөгөн икенсе, тағы ла күләмлерәк булған "Туризм" миҫалынд а маркетинг һәм коммуникация" халыҡ - ара проекты үҫешеүе бы ға булышлыҡ итә. Уның өсөн "Фольксваген" немец фонды 200 мең
       евронан ашыу күләмдә грант бүлә. Әйтелгән фонд конкурс нигеҙендә ғилми - тикшеренеү проекттары төҙөүгә ғариза биреүсе ойошмалар, белем биреү учреждениелары һәм фирмаларға финанс ярҙам күрһәтеүе менән билдәле.
       Халыҡ - ара проект бурыстарына уҡыу процесының заманса технологиялары ярҙамында реформалаштырыу инә. Нигеҙ итеп "Туризм", "PR" һәм "Донъя иҡтисады" алына. Был фәндәр буйынса белемдәрҙе квалификациялау Көнбайыш Европаның белем трансферты һәм технологиялары ярҙамында күтәреләсәк.
       Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының немец телле
       илдәр менән программалар директоры Лидия Кобякова "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә белдереүенсә, академияла маркетинг һәм коммуникациялар буйынса консультатив ғилми үҙәк төҙөү планлаштырыла. Уның бурысы - туризм өлкәһендә уҡытыу һәм консультация биреү.
       Проект буйынса Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы партнерҙары - Кассель техник университеты (Германия) һәм Вен а университеты.
       Был проект өҫтөндә эш ике йыл дауам итәсәк. Һәм әйтелгән
       йүнәлеш буйынса тәүге аҙымдар эшләнгән дә инде. Күптән түге л, февраль аҙағында, билдәле проект сиктәрендә беренсе координация осрашыуы үтте. Халыҡ - ара проект буйынса
       партнерҙар - Кассель университетынан профессор Хюнеберг әфәнде, Касселдәге "Көнбайыш - Көнсығыш" ғилми үҙәге етәксеһе, проект координаторы Горцка ханым, Вена университеты вәкиле Юлия Випперсберг һәм башҡалар өс көн дауамында Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында ултырыш һәм ижади оҫтаханалар ойошторҙо.
       Ҡунаҡтарҙа беҙҙең академия, уның мөмкинселектәре ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Туризмда маркетинг һәм коммуникация үҙәге төҙөү буйынса эш нигеҙенә һалынасаҡ "Башҡортостандың а лтын ҡулсаһы" проектын да улар юғары баһалай.
       "Алтын" проект өҫтөндә эшләүселәрҙең барыһы ла сит илдә стажировка үтәсәк. Германияла белгестәр йүнәлтеләсәк туристи к объекттар исемлеге лә билдәле. Белемдәрен теоретик һәм практик йәһәттән нығытып, улар оҙайлы проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙебеҙгә ҡайтасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал