6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутаттар йәмәғәт ойошмаларын яҡланы
26.02.06


       Республика парламентының 32 - се ултырышында "Хөкүмәт
       сәғәте" төп урынды биләне. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли
       проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында доклад менән сығыш яһаны.
       Әммә ултырыш барышын депутаттар шунда уҡ үҙ кәйефенә
       яраҡлаштырып көйләне. Парламент комитетының урындағы
       үҙидара, милләт, йәмәғәт һәм дини берекмәләр мәсьәләләре, мәғлүмәт сәйәсәте һорауҙары буйынса рәйесе урынбаҫары Надежда Крылова Вячеслав Володиндың "Известия" гәзитенә биргән интервьюһына ҡырҡа рәүештә кире баһа белдерҙе.
       "Берҙәм Рәсәй" партияһының Генераль советы президиумы секретары бер аҙна элек Башҡортостандың ҡайһы бер йәмәғәт
       ойошмаларын һаҡһыҙ рәүештә милләтселәр рәтенә ҡуйҙы. Улары үҙ сиратында был ғәйепте "тупаҫ һәм нигеҙһеҙ" тип белдерҙе. Партия буйынса иптәшенең һүҙҙәренә "берҙәм рәсәйлеләрҙең" төбәк лидеры Мансур Әйүпов комментарий бирҙе һәм был үкенесле хата "үткән йылдар матбуғатында баҫылған тикшерелмәгән мәғлүмәт" эҙемтәһендә килеп сыҡты, тип аңлатты, бынан тыш гәзиттә лә хата киткән, тине ул.
       Әммә республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары
       Башҡортостанда милләт - ара хәлде нигеҙһеҙ яманлау фактын өндәшмәйенсә үткәреп ебәрә алманы, "Володиндың һүҙҙәре
       халыҡ намыҫына, гражданлыҡ һәм патриотлыҡ тойғоларына тап яға". Парламент спикеры халыҡ һайланыусыларының борсолоуын а ңлауын белдерҙе һәм "бының ултырыш протоколына индерелеүен" һораны.
       Республика хөкүмәте башлығы Башҡортостанда "Һаулыҡ", "Мәғариф", "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" һәм "Һәр кем алырлыҡ уңайлы торлаҡ - Рәсәй граждандарына" милли проекттарының тормошҡа ашырыла башлауы тураһында ентекле бәй ән итеп, депутаттарҙы бер аҙ тынысландырҙы. Властың һәр кимәлендә ентекле һәм төптән уйланған пландар һәм властың бар тармаҡтарында ла аныҡ хәрәкәт координациялары булғанлыҡтан өҫтөнлөклө милли проекттарҙы үҫтереү һәм тормошҡа ашырыуҙа хәл итеүе мөмкин булмаған проблемалар юҡ к имәлендә. Мәҫәлән, йыл башынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәре - улар 4440 белгес иҫәпләнә - өҫтәмә эш хаҡы ала. Дөйөм алғанда, федераль бюджеттан был маҡсатҡа йыл дауамында 492 миллион һум йүнәлтеләсәк. Бала табыу сертификаттары тапшырыу программаһын финанслауға 315 миллион һум күләмендә федераль средство бүленгән, уның 21 миллионы республикаға күсерелгән дә инде.
       Бөгөн властың федераль органдарында Өфөлә федераль әһәмиәттәге юғары медицина технологиялары үҙәге төҙөү параметрҙары һәм ваҡыты тураһында килешеү өҫтөндә ҡыҙыу эш б ара, тип хәбәр итте Рафаэль Байдәүләтов. "Мәғариф" милли проектына килгәндә, үҙәктән бүленгән аҡса 32 мең мәктәп уҡытыусыһына синыфҡа етәкселек иткән өсөн айына тейеш булған бер мең һумды түләргә мөмкинселек бирҙе. Республиканың байтаҡ вуз һәм мәктәптәре милли проект сиктәрендә маҡсатлы грант алыуға ғариза бирҙе, һәм беренсе майға тиклем конкурста еңеүсе иң яҡшы мәктәптәр билдәле буласаҡ.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры депутаттарға шулай уҡ ентекле итеп башҡа үҙгәрештәр тураһында ла еткерҙе. Тәбиғи, ҡалған ике милли проектҡа ла иғтибар аҙ бүленмәй. Бөгөн
       Башҡортостанда 168 мең ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлығы, уларҙың 17 процент тирәһе - аҙ тәьмин
       ителеүселәр булыуын әйтеү етә. Әммә был проблемалар ҙа, һис
       шикһеҙ, парламент ярҙамында хәл ителәсәк.
       Артабан депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым
       суд участкалары мировой судьяларын һайланы. Икенсе уҡыуҙа
       парламентарийҙар ҙур өлөшө федераль закондарҙағы үҙгәрештәргә ярашлы ҡабул ителгән 12 закон проектын ҡараны. Оҙаҡ уйлағандан һуң Дәүләт Йыйылышы депутаттары
       республиканың 1994 йылдағы "Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында" законының ғәмәлдә булыуын туҡтатып тороу хаҡында закон проекты менән килешергә булды.
       Дөйөм алғанда, башҡорт парламентарийҙары тәүге уҡыуҙа 14 закон проекты ҡараны, улар араһында экологик йөкмәткеле документтар байтаҡ. Федераль кимәлдәге үҙгәрештәргә бәйле
       БР Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фонды бюджетының килем өлөшө 151 миллион һумға "ябыҡты", әммә, уның башҡарыусы директоры Алексей Меньшиков әйтеүенсә, "эске резервтар иҫәбенә" сығым өлөшө юғалтыуҙары бер миллионға тиклем кәметелде.
       "Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 19 92 йылдың 12 майындағы "Башҡортостан Республикаһында граждандар тарафынан милләт ҡабул итеү һәм үҙгәртеү тәртибе тураһындағы Указын көсөнән сыҡҡан тип таныу хаҡында" БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарары ҡабул ителде.
       Һуңғы ҡарар менән закон сығарыусылар ер мөнәсәбәттәре буйынса парламент тыңлауҙары үткәреү идеяһы менән килеште.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль органдары, республиканың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район
       хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал