6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

"Башҡортостан - Германия" диалогы ҡыҙыу булырға оҡшай
01.03.06


       Германия һәм Башҡортостан йәштәрен берләштереү маҡсаты ме нән ойошторолған 2006 - 07 йылдарға башҡорт - герман Йәштәр форумы ҙурҙан ҡупҡанға оҡшай. Әммә был сара һөйләшеү, мәсьәләләрҙе хәл итеү, тикшереү, контакттар булдырыу өсөн генә үткәрелмәй...
       Форумдың төп маҡсаты - башҡорт - герман хеҙмәттәшлеге өлкәһендә йәштәрҙең инициативаһын асыҡлау, сөнки, сараны ойоштороусылар фекере буйынса, "ике яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлек өсөн Башҡортостан Республикаһы һәм Германияның федераль ерҙәре йәштәр ойошмалары араһында диалогтың даими үткәрелеүе мотлаҡ".
       Форум сиктәрендә февраль айында Өфөлә "Башҡортостан - Германия" Рәсәй - Германия дуҫлығы йәмғиәте" йәмәғәт берекмәһе исеменән сығыш яһаусы йәмәғәт ойошмаһының конференцияһы үтте лә инде. Форум программаһында мөһим мәлдәрҙең береһе - Башҡортостанда Саксония көндәренә арналған һәм социаль әһәмиәткә эйә булған йәштәр конкурсының стартҡа баҫыуы.
       Конкурсты ойоштороусылар ( "Башҡортостан - Германия" Рәсәй - Германия дуҫлығы йәмғиәте, БР Демократик йәштәр союзы, "Граждандар Диалогы" Гражданлыҡ инициативалары үҫеше фонды) төп маҡсат һәм бурыстарҙы билдәләне, улар
       араһында иң мөһиме - Башҡортостан һәм Германияның иҡтисади,
       социаль һәм мәҙәни өлкәләрендә йәштәр инициативаһының үҫешенә булышлыҡ итеү.
       Конкурс биш йүнәлеш буйынса үткәрелә:
       1. Кеше һәм граждандар йәмғиәте.
       2. Киң мәғлүмәт саралары граждандар йәмғиәте үҫеше инструменты булараҡ.
       3. Карьераға асҡыс ( кадрҙар сәйәсәте һәм хеҙмәт баҙары).
       4. Берҙәм мәҙәни киңлек үҫеше.
       5. Экологик тәрбиә һәм сәләмәт тормош алып барыу.
       Ғаризалар 2006 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә.
       Бәлки проект һеҙҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр һәм һеҙ конкурста
       ҡатнашырға теләк белдерерһегеҙ. Был һеҙҙең халыҡ - ара хеҙмәттәшлек һәм социаль партнерлыҡ идеялары менән янған осраҡта ғына мөмкин, әлбиттә.
       Конкурстың төп бурыстары булып " йәмәғәтселек өсөн көнүҙә к, иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа йүнәлешле һәм финанс яҡтан реа ль булған социаль проект төҙөү", шулай уҡ артабан "Башҡортос тан - Германия" диалогы үҫешендә әүҙем ҡатнашасаҡ "инициатив а ойошмалары, төркөм йәки айырым кешеләрҙе эҙләү һәм уларға
       ярҙам итеү тора. Әгәр был һүҙҙәр һеҙҙең турала икән - тәүәккәләгеҙ! Әммә йәш йәһәтенән сикләү тураһында онотмағыҙ:
       ҡатнашыусылар 35 йәштән дә өлкәнерәк булырға тейеш түгел. Бынан тыш коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учр еждениелары, мәҙәни үҙәктәр һәм фәнни - тикшеренеү ойошмалары, шулай уҡ коммерция ойошмалары, граждандар һәм ин ициатива төркөмдәре хуплап ҡаршы алынасаҡ.
       Конкурсты үткәреү ваҡыты һәм тәртибе:
       1 этап: 2006 йылдың 15 мартына тиклем.
       2 этап: 15 март - 2006 йылдың 1 апреле. Проекттарға
       профессиональ экспертиза үткәреү. Был этап һөҙөмтәләре буйынса проект йәки эшләп бөтөүгә, йә проекттар ҡарауҙың
       өсөнсө этабына йүнәлтелә.
       3 этап: 1 апрель - 2006 йылдың 1 майы. Проекттарҙы йәмәғә т яҡлауы. Һөҙөмтәләр буйынса проект йә эшләп бөтөүгә, йә конкурстың финалына йүнәлтелә.
       Конкурс финалы. Еңеүселәрҙе билдәләү һәм наградлау.
       Финалға сыҡҡан проекттарҙың барыһы ла Башҡортостанда Саксония көндәре сиктәрендә Рәсәй Федерацияһындағы ФРГ илселеге вәкилдәренә, шулай уҡ немец фондтарына, хәйриә ойошмаларына һәм ҡыҙыҡһыныусы кешеләргә тәҡдим ителә. Проектты тормошҡа ашырыу һәм еңеүселәрҙе дәртләндереүҙә ярҙам күрһәтеү.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал