6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Джинсы кейгән геройҙар һәм Антигона хаҡында
26.02.06


       ... Башлайыҡ. Был персонаждар хәҙер һеҙҙең алда Антигона тураһында трагедияны уйнап күрһәтәсәк. Антигона - нескә, бәләкәс кенә ҡыҙ, ана ул, бер нөктәгә текәлгән. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Уйлана ул. Бына хәҙер ябыҡ ҡына ҡараҡайҙан, ғаиләлә береһе лә етди ҡабул итмәгән өндәшмәҫ ҡыҙҙан ҡапыл героиняға әүерелеүе һәм бер үҙе бар донъяға, үҙ ағаһы - Крео н батшаға ҡаршы сығыш яһауы хаҡында уйлай. Йәш булыуы һәм бик тә йәшәргә теләүенә ҡарамаҫтан, үлем тураһында уйлай. Уның исеме Антигона һәм уға үҙенең ролен аҙағына тиклем уйнарға тура киләсәк... Мифологик Эдип батшаның ҡыҙын француз драматургы Жан Ануй беҙгә шулай итеп һүрәтләй. Ул ҡыҙҙы данлай һәм унан героиня яһай.
       Быйыл Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын
       тамамлаусы йәш режиссер Екатерина Моталапова уҡыу театры сәхнәһендә идаралыҡты Креонға тапшыра. Тарих ҡапҡанына эләккән кешенең сараһыҙлығын күрһәтә. "... Уға еңел булмаған роль - кешеләргә идара итеү - эләгә. Элек, Эдип заманында, батша һарайында беренсе вельможа ғына булған сағында, ул музыка ярата, ҙур теләк менән Фивала антиквар магазиндар буйлап йөрөй. Әммә Эдип һәм уның улдары үлә. Креон үҙенең китаптарын һәм ваҡ - төйәк әйберҙәрен
       ташлап, еңдәрен һыҙғана һәм үҙе уларҙың урынына баҫа..." (Жан Ануй "Антигона").
       Креонға ҡарата бер юлы ике тойғо - йәлләү һәм күрә алмау тойғоһо барлыҡҡа килә. Әммә ул үҙ юлын һайлай, һәм Фивалағы тыныслыҡ өсөн бер көндә улы Гемон, килене Антигона һәм
       ҡатыны Эвридиканан яҙа.
       Ике ут араһында ҡалған кешенең тойғоларын һүрәтләүҙе режиссер бөгөн академияның өсөнсө курсында актер оҫталығына өйрәнеүсе Эльдар Ғәзизовҡа йөкмәтә. Был бик ҡатмарлы ролгә д әғүә итеүсе күптәр араһынан режиссер нәҡ уны һайлай һәм яңылышмай. Алда Эльдар пәйҙә булып бер нисә минут үткәс, тамашасы уның йәш һәм сибәр студент икәнлеген онота. Хатта уның Креон булыуы ла мөһим түгел, ә нимә эшләргә ҡарар итеүе
       беренсе планға сыға. Уның өсөн туғанлыҡ хистәре мөһимерәкме , әллә сәйәси иҫәп - хисапмы
       Ә инде спектаклдән һуң тамашасы үҙенә "Теге йәки был осраҡта дөрөҫ эшләнемме" тип һорау бирә һәм ошо турала фекер йөрөтә башлай икән, тимәк актер үҙенең роленә
       тулыһынса инә алды, ә "Антигона" тамашасының йөрәгенә үтеп инде тигән һүҙ. Екатеринаның һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерлыҡ оҫталығы буйынса педагогтары - БР һәм РФ атҡаҙанған артисткаһы Таңсулпан Бабичева, сәхнә хәрәкәте буйынса педагог Лариса Адушеваның ҡаҙанышы нәҡ ошонда. "Был минең тәүге эшем булмауына ҡарамаҫтан, остаздарымдың ярҙамынан тыш диплом спектакле барып сыҡмаҫ ин е", - тип таный Екатерина.
       Рената Нәҙерғолова ла (быйыл академияның актер бүлеген тамамлай) үҙенең диплом эше өсөн ҡайғыра. Уның уйнауына ҡара п, Антигонаның холҡо ла шундай булғандыр, тип уйлайһың.
       Рената ҡараҡай грек ҡыҙы түгел, оҙон күлдәк тә кеймәгән. Ул беҙҙең алға ғәҙәти йыртыҡ джинс салбарҙа килеп баҫа.
       Спектаклдең башҡа геройҙары - Исмена, Гемон кеүек үк... Кре он батша шулай уҡ джинс салбарҙа, өҫтәүенә өҫтөндә оҙон ҡара пальто, бер ҡолағында алҡа ялтырай, бер ҡулында бирсәткә - б ыл бер үк кешелә изгелек һәм яуызлыҡ тойғолары берләшеүен күрһәтә.
       Йыртыҡ джинсы, "Властелин колец" фильмынан алынған көй боронғо грек легендаһын йәнләндереп ебәрә, һәм тамашасы йәш артистарҙы ихлас күңелдән алҡыштарға күмә. Уларҙың уйнауын ҡ аты баһалап булмаған да кеүек. Сөнки актерҙар - йәштәр, сөнк и уҡыу театры, сөнки, сөнки... Әммә улар - сәхнәлә, уларға тамашасы ҡарай. Ысын мәғәнәһендәге тамашасы. Әгәр элегерәк, алты йыл тирәһе элек уҡыу театрының спектаклдәрен педагогтар
       һәм академия студенттары ғына ҡарай алһа, бөгөн уның
       ишектәре һәр кемгә асыҡ. Тәүшарт - театр сәнғәтен яратыу һә м хөрмәт итеү.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал