6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Кемдең милиционер булғыһы килә
01.03.06


       Милиция сафтарын тулыландырырға теләүселәргә ашығырға кәрәк: эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү өсөн лайыҡлы кандидаттар һайлау башланды ла инде. Эске эштәр министрлығы системаһындағы, башлыса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инеү шарттары менән БР Эске эштәр министрлығы Кадрҙар идаралығының профессиональ
       әҙерлек бүлеге начальнигы урынбаҫары Владимир Рассказов таныштыра.
       Өфө юридик институтының көндөҙгө бүлегенә 25 йәштән дә өлкән булмаған, белеме 11 кластан да кәм булмағандар уҡырға инә ала. Институтта юғары һәм урта махсус белемле кадрҙар әҙерләнә.
       Башта йәшәгән адрес буйынса милиция бүлегенә мөрәжәғәт
       итергә кәрәк буласаҡ. Тейешле белешмә һәм характеристикалар
       нигеҙендә унан рекомендация алғандан һуң, документтар менә н институтҡа килергә лә була. Хәйер, унда тәүҙә юғары уҡыу йорто абитуриенты булыу хоҡуғы өсөн бер аҙ көрәшергә тура киләсәк: ентекле медкомиссия үтергә һәм үҙеңдең физик хәлеңде күрһәтергә ( йүгереү, һикереү һәм башҡа нормативтар) кәрәк. Практика күрһәтеүенсә, нәҡ медицина тикшереүе һәм физик әҙерлек ваҡытында күптәр төшөп ҡала. Әйткәндәй, быйылдан башлап һынау тотоусылар өс километрға йүгерә, буласаҡ милиционер өсөн бер километр аҙыраҡ, тип иҫәпләйҙәр милицияла.
       Был һынауҙарҙы үтә алһағыҙ, июль - август айҙарында үтәсә к имтихандарға әҙерләнегеҙ. Юғары белем алырға теләүселәр өсөн
       был урыҫ теле һәм әҙәбиәте, Рәсәй тарихы һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренә ҡағыла. Урта профессиональ белемгә дәғүә итеүселәр урыҫ теле һәм тарихтан һынау тота.
       Хәҙер льгота буйынса уҡырға инеү тураһында. Алтын һәм көмөш миҙал эйәләре, шулай уҡ ҡыҙыл дипломға хужа булыусылар комиссия билдәләгән бер имтиханды тапшыра һәм физик әҙерлеген күрһәтә. Барыһы ла "бик яҡшыға" баһаланһа, улар шунда уҡ уҡырға алына. Баһа түбәнерәк икән, ҡалған имтихандарҙы ла тапшырырға тура киләсәк.Чечня һәм Төньяҡ
       Кавказдың ҡораллы конфликт зонаһына ингән башҡа территорияларында булған хәрби хеҙмәткәрҙәр Өфө юридик институтына имтиханһыҙ инә ала, әммә бер шарт бар - улар сәләмәтлеге буйынса тап килергә тейеш. Эш стажы алты айҙан
       кәм булмаған эшләүсе милиция хеҙмәткәрҙәре, запастағылар ( эштән бушатылыуҙан һуң өс йыл дауамында), тома етемдәр, хеҙмәт урынында һәләк булған йәки йәрәхәт алған эске эштәр
       бүлеге хеҙмәткәрҙәренең балалары, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңы Черкассы училищеһы сығарылыусылары институтҡа конкурстан тыш алына. Өфө
       юридик институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә бары тик 35
       йәшкә тиклемге эшләүсе милиция хеҙмәткәрҙәре дәғүә итә ала.
       Йыл һайын Өфө юридик институтының көндөҙгө бүлегенә 300 -
       350 курсант уҡырға алына. Конкурс ғәҙәттә бер урынға ике - өс кеше тәшкил итә. Курсанттар араһында ҡыҙҙар 10 процент тирәһе:
       - Был милицияла эшләүҙең үҙенсәлеге һәм йәшәү шарттарына бәйле, - ти Владимир Рассказов. - Курсанттар казармаларҙа йәшәй, ҡаты режим һаҡланыла. Ҡатын - ҡыҙҙар өсөн беҙҙең айырым бина юҡ, шуға күрә төнгөлөккә улар ҡайтып китә.
       Уҡыу ваҡытына курсанттар стипендия йәки дәрәжәһе буйынса оклад, бушлай кейем менән тәьмин ителә, ашатыу ойошторола.
       Йәйен уларға ике яҡҡа түләүһеҙ билет менән 30 көнлөк отпуск бирелә. Ҡышҡы каникулдар 14 көн дауам итә.
       Уҡыуҙы тамамлаған курсанттарға дәрәжә, диплом һәм түшкә тағыла торған билдә бирелә.
       - Өфө юридик институты сығарылыусылары эске эштәр органдарында биш йыл эшләргә тейешлеген оноторға ярамай, йәғни беҙҙә эшкә урынлашыу йөҙ процент гарантиялана, - тип билдәләне Владимир Рассказов. - Ғөмүмән, милицияла хеҙмәт итергә хыялланыусылар үҙҙәренә ни тиклем ауыр юл һайлауын аңларға тейеш. Өҫтәүенә Эске эштәр министрлығы ведомство учреждениеларында алынған белем үҙенсәлекле, уның менән гражданлыҡ вазифаһына, әйтәйек, берәй юридик фирмаға эшкә
       урынлашыуы ауыр.
       Шулай уҡ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәрҙе
       комплектлау меән шөғөләнә. Талаптар шул уҡ, бары тик рекомендация артынан йәшәгән урының буйынса беренсе майға ти клем хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инеү ғаризалары 10 июнгә тиклем ҡабул ителә.
       Барлыҡ һорауҙар менән 79 - 37 -- 48, 79 - 40 - 66 телефон дары буйынса БР Эске эштәр министрлығының Кадрҙар идаралығын а мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал