6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә вулкан йоҡомһорай
03.03.06


       Ҡырҡынсы йылдарҙа баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ғәйәт ҙур вулкан барлыҡҡа килә. Ул юғарыға ла үҫә, киңәйә бара, ҡеүәтл е урғылыштары алыҫтан күҙгә ташлана. Илле йыл эсендә ул бер нисә тапҡыр шартлауҙар һәм янғындар менән уяна, һауаға бик күп күләмдә яныу продукттары оҙата. Был продукт яҡында урынлашҡан йорттарға, улар тирәһендә эшләгән, үлемесле хәүефте бар тип тә белмәгән кешеләргә ултыра. Ҡала үҙенең вулкан менән күршелегенә ғорурлана, уны иҫтәлекле урын тип һанай. Һәм вулкандың һаҫыҡ еҫ таратыусы шыйыҡ массаһы һыу крандарынан аға башлап, кешеләр күптән онотолған шишмәләр
       янына сиратҡа теҙелгәс кенә иҫенә килә. Һәм шул ваҡытта
       миллионлаған халыҡ йәшәүсе ҡала заводтан сығарып ташланған ҡалдыҡтарҙың бик аҙ күләме лә үлемесле хәүеф тыуҙырыуын аңлай...
       Ҡаланың исеме Өфө, ә янартау - "Химпром" заводы була. Бер көнө цехтарҙың береһендә таҙартыу ҡоролмаһы сафтан сыға һәм фенол туп - тура Шугуровка йылғаһына, унан һыу алыу ҡоролмаһына йүнәлә. Был хәлдән һуң заводтың даны бөтә илгә тарала, ә диоксин һүҙе һүгенеү һүҙе урынына ҡулланыла башлай , тип әйтергә була. Фенол - диоксин фажиғәһенән һуң ун биш й ыл эсендә, 670 мең өфөлө "фенол тәме һәм еҫе сыҡҡан" һыу эсе ргә мәжбүр булғанда, Башҡорт республика экология үҙәге, Йәшә йеш хәүефһеҙлеге ғилми - тикшеренеү институты, Дәүләт анали тика контроль идаралығы тарафынан "Диоксиндар" республика программаһы булдырыла. Республиканың иң алдынғы химик һәм би ологтары диоксиндарҙың барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың тирә - яҡ
       мөхиткә һәм кеше һаулығына йоғонтоһон өйрәнә. Тиҫтә ярым йы л эсендә ошо маҡсатҡа ике миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола, был темаға алты докторлыҡ диссертацияһы яҙыла, тупраҡта, һыуҙа, балыҡта, һөттә һәм кеше ҡанында диоксиндың күләме хаҡында меңдәрсә билдәләмә яһала. Һәм был матдәнең ни тиклем ҡурҡыныс булыуы һәм уның нисек барлыҡҡа килеүе тулыһынса асыҡлана тип әйтергә була.
       Диоксиндар универсаль күҙәнәк ағыуы булып тора һәм хайуандарҙың барлыҡ төрөнә лә үлемесле йоғонто яһай. Суперэкотоксиканттар төркөмөнә ҡараған был ағыу хәүеф кимәле буйынса терегөмөш һәм радионуклидтар менән бер рәттә тора. Иң токсик диоксин цианлы калийҙан 67 мең тапҡыр
       ағыулыраҡ. Һәм диоксиндар менән бер тапҡыр ағыуланыуҙың үлемесле тамамланыуы мөмкин булмаһа, кеше организмында уның аҡрынлап йыйылыуы иммун системаһының ҡаҡшауына, онкологик ауырыуҙар, ҡан, эндокрин системаһы ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә, тыумыштан ғәриплеккә килтереүенә мөмкин. Улар тере организмда тупланып, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ
       һыуҙан тупраҡҡа, артабан үҫемлектәргә, унан үлән менән туҡланыусы хайуандарға һәм кешеләргә күсергә һәләтле. Әммә диоксиндарҙың иң ҙур хәүефе уларҙың бик аҙ дозала ла токсик
       булыуында, ә уны асыҡлауы бик ҡатмарлы.
       90 - сы йылдарҙан башлап Башҡорт республика экология үҙә ге ошо проблема менән шөғөлләнә. Уның директоры Эдуард Кругловтың һүҙҙәре буйынса, беренсе сиратта эсәр һыуҙы тикшереү ( 1000- ләгән анализ) Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында диоксин күләменең литрына ике - биш пикограмдан артмауын күрһәтә. Ә уның Рәсәйҙә эсәр һыуҙа рөхсәт ителгән концентрацияһы 20 пг/л тәшкил итә. Был һыу менән бергә кеше организмына диоксиндарҙың ҙур өлөшө лә инә, тигән хәбәрҙең хата булыуы тураһында һөйләгән кеүек. Ысынында иһә Башҡортостанда, башҡа иҡтисади үҫешкән илдәрҙәге кеүек үк, диоксиндарҙың 98 процент тирәһе кеше организмына аҙыҡ - түлек продукттары менән инә. Әммә республикала етештерелгән ит - һөт продукцияһын тикшереү унда диоксиндар күләменең
       рөхсәт ителгән концентрациянан артыҡ булмауын асыҡлаһа, йылға балығы менән хәл ҡатмарлыраҡ булыуы билдәләнде. Һуңғы дүрт йыл дауамында Башҡортостандың экология үҙәге йылға
       балығындағы диоксинды тикшерҙе һәм күпселек осраҡта диоксиндарҙың рөхсәт ителгән күләмдән күберәк булыуын асыҡланы. Үҙәктә эшләнгән һығымталар түбәндәгесә яңғырай:
       эйе, диоксиндар машина эшләп сығарған газдарҙа ла бар, сүп - сар яндырғанда ла барлыҡҡа килә, әммә республика территорияһында диоксин "етештереүсе" төп предприятие - "Өфөхимпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
       "Өфөхимпромдың" үҙендә лә, заводҡа яҡын урынлашҡан территорияла ла: цехтарҙа, тупраҡта, заводтың әүҙем йәки биологик таҙартыу ҡоролмаларында, элек сүп - сар өйөмө ятҡан
       урында диоксин күләме мониторингы ярайһы уҡ юғары һәм ҡайһы бер урында хатта астрономик һандар күрергә мөмкин. Һис
       һүҙһеҙ, был территориялар әлегә тиклем диоксин сығанаҡтары булып тора һәм беренсе сиратта Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарында йәшәүсе халыҡтың һаулығына йоғонто яһай. Шуға күрә был заводта етештереү эшмәкәрлеген туҡтатыу проблеманы хәл итмәй. Банкротлыҡ сәбәбе буйынса ябылған завод йоҡомһораусы вулкан булып ҡалыуын дауам итә.
       Күптән түгел республиканың яғыулыҡ - энергетика комплексы предприятиелары "Өфөхимпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен тулыһынса туҡтатып тороу буйынса проект төҙөүгә финанслау сығанағы тапты. Был эштәр "Башгипронефтехим" дәүләт унитар п редприятиеһы менән берлктә Башҡорт республика экология үҙәге һәм БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми - тикшеренеү институтына йөкмәтелгән. Ғалимдар ете метр тәрәнлектә ятҡан һигеҙ шлам йыйыусынан башлап (унда 530 мең тонна иҫ кикес токсик шлам ята) йөҙләгән бинаға тиклем, хатта завод ашханаһында ла рекультивация үткәрергә кәрәк, тип белдерә. Тикшереүселәр әйтеүенсә, уның стенаһында диоксиндарҙың иң ҙур концентрацияһы табылған. Уларҙың барыһын да емереп герметик бетон һауыттарға тултырырға һәм ошонда уҡ күмергә
       кәрәк. Эдуард Круглов Италияның Совезо ҡалаһында ҙур булмаған химия заводы шартлағандан һуң диоксин проблемаһын о шондай уҡ юл менән хәл итеүҙәре тураһында һөйләй. Ул тулыһынса емерелә һәм 20 сантиметр ер ҡатламы менән бергә күмелә. Рекультивация буйынса эштәр һигеҙ йылдан ашыу дауам итә һәм уға бер нисә миллиард доллар тотонола. Был хәл булға н урында бөгөн имән урманы шаулай. Территорияны тулыһынса
       зарарһыҙландырыу өс - биш миллиард һум һәм биш йыл эҙмә - эҙлекле эшләүҙе талап итә. БДУ - ның химия кафедраһы мөдире , республиканың "Диоксиндар" пограммаһы иницаторы һәм 1993 -
       1995 йылдарҙа уның етәксеһе булған Марс Сәфәров, заводты ер
       йөҙөнән юҡ итеүҙән тыш, уның ҡоймаһы артынан уҡ башланып
       киткән 10 600 баҡсаны ла бөтөрөргә кәрәклегендә шикләнмәй.
       Өфө хакимиәте әлегә заводты ҡала территорияһында күмеүгә
       үҙенең рәсми ризалығы тураһында белдермәй. Әммә башҡа урын юҡ, тип ышандыра Эдуард Круглов. Бер кем дә кеше бысрағын үҙенә алырға теләмәйәсәк, һәм йөҙҙәрсә мең токсик ҡалдыҡтарҙы транспортлау иҡтисадтан тыш, экология йәһәтенән дә аҡылһыҙлыҡ. Әйткәндәй, үткән быуаттың 70 - се йылдарында хлор производствоһын Благовещен районына сығарыу тураһында һ орау ҡуйылғайны инде. Тик гидрогеологтар заводтың торған урынын ҡаты ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өсөн бик уңайлы тип тапты, шуға күрә завод үҙенең эшләгән урынында "ерләнәсәк".
       Конструктив идея һәр саҡтағыса финанслау һорауына барып төртөлә. Республика бюджеты яңғыҙ был һорауҙы хәл итә алмай,
       хатта нефть бизнесы ярҙамы булған осраҡта ла был эште башҡарып сығыу мөмкин түгел. БР Экологтары союзы рәйесе Александр Веселовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йоҡомһораусы вулкан яҙмышында нөктә ҡуйыу өсөн бөгөн уны туҡтатыу проектының экологик экспертизаһын үткәрергә һәм халыҡ - ара финанс структуралары араһында бағыусы табырға кәрәк.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал