6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Урман ҡырҡыусыларға һунар башланды
27.02.06


       Республикала үҙ белдеге менән ҙур күләмдә ағас ҡырҡыусылар
       күплеге бер кем өсөн дә сер түгел. Һәм бының ҡасанға тиклем
       дауам итәсәге хаҡында һорау асыҡ көйө ҡала бирә. "Урман ресурстары - 2006" операцияһы быға ярҙам итә алырмы Алыуы м өмкин. Һәр хәлдә ҡағиҙә боҙоусылар, штраф түләгәндән һуң, тейеш булмаған урында ағас ҡырҡыуҙан тыйылыр тип уйларға ҡала.
       2005 йылда Бишбүләк районында законһыҙ рәүештә ағас үҫентеләрен ҡырҡыу буйынса өс суд эше ҡарала. Уларҙың барыһында ла ҡарар дәүләт файҙаһына ҡабул ителә - законды
       боҙоусылар яңы ағастар ултыртыу юлы менән килтергән зыяндарын ҡапларға тейеш. Штрафтарға килгәндә инде, мәҫәлән,
       "Дружба" хужалығы 843 мең штраф түләргә бурыслы.
       Законһыҙ урман ҡырҡыуҙарҙы асыҡлау ярайһы уҡ ҡатмарлы эш.
       Урмандар башлыса таулы ерҙәрҙә үҫә, унда барып етеүе бик ҡыйын. Закон боҙоуҙар нигеҙҙә документтарҙы тикшереү ваҡытында асыҡлана.
       Урман хужалығының федераль агентлығы үткән йылдан башлап законһыҙ урман ҡырҡыуҙың дистанцион мониторингын әүҙем файҙалана. Уның принцибы түбәндәгенән ғибәрәт. Беренсе этап - урман менән әүҙем файҙаланыу урындарын космик фотоға төшөрөү, был законһыҙ урман ҡырҡыу урындарын билдәләргә мөмкинселек бирә. Икенсе этап - конкрет майҙандарҙы аэрофотоға төшөрөү, сиктәрҙе һәм дәүләткә килтерелгән зыянды
       аныҡ билдәләү. Барлыҡ мәғлүмәт тикшерелгәндән һуң килтерелгән зыян тураһында документтар әҙерләнә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.
       Мониторинг системаһы бөгөн үк үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай, шул иҫәптән был Рәсәйҙең Иркутск, Аргангель өлкәләре, Карел Республикаһына ла ҡағыла. Ул илебеҙ территорияһында урман әҙерләү эшмәкәрлеге киң йәйелгән
       майҙандың 100 процентын да үҙ эсенә алырға тейеш. БР
       Тәбиғәт министрлығында әйтеүҙәренсә, яҡын арала был тәжрибә
       республика территорияһында ла файҙаланыласаҡ.
       "Урман ресурстары - 2006" операцияһына килгәндә, уның тәү ге этабы 15 февралдә үк башланды. Ул ай аҙағына тиклем дауам итәсәк һәм республиканың 54 районын һәм 21 ҡалаһын үҙ эсенә аласаҡ. Урман ресурстарын әҙерләгәндә һәм файҙаланғанда, шулай уҡ урман фондын файҙаланыуға бәйле булмаған эштәрҙе башҡарғанда тәбиғәтте һаҡлау буйынса тейешле талаптарҙың үтәлеүен 150 инспектор күҙәтеү аҫтында тота.
       Урман хужалығының БР буйынса территориаль агентлығы урман хужалыҡтары, "Башсельлес" идаралығының ауылдарҙағы
       урман хужалыҡтары, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән
       шөғөлләнеүсе предприятие һәм ойошмалар тикшереү объекттарына әйләнәсәк.
       Ағас ҡырҡыу эше ғәҙәттә ҡышын башҡарыла, шуға күрә был йүнәлештәге эштәрҙең күбеһе тамамланған. Әле уларҙың законлылығын тикшереү өсөн уңайлы мәл. Һәм тағыбер мөһим
       эш - ағас әҙерләүселәр һәм урман хужалыҡтарының янғын хәүефе көслө булған миҙгелгә әҙерлеген баһалау ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал