6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Премьера

Өсөнсө "Матрица"нан алған тәьҫораттар
05.12.03


       "Матрица: революция" -- таралған трилогияның өсөнсө һәм, әйтеүҙәренсә, һуңғы өлөшө. Әммә йыш ҡына фильмдың ҡалған өлө штәре беренсе серияны ҡабатлап, тамашасыларҙың кәйефен ҡырыу сан. Был юлы ла шулай булды.
       Мин үҙемдең һәм иптәш ҡыҙым Розаның тәьҫораттары хаҡында һөйләмәк булам. Әйткәндәй, ул "Матрица"ның береһен дә күргән е юҡ һәм минең киноға барыу тураһындағы тәҡдимем менән теләп
       ризалашты. Хатта билет хаҡтары ла туҡтата алманы уны.
       Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин әле һаман да "Матрица"ның, йәғ ни режиссерҙарҙың күҙаллауы буйынса уның нимә икәнлеген аңл ай алмайым. Ә бына Нео менән Тринити менән әлегә тиклем таны ш булмаған Роза бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалды. Уға Пифия менән үҙен күп тапҡырҙар клонлаған агент Смиттың кем икәнлеген аңлата а лдым әле. Ә бына картинаның идеяһы, оҙон диалогтар, геойҙарҙ ың аңлашылмаған хәрәкәттәренә һәм финалға аңлатма табыуы ҡый ынға тура килде.
       Сценарий буйынса "Матрица: революция" кешеләрҙең азатлыҡ өсөн көрәш кульминацияһы тураһында һөйләргә тейеш. Машиналар
       армияһы Зионды юҡҡа сығарырға маташалар, ә унда йәшәүселәр йән - фарман һаҡланырға тырыша. "Тик Нео барлыҡ көсөн йыйып был көрәште туҡтата алырмы "-- тип ҡурҡыта реклама.
       Алдан уҡ яуап бирә алам был һорауға -- герой машиналарҙы ҡ алаға бәреп инеүҙән туҡтатасаҡ. Тик быға тиклем уны һуҡырайт асаҡтар, ә Тринитины һөңгөләр менән сәнсәсәктәр.
       Киноны ҡарағандан һуң көскә үҙенә килгән Роза :" Матур һуғ ышалар, -- тип белдерҙе. -- Тик һуғышыу мәлдәре бигерәк күп.
       Мин уларҙы ҡарап арыным һәм ниңәлер бер нимә лә аңламаным. Зион ҡалаһын Нео ғына ҡотҡара ала. Тик ул ниңәлер ике донъя араһында, Меровингиндың бысраҡ поезында аҙашып ҡала. Һуңына н был поезда түләп йөрөүселәрҙең кеше түгел, ә программалар икәнлеге асыҡлана. Улар бер арауыҡтан икенсеһенә күсеп йөрөй
       ала, ә Неоның бындай мөмкинселеге юҡ. Яҡшы, ул ваҡытта Неоғ а дуҫтары Тринити һәм Морфеус ярҙамға килә. Һуңынан ул күрәҙ әсе Пфияға мөрәжәғәт итеп машиналарҙы еңеп булыу - булмауын асыҡларға тырыша. Артабан -- Зион ҡотҡарылды, машиналар еңел де, Нео һаман да һуҡыр һәм яҡлауһыҙ көйө машиналар ҡалаһында
       ҡала. Ә дөрөҫлөк ҡайҙа һуң: Матрицаламы әллә Нео ҡалған уры ндамы Бер нәмә лә аңламайым.
       Бәлки режиссер уйынса фильм ошондай тәьҫорат ҡалдырырға тейештер ҙә. Тик минеңсә эш трилогияның беренсе өлөшөндө. Ха лыҡҡа ул оҡшаны,тамашасы киноның дауамын ҡарарға теләй. Һәм теләгәнен ала ла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал