6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Үҙебеҙҙең алтын ҡулсабыҙ буласаҡ
01.03.06


       Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеген Швейцария менән йыш с ағыштырыуҙар ысынбарлыҡҡа әйләнә башлай, күрәһең. Сит ил
       капиталы Көньяҡ Уралдың тәбиғи байлыҡтарына лайыҡлы ҡайма б улдырыуҙаа ярҙам итергә йыйына.
       "Фольксваген" фонды делегацияһы республикаға билдәле
       маҡсаттар менән килә. Фонд тапшырырға йыйынған грант башлыса Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында Маркетинг һәм коммуникациялар буйынса туризм һәм фәнни - консультатив үҙәк өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге төҙөүгә тотоноласаҡ.
       Грант үҙе бик үк ҙур түгел - 200 мең евро тирәһе, әммә нә ҡ унан "Башҡортостандың Көнбайыш Европаға туризмы" проектын то рмошҡа ашырыу башлана тип әйтергә була. Уның бер өлөшө булып "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" генераль маршрутын булдырыу торасаҡ, беҙҙең гәзит был турала яҙып сыҡҡайны инде . Халыҡ сәйәсәте мәктәбендә үткән сессияла проект авторҙарының береһе, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис
       академияһы ректоры Александр Дегтярев һөйләүенсә, маршруттың үҙәге ете нөктә аша үтә - был Ирәмәл, Инйәр, Яҡтыкүл, Талҡаҫ һәм Нөгөш тәбиғи комплекстары менән берләштерелгән "Янғантау", "Асы", "Абҙаҡ" шифахана һәм
       курорттары һәм, әлбиттә, баш ҡалабыҙ.
       Проекттың дөйөм хаҡын эксперттар ярты миллиард долларға
       баһалай.Мәҫәлән, Австрия инвесторҙары бында үҙ аҡсалары менән үк килергә әҙер. Үткән ноябрь айында Венала республика
       хөкүмәте вице - премьеры, финанс министры Айрат Ғәскәров
       башҡарыуында проект презентацияһы уларҙы был аҙымдың отошло булыуына инандырҙы. Проект сиктәрендә тәбиғәт мөхите шарттарында турист маршруттарында уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн ту рист базаларын яңыртыу, тау саңғыһында шыуыу үҙәктәре төҙөү, бәләкәй ҡунаҡхана селтәрҙәре һәм туристар өсөн приюттар булдырыу планлаштырыла.
       - Әгәр австриялылар ғына тиҫтә йыл дауамында 300 миллион
       доллар һалырға әҙер икән, улар артынан үҙ эшҡыуарҙарыбыҙ ҙа
       инвестор булырға хыяллана, - тип һығымта яһай Александр Дегтярев. - Әйткәндәй, "Фольксваген" фондының немец белгестәре һәм Австрия эксперттары туристик бизнеста беҙҙең
       кадрҙарыбыҙҙың юғары әҙерлекле булыуын билдәләне.
       Әйтелгән проекттың үҙенсәлеге Башҡортостанда экологик т уризм селтәре үҫешенә ҡыҙыҡһыныу артыуҙа - был төбәктең уникаль тәбиғәтен, биологик төрлөлөгөн һәм тарихи - мәҙәни
       мираҫын һаҡлап ҡалырға мөмкинселек бирәсәк. Туризм индустрияһының ликвидлығына килгәндә, әйтеүҙәренсә, уны бөгөн үк "тотоп ҡарарға" мөмкин. Мәҫәлән, академия ректоры үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашҡанда, билдәле саңғыла шыуыу курорты Абҙаҡта хатта яланғас һаҙлыҡлы ерҙең ун сутыйы  ла миллион һум тирәһе тора, әммә буш участка табыуы мөмкин түгел тиерлек, тип билдәләне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал