6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Шәрҡиәттә урта йәштәгеләр эшләмәй
02.03.06


       - Әйҙәгеҙ, дөрөҫлөктөң күҙенә ҡарайыҡ!.. Беҙ Рәсәйҙе ике мәҙәниәт һәм ике цивилизация - Көнсығыш һәм Көнбайыш
       ҡушылмаһы тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Әммә Европа өсөн
       Көнсығыш - илебеҙҙең айырым төбәктәре түгел, ә тотош Рәсәй.
       Франция институттарында урыҫ теленең көнсығыш теле тип аталыуын беләһегеҙҙер, моғайын, - тип Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге шәрҡиәтселәр йәмғиәтенең координаторҙар советы рәйесе, профессор Ростислав Рыбаков "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат
       конференцияһында ҡатнашыусыларҙың хәтеренә төшөрөүҙән
       башланы. Коллегалары - Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми - ойоштороу идаралығының гуманитар һәм йәмәғәт фәндәре бүлеге начальнигы Валерий Егоров, Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге шәрҡиәтселәр йәмғиәтенең вице - президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының тарих бүлеге мөдире, профессор Дмитрий Васильев һәм ошо уҡ институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Александр Столяров менән бергә ул баш ҡалабыҙға 2006 йылдың сентябрь аҙағында Өфөлә ү тәсәк бишенсе бөтә Рәсәй шәрҡиәтселәр съезына әҙерләнеү өсөн килде.
       Матбуғат конференцияһында һүҙ съезға әҙерлек, ғөмүмән, шәрҡиәтселек, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өй рәнеү институты ғалимдарының эшмәкәрлеге тураһында
       барҙы. Дмитрий Васильев әйтеүенсә, Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең эшләй башлауына йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул Рәсәй финанс министры Сергей
       Витте ҡушыуы буйынса булдырыла. Был Көнсығышты өйрәнеү йәмғиәтенең төрлө бүлексәләре барлыҡҡа килеүенә этәргес ролен уйнай. Башланғыстың үҙенсәлеге тип унда ғалимдар, тикшеренеүселәрҙән тыш ябай "ҡыҙыһыныусылар" ҙа инеүен әйтергә була.
       - Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәте эшмәкәрлегенең был формаһы бөгөн дә һаҡланып килә. Һәм ул беҙҙең өсөн отошло, сөнки профессионалдар һәм яңы килгән кешеләрҙе берләштереүгә, йәғни һуңғыларына мөмкин булған хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итә.
       Ғөмүмән шәрҡиәтселәр съезы нимә өсөн кәрәк Ростислав Рыбаков яуапты оҙаҡ көттөрмәй. Уның һүҙҙәре буйынса, шәрҡиәтселек - ябай фән генә түгел, ә бер нисә: тарих, мәҙәниәт, тел ғилеме, дин, иҡтисад һәм башҡа фәндәрҙҙең ҡушылмаһы. Барыһынан тыш, Көнсығыш - ул илебеҙҙең ҙур өлөшө, шуға күрә Рәсәйҙә шәрҡиәт һәр ваҡыт уникаль күренеш,
       хатта милли байлыҡ ролен дә үтәй тип әйтергә мөмкин.
       Ростислав Борисович һәм уның коллегалары бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Рәсәй шәрҡиәтселеген халыҡ - ара фәнни ойошмаларға еткереү
       һәм фәнни, юғары уҡыу, мәҙәни - ағартыу (китапханалар, музейҙар) һәм ведомство ( архивтар) учреждениеларында эшләүсе Рәсәй ғалимдарын берләштереү эшмәкәрлеге
       тураһында һөйләне.
       Үҙәге Парижда урынлашҡан халыҡ - ара шәрҡиәтселәр союзы тарафынан Бөтә донъя шәрҡиәтселәр конгресы үткәреү урыны итеп Мәскәү һайлана, был сара 2004 йылдың авгусында була, унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнаша.
       - Ике йылға бер тапҡыр Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең ойоштороу - ғилми съезын йыйыуы, унда илдең алдынғы ғалимдары - эшмәкәрлеге Шә реҡ халыҡтарының рухи мираҫын өйрәнеүгә бәйле булғандар араһ ынан ике йылға президент һайланыуын билдәләү мөһим, - тип һөйләй Рыбаков. - 2004 йылда Мәскәүҙә үткән һуңғы съезда
       сираттағы ике йылға Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең президенты итеп Башҡортостан вәкиле - БР Фәндәр академияһы гуманитар фәндәр бүлегенең академик - секретары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры, БР Фәндәр академияһының ағза - хәбәрсеһе Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һайланды. Әйтергә кәрәк, башта, шәрҡиәтселәрҙең бөтә Рәсәй съездарын үткәреү идеяһына башланғыс һалынған ваҡытта, беҙ Мәскәү йәки Санкт -
       Петербургҡа баҫым яһарға теләмәгәйнек. Сөнки Мәскәүҙә ваҡиғалар былай ҙа күп, улар рәтендә беҙҙең съездың юғалып ҡалыуы ихтимал, ә төньяҡ баш ҡала күп осраҡта заман проблемаларын иҫәпкә алмайынса, классик шәрҡиәткә өҫтөнлөк б ирә. Шуға күрә беренсе съезд 1998 йылда Ҡалмыҡ Республикаһында үтте, ә бишенсе съезд Өфөлә ойоштороласаҡ.
       Ғалимдар һөйләүенсә, алда көткән съездың төп темаһы - "Көнсығыш - Рәсәй халыҡтарының тарихи яҙмышында" тип яңғырай. Съезд барышында ете секция эше ҡарала, улар бөгөн Рәсәй шәрҡиәтендә иң көнүҙәк проблемаларға арнала.
       Съезд сиктәрендә ике симпозиум үткәреү планлаштырыла. "Ватан шәрҡиәтендә милли һәм төбәк мәктәптәре" ғилми
       форумы Кузеев уҡыуҙары ваҡытында үтәсәк, ә "Башҡорт мәҙәниәтенең Көнсығыш халыҡтары мәҙәниәте менән үҙ - ара йоғонтоһон" тикшереү шәрҡиәтселәрҙең бишенсе бөтә Рәсәй
       съезында көтөлә. Был ике форум Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуҙы билдәләүгә арнала, ә Рәсәй шәрҡиәтселәренең бишенсе съезы "б ыл тарихи датаға арналған тәүге ғилми форумдарҙың береһе буласаҡ".
       Матбуғат аҙағында ғалимдар кадрҙар етешмәүе сәбәпле
       хәүефләнеүҙәрен белдерҙе. Шәрҡиәтселәр әҙерләү - оҙайлы процесс, һәм ҡайһы бер университеттарҙа Көнсығышты өйрәнеү к афедралары булыуына ҡарамаҫтан, улар тейешле кимәлгә яуап би рмәй. Ростислав Рыбаков Көнсығышты өйрәнеү институтында
       урта йәштәгеләр булмауын йәшермәй - "унда йә бик өлкән йәштәгеләр, йә бик йәштәр генә эшләй".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал