6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Крупская Башҡортостанда бер тапҡыр ғына булмай
27.02.06


       Надежда Константиновна Крупская ( 1869 йылдың 26 февралендә тыуа, 1939 йылдың 27 февралендә вафат була) Башҡортостанда 1 900 - 01 йылдарҙа һөргөндән һуң да булып китә. 1919 йылдың
       йәйендә Волга һәм Кама буйлап үткән "Ҡыҙыл Йондоҙ" агитпароходы республиканың Краснокама районында Николо - Березовкала туҡталыш яһай. Унда Надежда Крупская ла була.
       - "Ҡыҙыл Йондоҙҙоң" бурысы аҡтар эҙенән барыу, партияның һигеҙенсе съезында ҡабул ителгән ҡарарҙы үткәреү, бар урында
       ла Совет власын нығытыу ине, - тип хәтерләй ул... Пароходта кино, типография, радио, китаптар бар, ҡайһы бер комиссариат , профсоюз вәкилдәре был эште башҡарыуҙа ҡатнашты.
       Юлға сығыр алдынан беҙ Ильич менән нимә һәм нисек эшләргә
       кәрәклеге, халыҡҡа нисек ярҙам итеү, ҡайһы һорауҙарға айырыуса иғтибар биреү тураһында оҙаҡ кәңәшләштек.
       Николо - Березовкаға төрлө флаг һәм лозунгылар менән биҙәлгән пароход 26 июлдә 19 сәғәт 30 минутта килә һәм икенс е көндөң киске сәғәт унында ғына артабан юлға сыға.
       Был ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарыла: дүрт митинг һәм
       йыйылыш үткәрелә, ике сеас кино күрһәтелә, халыҡҡа ике меңдән артыҡ китап таратып бирелә. Агитпароход хеҙмәткәрҙәре
       ревком, өс ауыл советы, бер эшселәр ойошмаһы эшмәкәрлеге менән таныша, 12 ялыуҙың йөкмәткеһе тикшерелә һәм урында уҡ хәл ителә.
       Крупская үҙенең юл көндәлегендә Николо - Березовка тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:
       "... Барлыҡ малды ҡыуып алып киткән һәм крәҫтиәндәрҙе бер нимәһеҙ ҡалдырған аҡтарға ҡарата халыҡтың асыуы сикһеҙ. Митингыға кеше күп йыйылды, ҙур иғтибар менән тыңланылар... Николо - Березовкала аслыҡ хөкөм һөргән губерналарҙан килгән
       халыҡ һәм ҡасаҡтар күп. Барыһы ла эш таба. Николо - Березов ка эшселәренең үҙ артель оҫтаханалары ойоштороуҙа ҙур инициатива күрһәтеүен билдәләргә кәрәк... Николо - Березовка ла китапхана, үҙ китапханасылары бар... Бынан тыш балалар баҡсаһы ойошторолған, унда кистәрен уҡытыусылар балалар
       менән уйнай, әңгәмәләшә... Клуб юҡ..."
       Ҡайтҡансы Крупскаяның Ленинға һөйләрлек хәбәре күп йыйыла . Ильич Надежда Константиновнаның һөйләгәнен ҙур иғтибар менән тыңлай.
       Ул йылда Николо - Березовканан Мәскәүгә Ленинға ике телеграмма килә. Береһе 27 июлдә "Ҡыҙыл Йондоҙ" параходының Сарапулға юл тотоуы тураһында хәбәр итә. Ә икенсе телеграмма "Ҡыҙыл Йондоҙ" хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостандағы эш һөҙөмтәһе булараҡ килә. 1919 йылдың ноябрь айында Николо - Березовкала А. В. Луначарский
       исемендәге Халыҡ йорто асылыуы тураһында хәбәр итә ул.
       "Беҙ Николо - Березовкаға ингәндән һуң унда ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла мәҙәни - ағартыу эше киң йәйелдерелә, - т ип ҙур ҡәнәғәтләнеү менән билдәләй Надежда Константиновна, - крәҫтиәндәр бик ҡәнәғәт, һәм уларға тағы ла үҙәктән килеүҙәр ен һорайҙар".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал