6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Мәңгелек менән йөҙгә - йөҙ осрашыу
01.03.06


       "Тауҙарҙан да яҡшыраҡ тауҙар ғына була ала" - Владимир Высоцкийҙың йырынан алынған был юлдар күп тапҡыр ҡабатлана, һәм шулай уҡ күп тапҡыр раҫлана...
       Тау яратҡан кешеләр тауу үренән йәшәргә һәм бәхетле булыр ға ҙур теләк өҫтәүсе "айырым энергетикаға байып" ҡайтыуҙары,
       "тере көс" алыуҙары тураһында белдерә. Альпинистар һәм романтиктар тауҙарға ошо тойғо артынан үрмәләй, Башҡортостан
       Республикаһының Милил музейына ла кешеләрҙе ошо тойғо алып килә: улар Николай Рерихтың картиналары эргәһендә тороп , уның көсөн һәм энергияһын һиҙергә теләй.
       "БАШвестЪ" гәзите хәбәр итеүенсә, 20 быуаттың бөтә донъяғ а билдәле рәссамы, ғалимы, аҡыл эйәһе, яҙыусыһы, шағиры,
       йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәхәтсеһе Николай Рерихтың 54 картинаһынан торған "Гүзәллек ораны" күргәҙмәһе 10 февралдән
       2 апрелгә тиклем эшләйәсәк.
       Экспозицияны тантаналы асыу ваҡытында Халыҡ - ара мәҙәниәтте яҡлау лигаһының Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе ярҙамсыһы Галина Святохина был сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләк - Николай Рерихтың Халыҡ - ара үҙәк - музейы эшмәкәрлеге тарихына арналған өс томлығын бүләк итте.
       БР Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллиндың һ үҙҙәренә ҡарағанда, "Гималай" серияһын йөҙҙән ашыу картина
       тәшкил итә, уларҙың бер өлөшө 10 йыл элек беҙҙең республикала булып киткәйне инде. Әммә "Гүзәллек ораны" күргәҙмәһе өфөлөләр быға тиклем күрмәгән эштәрҙән тора.
       - Беҙ был күргәҙмә тураһында күптән хыялланабыҙ, уны ойоштороуы еңелдән булманы. 10 йыл эсендә Өфөлә яңы быуын үҫ еп сыҡты. Билдәле рәссам һәм мәғрифәтсенең ижади мираҫы йәш тәр араһында айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип уйлайым, - ти Ғәли Вәлиуллин. - Халыҡҡа күренекле рәссамдың картиналарын к үрһәтеүҙән тыш Рерихтар ғаиләһе ағзаларының тормошо һәм эшмә кәрлеге тураһындағы материалдар менән таныштырыу мөмкинселеге булыуы бик яҡшы. Был ғаиләнең Рәсәй һәм донъя м әҙәниәтенә индергән өлөшөн күрһәтеүсе фотодокументтар һәм в идеофильм күрһәтәбеҙ.
       Тауҙар күп төрлө һәм улар ғәжәпләндереүҙән туҡтамай, өҙлөкһөҙ үҙгәреп тороу һәләтенә эйә. Ҡараңғы тондар ҡапыл йылы алһыу - зәңгәр төҫкә әйләнә, күк йөҙө зөбәржәт төҫө мен ән ялтлай, һәм һалҡын таш аҡрынлап терелә башлай, уның эске
       балҡышы күҙгә салына...
       - "Гималай" серияһы - юғары донъяға асылған тәҙрә, космик ысынбарлыҡ ул. Картиналарҙа рәссамдың уйҙары сағыла һәм ниндәйҙер космик матурлыҡ һиҙелә, - ти Халыҡ - ара мәҙәниәтт е яҡлау лигаһының Башҡортостан бүлексәһе идараһы хеҙмәткәре Софья Аҡбарова. - Был күргәҙмә - ысын гүзәллек ораны. Рерихтың картиналарын күргәс, мин аңлатып булмаҫлыҡ шатлыҡ т ойғоһо кисерҙем. Күңел байрамы тип атарға булалыр уны.
       Софья Абдрахман ҡыҙының һүҙәренә ҡарағанда, Рерих картиналарының сифаты - "уй - хис һәм формаға ярашлы". Тамашасылар уларҙың һәр береһе алдында бик оҙаҡ тора, сөнки уларҙан килгән көслө, магнетик энергияны тоя. Был энергия автор торған кимәлгә күтәрә, мәңгелек менән йөҙгә - йөҙ
       осрашырға ярҙам итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал