6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Яңылыҡтар индереү етешһеҙлектәрҙе бөтөрә
03.03.06


       БР Һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов үткән йылды "беҙҙең республика өсөн иң уңышлыларҙың береһе" тип атаны һәм уның һис шикһеҙ һаулыҡ һаҡлау тарихына инәсәгенә ышаныс белдерҙе. Министр билдәләүенсә, республиканың һаулыҡ һаҡлау органдары һәм учреждениеларының төп эшмәкәрлеге " мөһим
       мәсьәлә - сифатлы, һәр кем ала алырлыҡ, бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүгә" йүнәлтелгән.
       - 2005 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәрештәр булы п үтте, күп кенә проблемалар әүҙем хәл ителә. Башҡортостанда бөтәһе 480 дауалау - профилактика учреждениеһы, улар
       иҫәбендә алты федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшләй. 52 үҙәк район дауаханаһы, 84 участка дауаханаһы, 158 амбулатория, өлкәндәр өсөн 23 һәм балалар өсөн ете ҡала дауаханаһы ( тиҙ медицина ярҙамын да иҫәпкә алып), 55 диспансер һәм 10 шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаһы эшләй, - тине Фәнил Булат улы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһында сығыш яһап. - Йыл башы менән сағыштырғанда участка дауаханаларының һаны 17 - гә кәмене, амбулаториялар
       һаны 22 - гә, ә шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханалары һаны - өс берәмеккә артты.
       Шифахана - курорт дауалауына ҙур иғтибар бүленә. БР Президенты Указына ярашлы, дәүләт унитар предприятиелары - "Асы", "Йәшел сауҡалыҡ", "Ҡарағай", "Красноусол", "Талҡаҫ", "Танып", Йоматау", "Яҡты күл", "Янғантау" шифаханалары, "Салют", "Шәмсетдин күле" йыл әйләнәһенә эшләүсе
       һауыҡтырыу лагерҙары һәм "Ҡарағай урманы" ял йорто Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына тапшырылды, тип хәбәр итте Шәмиғолов. Министрлыҡта был сәбәпле шифахана - курорт ярҙамы һәм капиталь төҙөлөш ойоштороу бүлеге асылды.
       - Шифаханалар үҫешенә 2002 - 2005 йылдарҙа ғына ла 2,4 миллиард һум йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта "Красноусол", "Янғантау" һәм "Асы" шифаханалары ысын мәғәнәһендә республиканың ҡаҙанышы һәм ғорурлығы булып тора. Бөгөн улар юғары рентабелле предприятиеларға әйләнде, шифаханаларҙың дө йөм килеме 2005 йылда бер миллиард 202 миллион һум тәшкил итте.
       Фәнил Шәмиғолов республикала мотлаҡ медицина страховкаһы системаһын модернизациялау темаһын да урап үтмәне.
       Эш менән мәшғүл булмаған халыҡ өсөн страховкалаусылар һайлау буйынса асыҡ конкурста дүрт страховкалау ойошмаһы еңеп сыға. Улар "УралСиб" медицина страховка компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "КапиталЪ Медицина страховкаһы" я быҡ акционерҙар йәмғиәте, "Макс - М" "медицина акционер страховка компанияһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Югория - Мед" медицина страховка компанияһы". Эшләүсе халыҡты мотлаҡ медицина страховкалауына килгәндә, 2005 йыл башынан а лып ул эшмәкәрлектең был төрөнә дәүләт лицензиялары булған страховкалаусы медицина ойошмалары тарафынан үткәрелә.
       - 2005 йылда поликлиника һәм амбулаторияларға мөрәжәғәт
       итеүҙәр һаны 20 процентҡа кәмене, - тип хәбәр итте БР һаулы ҡ һаҡлау министры. - Ярашлы рәүештә, амбулатория - поликлиника
       ярҙамы күләме тәҡдим ителгән нормативтан 14 процентҡа түбәнерәк.
       Министр социаль әһәмиәтле сирҙәр менән ауырыусыларға сифатлы һәм һөҙөмтәле медицина ярҙамы күрһәтеү, матди - техник база үҫеше, заманса дауалау - диагностика технологиялары индереү һәм махсус ярҙам учреждениелары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барылыуын билдәләне. Шәмиғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда,
       һаулыҡ һаҡлау буйынса маҡсатлы пограммаларҙы тормошҡа ашырыу был мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал