6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Өфө ҡорбандары
28.02.06


       "Юлаевсылар" чемпион титулына дәғүә итеүсе сираттағы команданы еңде. Өфө клубы бөгөнгө Рәсәй чемпионы һәм Европа чемпиондары кубогы эйәһе "Динамола" (Мәскәү) ҡунаҡта булып, был команданы 4 : 1 иҫәбе менән еңеп ҡайтты. Мәскәүҙә р баш тренер Владимир Крикунов һәм өс төп хоккейсы - Макси м Сушинский, Александр Харитонов һәм Денис Куляшһыҙ уйнаны. "Динамоларҙың" көслө егеттәре Олимпиада үткән Туриндан
       ҡайтып өлгөрмәне. Шулай уҡ Мәскәү командаһының оборона уйынсылары Дмитрий Быков менән Евгений Королев та йәрәхәт алыу сәбәпле көрәштә ҡатнаша алманы. "Юлаевсылар" составында бары тик оҫта снайпер Игорь Волков ҡына булманы.
       Был миҙгелдә 18 шайба индереүсе форвард киләһе матчта ҡатнашасаҡ тип әйттеләр беҙгә.
       Өфөлөләр был юлы бына тигән хоккей күрһәтте. Ҡаҙағстан йыйылма командаһының ҡапҡа һаҡсыһы Виталий Еремеев булмаһа, "аҡлы - күклеләрҙең" фанаттары өсөн иҫәп тағы ла үкенеслерәк булыр ине. Көйәрмәндәрҙең хәтерендә үҙәк форфард Николай Заварухиндың уйыны оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
       Тәүге голды Өфө командаһының һаҡсыһы Андрей Кутейкин индерҙе. Ул һөжүмгә ҡушылды һәм яҡын аранан шайбаны ҡапҡаға ырғытты. Күпселектә уйнаған ваҡытта "динамовсылар" быға яуап ҡайтарыуға өлгәште.
       Артабан тағы өфөлөләрҙең уйыны әүҙемләшеүе һиҙелде. Дмитрий Мелешко күпселекте файҙаланып ҡалды. Икенсе периодта уйындан сығарыуҙар күп булды һәм ул тағы бер гол менән хәтерҙә ҡалды. "Динамо" һаҡсыларының береһе үҙ зонаһынан сыҡҡанда шайбаһын Берниковҡа "бүләк итте" һәм
       , әлбиттә, Руслан мөмкинселектән баш тартманы.
       Һуңғы өлөштә өфөлөләр тағы ла үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә . Константин Макаровтың көтмәгәндә ҡапҡаға ырғытҡан шайбаһын
       Денис Метлюк тейешле урынына алып барып еткерә. 4 : 1 - "юлаевсылар" Мәскәү "динамовсыларын" даими чемпионаттың өс осрашыуында ла еңде. Был бик лайыҡлы һөҙөмтә.
       Әлеге ваҡытта "Салауат Юлаев" турнир таблицаһында 10 урында тора. "Регулярка" аҙағына тиклем бик үк көслөләрҙән һаналмаған командаларға ҡаршы дүрт матч үткәрергә ҡалды. Уларҙы еңеү беҙҙең команданы таблицала етенсе йәки һигеҙенсе
       урынға сығарыуы мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал