6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Кемгә - дәғүә, кемгә - миҙал
01.03.06


       Туринда үткән Олимпия уйындарында башҡорт спортсыларының сығ ышын нисегерәк баһаларға Хәйер, оҙон - оҙаҡ сурытып
       торорға кәрәкмәйҙер, тураһын әйтеү еңелерәк.
       Шулай итеп, иң мөһим теманан башлайыҡ. Егеттәрҙе башта илдең спорт элитаһына инеүҙәре өсөн маҡтарға кәрәк. Миҙалдар
       артынан етди һунарға сығыусылар араһында булыу - өҫтөңә бик
       ҙур яуаплылыҡ алыуҙы аңлата. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы өсөн сығыш яһайһың икән, әҙерлеккә барлыҡ көсөңдө һал, үлһәң үл, әммә миҙалға лайыҡ бул. Сөнки һинең сығышыңды миллионлаған ватандаштарың күҙәтә. Һин күрһәткән һөҙөмтәләрҙән уларҙың кәйефе, аппетиты, эшкә һәләтлеге нисек булыуы тора. Дүртйыллыҡ уйындарында булмаһа,
       тағы ҡайҙа организмдың йәшерен көстәрен асырға мөмкин
       БР спортсылары уйындарҙа бар көсөн һалды, тип әйтергә буламы. Был турала фекер йөрөтөүе ауыр, әммә шорт - трексы Вячеслав Кургинян һәм осоусы саңғысы Илдар Фәтҡуллин үҙ
       стартарында лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтә алманы. Ситтән ҡарағанда уларҙың сығышы көндәлек ауыр эште хәтерләтте, еңеүгә ышаныстары булмауы күҙҙәрендә яҙылған ине, тип тә әйтергә була.
       Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһаусы Сергей
       Голубев киреһенсә артҡа бер аҙым яһаны. Ул Рәсәйҙең иң көсл ө экипажындағы урынынан яҙҙы һәм Евгений Попов командаһына к үсерелде. Һөҙөмтәлә Голубев нисек кенә тырышмаһын, бары тик туғыҙынсы урынды ғына биләүгә өлгәште.
       Хәҙер уңышлыраҡ сығыш яһаусыларға күсәйек. Хәйер, уларға
       ла дәғүәләр бар.
       Иң башта Дмитрий Васильев тураһында. Тәүге осошонда уға Хоҙай барыһынан да алыҫыраҡ китергә мөмкинселек бирҙе, икенсеһендә инде күктән ергә төшөрҙө. Һәм беренселек урынына
       унынсы урын.
       Иҫ киткес тәүге осошонан һуң Васильев артабан сенсация күрһәтмәне. Рәсәйлеләр араһында иң яҡшыһы тигән исемгә генә лайыҡ булды. Ванкуверҙа үтәсәк Олимпия уйындарында ул
       миҙалға дәғүә итә аламы Ышаныс бар, әлбиттә.
       Өфөнөң тағы бер алыҫҡа осоусы кешеһе Сергей Масленниковты шулай уҡ ергә төшөү мәлендә ҡолаған өсөн уҡытып алыу ҡамасауламай. Уның тырышыуы аңлашыла, әлбиттә, әммә хаталаныуы ла көн кеүек асыҡ.
       Ғөмүмән Масленниковҡа үҙенең бөгөнгө спорт төрө - икеалыш
       тураһында оноторға һәм бары тик трамплиндан һикереү менән
       генә шөғөлләнеүгә күсергә кәңәш итергә мөмкин. Саңғыла уҙыш
       йәһәтенән Сергей бер ҙә алдыра алмай, шуға күрә үҙенең яратҡан спорт төрөндә ул ҙур еңеүҙәргә ирешә алмаясаҡ. Туринда Масленников трамплиндан һикереүселәр ярышында бер ҙә
       уйламайынса ун өс көслө спортсы иҫәбенә инеп китә ала ине. Хатта миҙал өсөн дә көс һынаша алыуы шик тыуҙырмай! Тимәк, aeҙҙең ҡарамаҡҡа бер генә һығыта яһарға ҡала - Сергей саңғыл а осоуға ҙур иғтибар бирергә тейеш. Был төрҙә уның еңеүгә
       ышанысы күберәк.
       Йәш биатлонсы Максим Чудов та миҙалдарға байый алманы. Йә атыу килеп сыҡмай, йә хәл етеңкерәмәй. Михайловка егете Максимдың төп проблемаһы тиҙ арала сәпкә тейгеҙә алмау, әлбиттә. Бәлки уның винтовкаһы насарҙыр, улай булһа, әйҙәгеҙ күмәкләп 50 - шәр һумдан аҡса йыяйыҡ та сәпкә тейҙермәүе оят
       булған винтовка һатып алып бирәйек. Ә инде етди әйткәндә, Максимға атыу өҫтөндә эшләргә лә, эшләргә кәрәк. Уның бөгөнгө мәргәнлеге менән һуғышта күптән инде берәй обер - лейтенант Грайс атып үлтергән булыр ине.
       Кемгә бер ниндәй ҙә дәғүә белдереп булмай тиһәгеҙ, ул Алексей Селиверстов, әлбиттә. Үҙ карьераһында ул инде бер нисә алтын миҙалға етерлек тир түкте. Насар ашаған, ҡатыла йоҡлаған, премияһыҙ ҡалған ваҡыттары ла етерлек булды. Уның ҡарауы бөгөн, ниһәйәт, ғәҙеллек еңде. Дөрөҫ, әлегә ҙур көс түгеү һөҙөмтәһендә көмөш миҙалға ғына эйә булдыҡ. Әммә алда Ванкуверҙа үтәсәк уйындар көтә бит әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал