6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

8 960 04 11 803 номеры ҡара исемлектә!
03.03.06


       "Билайн" кәрәҙле элемтә абоненттары иғтибарына! Еңел аҡс а яратыусылар һеҙҙең янсыҡҡа һунар итә! Һәм уларҙың ҡармағына эләкмәҫ өсөн башта беҙҙең мәғлүмәткә иғтибар итегеҙ.
       Кисә кеҫә телефоныма миңә билдәле булмаған номерҙан шылтыраттылар. Үҙен "Европа плюс" радиостанцияһы вәкиле тип таныштырыусы егет минең кеҫә телефоны отоуым тураһында белдерҙе. "Беҙҙең компьютер нәҡ һеҙҙе һайланы! - тип шат тауыш менән дауам итте әңгәмәсем. - Һәм үҙ призығыҙҙы алыу
       өсөн ошо номер буйынса шылтыратығыҙ. Шатлыҡлы хәбәрен әйтеп бөтөү менән ул элемтәне өҙҙө. Был турала коллегаларыма
       әйткәс, күптән түгел бер хеҙмәткәребеҙгә ошондай уҡ шылтыратыу булыуы асыҡланды. Ул әйтелгән номер буйынса бер нисә тапҡыр шылтыратһа ла элемтәгә инә алмаған. Минең
       иһә "юлым уңды".
       Исем - шәрифтәремде һәм адресымды белешкәндән һуң, оператор Леонид акция шарттарын аңлатыуға күсте. Асыҡланыуынса, "текә" кеҫә телефонына хужа булыр өсөн шул
       минутта уҡ "Билайн" экспресс - түләү картаһы артынан йүгерергә кәрәк икән. "20 у. е. суммаһына карта һатып алығыҙ ,
       уның һаҡлағыс ҡатын юймағыҙ, ә тағы ла беҙгә шылтыратығыҙ! Теүәл ярты сәғәт көтәбеҙ! - Леонидты минең өсөн шатланыу тойғоһо быуа ине буғай. - Беҙ һеҙгә Мәскәүҙән шылтыратабыҙ, призды почта аша ебәрәсәкбеҙ!" Артабан ул минең номерҙың лимитһыҙ хеҙмәтләндерелеүе тураһында нимәлер һөйләне.
       Карталар артынан йүгерер алдынан мин "Билайндаң" белешмә
       хеҙмәтенә шылтыратырға булдым. Асыҡланыуынса, компания бындай акциялар үткәрмәй икән.
       - Беҙгә был һорау менән шылтыратыусы кеше бер һеҙ генә түгел, - тине оператор. - Мутлашыусыларҙың шарттарын үтәргә ашыҡмауығыҙ бик яҡшы. Үҙҙәренең 20 долларын юғалтыусылар ҙа байтаҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең хәүефһеҙлек хеҙмәте был эш менән шөғөлләнә.
       - Таныш тарих, - тине Башҡортостан Республикаһында "Билай н" кәрәҙле элемтә селтәренең матбуғат хеҙмәткәре Зарина Ғайсина.- Бындай һөжүм итеүҙәргә беҙҙең абонентар ғына түгел , барлыҡ кәрәҙле компанияларҙың клиенттары ла дусар ителә. Б еҙ киң мәғлүмәт саралары, үҙебеҙҙең сайт аша клиенттарыбыҙҙы ошондай хәлдең мөмкин булыуы тураһында даими рәүештә киҫәтеп торабыҙ. Ғөмүмән, үҙ акцияларыбыҙға киң реклама ойошторабыҙ. Һәм ниндәйҙер шылтыратыу шик тыуҙыра, һеҙгә билдәле булмаған акция тураһында хәбәр итәләр икән, белешмә хеҙмәтенә шылтыратып был хәлде мотлаҡ асыҡлағыҙ.
       Намыҫһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәрҙе эләктереү - хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың бурысы, тип дауам итте матбуғат
       хеҙмәткәре. Кәрәҙле компания иһә мутлашыусылар шылтыратҡан номерҙы блокка ҡуйырға һәм был SIM - карта теркәлгән кешене башҡаса үҙ абоненттары исемлегенә индермәҫкә генә һәләтле. Әйткәндәй, тәртип һаҡсылары бындай эш менән шөғөлләнеүселәрҙе беренсе тапҡыр ғына иҫәпләп сығармай. Статистика буйынса, ҡулға эләгеүселәр араһында күпселек Ҡазан һәм Тулала йәшәүсе кешеләр булыуы билдәле, мутлашыусылар араһында өфөлөләр тура килгәне юҡ әле.
       Радиола ла беҙгә шул хәбәрҙе әйттеләр: бындай акция үткәргәнебеҙ юҡ, шылтыратыу еңел кәсеп менән байырға
       яратыусыларҙың сираттағы "шаяртыуы".
       "Европа Плюсҡа" бындай "лохотрон" менән тәүге тапҡыр ғына
       осрашырға тура килмәй, - тинеләр радиостанцияла. - Был әҙәмдәр юҡҡа ғына яҡшы билдәле компаниялар исеменән эш йөрөтмәй - таныш брендты ишеткәс, кеше "теҙгенен бушата" һәм
       барлыҡ шарттарға ла ризалаша.
       Тағы ла тәүге номер буйынса шылтыратам һәм тағы ла Леонидҡа
       тап киләм. "О, һеҙ ваҡытында шылтыраттығыҙ. Карта алдығыҙмы " - тип шатланды ул. Мин иһә үҙ сиратымда "Билайнға" һәм "Европа Плюсҡа" шылтыратыуымды белдерҙем. "Быға нимә әйтерһегеҙ" - тип һораным. Яуап итеп Леонид йыш - йыш һулыш
       алды һәм - трубканы ташланы...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал