6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Чиполлиноның атаһы Хәким Ғиләжевҡа хат яҙған
01.03.06


       Хәким Ғиләжевты ( 1923 йылдың 1 мартында донъяға килә) күберәк шағир, "Погонһыҙ һалдаттар" романы авторы булараҡ беләләр. Әммә уның биографияһының тағы бер яғы - тәржемәсе э шмәкәрлеге әлегә күләгәлә ҡала килә. Баҡһаң, ул Пушкиндың "Евгений Онегин" әҫәре бүлектәрен, Некрасов, Шекспир, рус һә м совет яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән
       икән.
       Миңә Хәким Ғиләжев менән аралашыу бәхете тейҙе. Бер ваҡыт
       Мәскәүҙә командировкала булған ваҡытта Лениндың һуңғы йәшерен фатиры хужабикәһе Маргарита Васильевна Фофановаға ин еп, уға Ғиләжевтың "Чапай ҡылысы" китабын күрһәттем. Унда Өф өлә аҡтарҙың тылында ҡалған большевик ҡатындың балалары тура һында һүҙ бара. Китапҡа ул "Минең балаларыма булған иғтибары өсөн авторға рәхмәт" тип яҙып бирҙе. Хәким Ғиләжев
       был баһаламанан ҡәнәғәт ҡалды, әлбиттә... Миңә Александр Твардовскийҙың автографын, Джанни Родариҙың хатын күрһәтте.
       Джанни Родари... Балалар күп минуттарын уның аҡыллы,
       ҡояшлы, изге китаптарын уҡып үткәрә. Яҙыусы бөтә донъя балаларының да бәхетле булыуы хаҡында хыялланды.
       Уның поэзияһында шаян юмор һәм бер ҡатлылыҡ, социаль сатира һәм киләсәккә ышаныс сағыла.
       Бына шуға күрә Ғәйнан Әмири һәм Хәким Ғиләжев Джанни
       Родариҙың шиғырҙар китабын тәржемә итергә ҡарар итә. Ул башҡорт телендә "Һаумыһығыҙ, балалар!" исеме аҫтында сыға.
       1963 йылдың майында тәржемәселәр Джанни Родариға түбәндәге йөкмәткеле хат ебәрә:
       "Алыҫ Башҡортостандан һеҙгә ихлас сәләмебеҙҙе һәм иң изге
       теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
       Башҡортостанда Италиялағы кеүек диңгеҙҙәр юҡ, әммә беҙҙә лә диңгеҙҙәй урғыған тәрән һәм ҙур шатлыҡ, ижади илһам етерлек.
       Башҡортостан балалары ла ҡояшлы тыныс көндәге диңгеҙ өҫт ө кеүек балҡып йылмая. Башҡорттар, айырыуса уларҙың балалары
       Һеҙҙе яҡшы белә, бик ныҡ ярата һәм йә көлөп - йылмайып, йә хәсрәткә төшөп Һеҙҙең иҫ киткес матур шиғырҙарығыҙҙы уҡый.
       Иҫтәлеккә Һеҙҙең Өфөлә башҡорт телендә баҫылған шиғырҙар китабын ебәрәбеҙ. Уны беҙҙең Һеҙгә булған тәрән ихтирамыбыҙ,
       тыныслыҡ өсөн көрәштәге ҙур ҡаҙаныштарығыҙҙы ихлас күңелдән таныу, бар ер шарында йәшәүсе изге күңелле кешеләр араһындағы дуҫлыҡ билдәһе итеп ҡабул итегеҙ.
       Һәр ваҡыт һау - сәләмәт, бәхетле, күтәренке рухлы булығыҙ ..."
       Италияны Башҡортостандан меңдәрсә саҡрым айыра. Әммә яуап хаты үҙен оҙаҡ көттөрмәй.
       Бына уның йөкмәткеһе:
       "Рим. 10 - 6 - 1963.
       Ҡәҙерле дуҫтар!
       Мин Һеҙгә бик рәхмәтлемен. Әҫәрҙәремде күптән түгел билдәле лә булмаған, әммә бөйөк ышаныслы һәм ныҡлы киләсәк т өҙөүсе халыҡ һөйләшкән башҡорт теле кеүек телдәргә тәржемә и теүҙәр миңә ни тиклем шатлыҡ, ярҙам һәм хеҙмәткә ынтылыш биреүен һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Мин үҙемде коммунистик Өфөнө төҙөүгә бәләкәй генә булһа ла бер кирбес өҫтәгәндәй тойҙом!
       Барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡосаҡлайым һәм минең китаптарымды уҡыусы башҡорт балаларын үбәм, уларҙы мин үҙемдең ҡыҙымды яратҡан кеүек яратам.
       Джанни Родари".
       Үҙенең хатында Джанни Родари "ҡыҙын" телгә ала, ҡыҙы Паолина менән ул бер нисә тапҡыр Советтар Союзында була.
       Яҙыусы беҙҙең илебеҙ буйлап күп йөрөй, мәктәп балалары менән осраша, улар менән ғәҙәти булмаған дәрестәр үткәрә. Күптәр уның шат күңелле Чиполлиноһын белә, "Телефон буйынса әкиәттәрен", "Джельсомино алдаҡсылар илендә" китабын уҡыған. Джанни Родариҙың тағы бер хыялы - совет балалары тураһында китап яҙыу теләге була. Әммә был хыял тормошҡа ашмай...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал