6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Көмөш миҙал "алтынға" тиң
27.02.06


       Башҡортостан атлеттары Олимпия уйындарында үҙ сығыштарын т амамланы. Уңыш Рәсәйҙең бобслей командаһында "көмөш" яулаусы Алексей Селиверстовҡа йылмайҙы. Яҡташыбыҙҙың был миҙалы берҙән - бер - Башҡортостан өсөн сығыш яһаусы спортсылар башҡа награда ала алманы.
       Селиверстовтың уңышын күҙалларға мөмкин ине - Рәсәй бобслейсылары үҙ спорт төрҙәрендә иң алдынғыларҙың береһе булып тора. Алтын миҙалға тиклем бер аҙ ғына барып етмәне улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Андре Ланге идаралығындағы немец экипажы үҙҙәрен көслөрәк итеп күрһәтте.
       Оҫта пилот Александр Зубков етәкселеге аҫтындағы рәсәйлелә р тәүге ярышта лидерҙарҙан ни бары йөҙҙән ике секундҡа артта ҡалды. Икенсе шыуыу бик үк шәптән булманы һәм беҙҙең беренсе экипаж дүртенсе урынға төштө. Көрәш киҫкенләште. Икенсе көнө рәсәйлеләрҙең һуңғы ике уҙышы барыһын да хәл итергә тейеш ине...
       Ярыштар үткәс беҙ Алексей Селиверстовтың әсәһе Полина Григорьевна менән элемтәгә индек, улының оҙаҡ йылдар сығыш я һау осоронда ул бобслей ғына түгел, башҡа спорт төрҙәре өсөн
       дә "көйә". "БАШвестЪ" гәзитенә ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Мин "бронза" эләгеүен Алланан үтенеп һораным! Бик борсолдом. Ярыш көндәре араһында Леха (өйҙә беҙ уны шулай тип йөрөтәбеҙ) апаһына "Һуңғы көрәш, ул иң ауыры" тигән
       кеүегерәк sms - ка ебәргән. Өсөнсө тапҡыр шыуыуҙан һуң ғына
       миҙал яулауҙарына ышаныс тойғоһо барлыҡҡа килде.
       Өсөнсө шыуыуҙы рәсәйлеләр бик һәйбәт башҡарҙы. Улар тағы ла икенсе урынға сыҡты, әммә был юлы ла немецтарға биреште.
       Дүртенсе шыуыуҙа инде беҙҙең команданың бурысы икенсе урынды һаҡлап ҡалыу һәм көмөш миҙал яулау ине. Һәм улар быға ирешә алды: Александр Зубков, Филипп Егоров, Алексей Селиверстов һәм Алексей Воевода бобслейҙа Рәсәй өсөн тәүге миҙалды яуланы. Беҙҙең егеттәрҙең йәрәхәттәр менән сығыш яһауын иҫәпкә алғанда ( "БАШвестЪ" мәғлүмәттәре буйынса Егоровтың баш мейеһе һелкенеүе, Зубков һәм Селиверстовтың яурындарын ауырттырыуы билдәле), "көмөштө" алтын миҙалға ла тиңләргә була. Рәсәйҙең Евгений Попов етәкселегендәге икенсе
       экипажы ( уның составында Мәскәү һәм Башҡортостан намыҫын я ҡлаусы Сергей Голубев сығыш яһаны) туғыҙынсы урынға сыҡты.
       Тиҙҙән Селиверстов карьераһындағы төп награда менән тыуға н яғына ҡайтасаҡ һәм лайыҡлы рәүештә журналистар тарафынан "өҙгөләнәсәк". Алексей өсөн был Олимпиада һуңғыһы булырмы, ул үҙ карьераһына нөктә ҡуйырмы Әйтеүе ҡыйын. Әммә Ванкуверҙа үтәсәк уйындар ваҡытында Лехаға ни бары 33 йәш буласағын билдәләйек. Бобслей өсөн был йәш түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал