6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Күңелдәге таштан күңел өсөн ташҡа тиклем
27.02.06


       Таштар үҙҙәренә тарта. Уларға сикһеҙ һоҡланырға мөмкин. Утҡа йәки һыуға ҡараған кеүек. Ниңә Сөнки улар матур, тиер күптәр, оҙаҡ уйлап тормайынса. Әгәр төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ  Көнсығыш фәлсәфәһендә дүрт төшөнсә - һыу, ут, һауа һәм ерг ә
       ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың һәр береһе энергия сығанағы. Һы у - тыныс, әммә бар ергә лә үтеп инеүсән һәм бар нимәне үҙ э сенә алыусан, ут - ҡыҙыу, йылыта ла, шул уҡ ваҡытта яндырырғ а ла һәләтле, һауа - ирекле, ер - ҡеүәтле, тәрән мәғәнәгә эйә. Та штар - ерҙең балалары. Һәм миллион йылдар дауамында ер - әсә беҙҙә йыйылған энергияны таштар ҙа үҙҙәрендә туплап һаҡлай.
       БР Милли музейында әлеге ваҡытта "Тылсым хазиналары" тип исемләнгән күргәҙмә - шоу үтә. Был шәхси проект авторҙары -
       геолог Аркадий Шохин (Екатеринбург) һәм кристаллотерапевт
       Татьяна Галаватских ( Ижевск ҡалаһы). Инде ике йыл дауамынд а улар Урал һәм Себер ҡалалары буйлап йөрөй һәм тамашасыларғ а Шохиндың коллекцияһын тәҡдим итә. Коллекция әле лә донъяның төрлө мөйөштәренән килгән өлгөләр менән тулылана. С иләбелә, Пермдә, Ханты - Мансийск ҡалаһында булған улар. Йәйҙе тулыһынса тип әйтерлек Арҡайымда үткәргәндәр. Өфө - таштар күргәҙмәһенә шаһит булған унынсы ҡала.
       Экспозиция менән Татьяна Галаватских таныштыра. Ул
       кристалдар тураһында һөйләй, боронғо цивилизациялар - Атлантида, Лемурия хаҡында хәтергә төшөрә, билдәле булыуынса , унда таштарҙың энергияһы алыҫ араға мәғлүмәт тапшырыу өсөн
       файҙаланылған. Күргәҙмәнең ғорурлығы - тау гәлсәренән эшләнгән, диаметры буйынса футбол тубынан ҙурыраҡ булған шарҙы күрһәтә. Күргәҙмәгә килеүсе һәр кем үҙе менән эксперимент үткәрә, устарын шарға яҡын килтерә һәм уның энергетикаһын тоя - кемдер йылылыҡ килеүен һиҙә, кемдеңдер бармаҡтары сәнскәндәй итә.
       Таштар менән дауалау мөмкинлеге бик күптән билдәле. Тибет , Һиндостан, Персия, Египетта кристаллотерапия менән бик күп тән файҙаланғандар. Һәм билдәле органдарға айырым төҫтәге минералдар менән генә тәьҫир итеп булыуын белгәндәр. Ҡыҙыл һ әм ҡыҙғылт - һары төҫтәге минералдар менән умыртҡа һөйәген, бәүел бүлеп сығарыу системаһын, һары төҫтәгеләре - ашҡаҙан - эсәк тракты органдарын, йәшел төҫтәгеләре - йөрәк, ҡан әйләнеше системаһын, зәңгәре менән - ЛОР органдарын, күҙ ауырыуҙарын дауалап була. Ҡайһы бер таштар кире энергияны тартып сығарыу һәләтенә эйә, ҡайһы берҙәре - ыңғай энергия бирә.
       Таштар бетеү булараҡ та хеҙмәт итә. Һәр кешенең "үҙ" ташы берәү генә түгел, бер нисә булыуы мөмкин. Һәм бетеү өсөн таш
       һайлағанда яҙма сығанаҡтарға ғына һылтаныу етмәй, үҙ интуицияңа, тойғоларыңа ҡолаҡ һалыу кәрәк.
       Һәр таштың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре һәм ҡабатланмаҫ матурлығы бар.
       Мәҫәлән, аҡыҡ - халцедондың бер төрө, төрлө төҫтәрҙә була . Ул Боронғо Римдә уңдырышлыҡ алиһәһе ташы тип иҫәпләнә, Европала - һаулыҡ һәм оҙон ғүмер, Һиндостанда - уңыш килтере ү билдәһе. Аҡыҡ үҙенең хужаһын энергетик вампирҙарҙан һаҡлай , кире энергияны үҙенә ҡабул итә, кешенең рухи донъяһын көйләүгә булышлыҡ итә.
       Ә бына Уралда иң таралған таштарҙың береһе - йәшмә - ҡыҙы л
       да, йәшел дә, һары ла булыуы мөмкин. Республиканың күп кенә
       райондарында ул аяҡ аҫтында ята тип әйтергә мөмкин, урта быуаттарҙа ул сиркәү тарафынан ҡанунлаштырылған. Йәшмә яуызлыҡтан һаҡлай, ҡайғыны кәметә, күңелде йыуата һәм аҡылды
       арттыра. Ул биҙгәк һәм эпилепсиянан дауалай, юғалтҡан көстө
       ҡайтара. Боронғо гректар йәшмәнән эшләнгән һауыттан эсеп
       ағыуға ҡаршы торорға һәм төрлө ауырыуҙарҙан сихәт табырға
       мөмкин тип һанаған.
       Әммә аҫыл һәм ярым аҫылташтарҙың өҫтә һаналып киткән
       үҙенсәлектәре уларҙың хужаларының барлыҡ ауырыуҙарҙан бер ю лы ҡотолоуы, сикһеҙ байлыҡтарға эйә булыуы һәм бәхеттәренең баштан ашыуын аңлатмай.
       Татьяна Галаватских ғәжәпләнә:
       - Бөгөнгө кеше тирә - яҡ мөхиткә ҡулланыусылар күҙлегенә н
       сығып баға. Күптәр күргәҙмәгә килеп таштарҙы күреү менән үҙҙәренә бәхет, байлыҡ һәм һаулыҡ вәғәҙә итеүсе ташты һатып
       алырға теләк белдерә. Өҫтәүенә бетеү арзан булырға тейеш түгел. Әммә һаулыҡ, бәхет һәм байлыҡты 30 һумға һатып алып булмай шул, иң тәүҙә үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Үҙ үҙеңде камиллаштырыу юлында ғына теләгәнеңә ирешергә мөмкин. Бына шул саҡта инде таштар ҙа ярҙам итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал