6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ата - бабалар тәжрибәһенә лайыҡлы булырға
02.03.06


       - Беҙҙең ата - бабалар ул заманда берҙән - бер дөрөҫ ҡа рар ҡабул иткән, һәм, иң мөһиме, һайлау урыҫ батшаһы Иван дүртенсенең тәҡдимдәрен ентекле өйрәнгәндән һуң эшләнгән, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әхмәт Сөләймәнов. - Башҡорт халҡының артабанғы баш күтәреүҙәре Башҡортостан менән Рәсәй араһындағы килешеү мөнәсәбәттәрен боҙоу эҙемтәһе, ғәҙеллекте тергеҙеү теләгенән
       барлыҡҡа килә. Әммә башҡорттар бер ваҡытта ла Рәсәйҙән айырылырға теләк белдермәй, сөнки халыҡ яҙмышы Рәсәй дәүләтенең яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Һәм быуаттар үткәс,
       1919 йылда, яңы тарихи шарттарҙа, илебеҙҙә тәүге Башҡорт автономияһы шулай уҡ договор нигеҙендә булдырыла. Ул ваҡытта
       Совет Рәсәйе һәм Башҡортостан беҙҙең федератив ҡоролошҡа
       нигеҙ һала тип әйтергә кәрәк.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе һүҙҙәре Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлектең аспекттарына арналған матбуғат конференцияһына пролог булып яңғыраны. Әхмәт Сөләймәнов менән бергә журналистар эргәһенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, башҡарма комитет ағзалары - философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин, БР Фәндәр академияһының милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙ әге директоры, социология фәндәре кандидаты Морат
       Кейекбаев килде.
       - Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң үҙенең тарихи яҙмышы менән башҡорт халҡы илдә мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға кәрәклеген күрһәтте, - тип билдәләне БР Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин. Ул әле үткән быуат башында уҡ Зәки Вәлиди тарафынан федератив Рәсәйҙе формалаштырыуҙың фән ни принциптары булдырылыуы һәм уларҙы тормошҡа
       ашырыу буйынса Вәлиди Туғандың беренсе сәйәси һәм дәүләт лидеры булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика беренсе булып Р әсәй Федерацияһында автономияға эйә була. Һәм бөгөн республика тағы ла алда, сөнки Башҡортостан тәүгеләрҙән булы п республикаларҙың суверен хоҡуғын киңәйтеү тураһында һорауҙ ы күтәреп сыҡты.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юбилей йылы алдынан һ әм байрам йылында үткәрергә планлаштырған саралары
       тураһында һөйләгәндә, Әхмәт Сөләймәнов түбәндәге тәҡдимгә
       лә ҡағылып үтте: һүҙ дүрт ярым быуат элек килешеү процесынд а ҡатнашҡан башҡорт ҡәбиләләре башлыҡтарының исемен мәңгеләштереү тураһында бара. Республика ҡала һәм райондарының тарихи урындарына иҫтәлекле билдәләр ҡуйыу ҙа т ыуған яҡҡа һөйөүҙең бер сағылышы буласаҡ.
       Матбуғат конференцияһында йылъяҙма аспекттары, юбилейҙың qәйәси әһәмиәтенә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының байрамға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетына йүнәлткән башҡа тәҡдимдәре лә тикшерелде. Федераль статусҡа дәғүә итеүсе "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһы бында айы рым урында тора. Уның проекты менән бөгөн БР Фәндәр академияһының милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге шөғөлләнә. Аҙаҡҡы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә миллион ярымдан ашыу башҡорт бар, уларҙың 27
       проценты Башҡортостанда ситтә йәшәй. Башҡорт этносы үҫеше программаһы перспективаға иҫәпләнгән.
       Юбилей тантаналары араһында Өфөлә үтәсәк өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында айырым әйтергә кәрәк. Уның алдынан төбәк ҡоролтайҙары ойоштороласаҡ.
       - Бөгөн Рәсәй Федерацияһында башҡорттарҙың 120 төбәк ҡоролтайы, башҡорт халҡын консолидациялау буйынса эште киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү, дуҫлыҡты, үҙ - ара аңлашып эшләүҙе
       һәм илебеҙ халыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу
       маҡсатында төҙөлгән башҡорт милли - мәҙәни ойошмалары эшләй, - тип белдерҙе журналистарға Румил Аҙнабаев. Шулай уҡ
       ул быйылғы йылдың февраль башында Санкт - Петербургта Рәсәйҙең Европа өлөшө һәм Европа илдәре башҡорттарының ҡоролтайы булып үтеүен хәтергә төшөрҙө. Алда шундай уҡ ҙур күләмле тағы ике форум көтөлә: Силәбелә - Урал һәм Себер башҡорттары, Ырымбурҙа - Рәсәй Федерацияһының азиат
       өлөшөндә йәшәүсе башҡорттар ҡоролтайы үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал