6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

17 тонна спортсы тимер күтәрә
02.03.06


       Өфөлә пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең ун туғыҙынсы чемпионаты стартҡа аяҡ баҫты. БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә ирҙәр ҙә, ҡатын ҡыҙҙар ҙа ярыша. Ярыш бишенсе мартта тамамланасаҡ. Был көндә чемпионатты тантаналы ябыу сараһы урындағы ваҡыт буйынса 18 сәғәттә планлаштырыла.
       Чемпионатта илдең 57 төбәгенән 300 - гә яҡын спортсы ҡатнаша. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, спортсыларҙың дөйөм ауырлығы 17 тонна тирәһе тәшкил итә. Өфөлә Рәсәй һәм донъя буйынса пауэрлифтинг элитаһы йыйылды -
       был 20 - нән ашыу донъя һәм Европа чемпионы тигән һүҙ. Өфө чемпионатына эләгеү өсөн һигеҙ зональ көрәштең береһендә йәки Мәскәү һәм Санкт - Петербург чемпионаттарында һайлау үтергә кәрәк ине.
       Еңеүселәр Европа чемпионатына йүнәлтмә аласаҡ, ул быйылғы
       йылдың май айында Словенияла үтә, йәғни алда көсөргәнешле көрәш көтә. Хатта ҡайһы бер танылған лидерҙар ҙа еңеүҙәренә
       гарантия бирә алмай. Бындай дәрәжәләге турнирҙа "бер һул ҡу л менән генә барыһын да йығып һалыу" мөмкин түгел шул.
       Башҡортостандың йыйылма командаһы составында ике тапҡыр д онъя чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Рауил Казаков ( ауырлыҡ категорияһы 67,5 кг), донъя чемпионы Юрий
       Федоренко ( 110 кг), йәштәр араһында ике тапҡыр донъя чемпиондары Руслан Востриков ( 82,5 кг) һәм Николай Асабин ( 56 кг), Владимир Обожин ( 60 кг) сығыш яһай.
       Чемпионатты ойоштороусылар журналистарға әйтеүенсә, һуңғы
       алты йыл дауамында башҡорт егеттәре Рәсәй чемпионаттары һәм кубок лидерҙары исемлегенән төшмәй. Беҙҙең республика
       ҡатын - ҡыҙҙар йыйылма командаһы һуңғы йылдарҙа артыҡ сағыу еңеүҙәргә ирешкәне юҡ, әммә бәлки был яҡшығалыр ҙа. Был мәҡәләнең авторы ҡатын - ҡыҙға ҡоростай мускулдарҙың ни
       өсөн кәрәклеген бөтөнләй аңламай.
       44 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Ольга Голубев а (Рыбинск) үҙен башҡаларҙан көслөрәк итеп күрһәтте. Өсалышт а ул 370 килограмм йыйҙы. Икенсе урын яулаусы Оксана Рыженко ( Краснояр) унан байтаҡҡа артта ҡалды (352, 5 кг). Бронза ми ҙал Татьяна Королевала (Ижевск) - 340 кг. Бына шундай улар - Рәсәйҙең нәзәкәтле ҡатын - ҡыҙҙары. Ҡыҙыҡ, беҙҙең һыра яратыусы ирҙәр бронза яулаған ҡыҙҙың һөҙөмтәһен булһа ла ҡабатлай алыр инеме икән
       Бер аҙ ауырыраҡ, әммә шундай уҡ миниатюр ҡатын - ҡыҙҙар араһында ете тапҡыр донъя һәм Европа чемпионкаһы исемен яулаусы Светлана Теслева (Иркутск) был юлы ла беренсе булды.
       Ул Рәсәй рекордын ҡуйыуға өлгәште. 48 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында өсалышта барлығы 468 килограмм күтәрҙе. Икенсе урында - Валентина Временюк ( 442,5 кг). Йылабуғанан (Татарстан) килгән Ҡәҙриә Мортазина был ауырлыҡта өсөнсө урынға лайыҡ булды ( 360 кг).
       Тәүге көн йомғаҡтары буйынса Башҡортостан атлеттары ла яҡшы ғына сығыш яһаны. Ағалы - энеле Леонид һәм Николай Асабиндар көмөш дубль булып билдәләнде. 52 килограмға тиклем ауырлыҡта Өфөнөң спорт мастеры Леонид Асабин 512,5
       кг күтәрҙе һәм өсалыш суммаһы буйынса Кемеровонан килгән Владимир Таланкинға ғына биреште, уның һөҙөмтәһе - 520 кг.
       Бронза миҙал ( 510 кг) Михаил Достоваловта (Ҡурған өлкәһе ).
       56 килограмға тиклем категорияла ун тапҡыр донъя чемпионы , атҡаҙанған спорт мастеры Константин Павлов (Кемерово) фаворит булып һанала ине, күҙаллауҙар аҡланды - Павлов
       суммала 655 кг күтәреүгә өлгәште. Икенсе урында Николай Асабин ( 625 кг). 585 кг һөҙөмтә менән Алексей Романов ( Иваново өлкәһе) бронзаға лайыҡ булды.
       Кисә ирҙәр араһында 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында ярыштарҙа Татарстандан килгән Айрат Зәкиев бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ еңеү байрам итте. Уның һөҙөмтәһе 750 кг. Чемпионаттың икенсе призеры Сергей Красильников лидерҙан 62,5 килограмға ҡалыша - 687,5 кг. Өсөнсө призер Сергей Скочек ( Новгород өлкәһе) 672,5 кг күтәрҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал