6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Башҡорт балы йыһанда Бик мөмкин!
03.12.03


       Башҡорт балының республиканан ситтә лә билдәле булыуы бар ыһына ла мәғлүм. Был милли продукт Башҡортостандың "визитка" һына әүерелде тип тә әйтергә була. Республикаға килгән ҡуна ҡтар ҡайтып киткәндә мотлаҡ хуш еҫле башҡорт балы һалып алал ар. Беҙҙекеләр ҙә ҡайҙа барһалар ҙа күстәнәс балһыҙ юлға сы ҡмай. Башҡорттар өсөн бал швейцарҙарҙың сыры, француздарҙың виноһы һымаҡ милли продукт һәм ғорурлыҡ сығанағы булып тора.
       Ысын башҡорт балын тәмләп ҡарағандан һуң уның иҫ китк ес тәмен һәм дауалау мөмкинлектәрен билдәләмәүсе кеше юҡтыр.
       Быны раҫлап, Рәсәй космонавтары араһында балдың айырыуса по пуляр булыуын ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә...
       Дүрт йыл элек "Башҡорт балы" фәнни - етештереү үҙәге етәк сеһе Ришат Ғәлиев Юрий Гагарин исемендәге космонавтар әҙерлә ү үҙәге белгестәре менән таныша. Микроэлементтарға бай балды ң космонавттар менюһына индерелмәгәнен белгәс бик аптырай ул . Уға бығаса тәҡдим ителгән ҡортсолоҡ продукттарының бракка
       сығарылыуы тураһында әйткәс, беҙҙең яҡташ башҡорт балын кил терергә тәҡдим итә. Ғәлиевҡа артыҡ ышанмайҙар, әлбиттә, әммә
       Башҡортостандан килгән балды тикшереп ҡарағас, унда оҙайлы ваҡыт космоста булған кеше организмы өсөн файҙалы бик күп ма тдәләр табыла һәм продуктҡа белгестәр иң юғары баһа бирә.
       Башта космонавтар балды ерҙә тәмләп ҡарай. Һөҙөмтә шулай у ҡ -- иң юғары балл. Артабан балды космосҡа ла ебәрәләр. Тәмл е башҡорт балы айырыуса орбита станцияһында эшләгән космона втарҙың күңеленә хуш килә. Шул ваҡыттан алып башҡорт милли п родуктын космонавтарҙың туҡланыу рационына индерергә тигән ҡ арар сығарыла.
       Бөгөн иһә башҡорт балы Бирюлевск эсперименттар заводына е бәрелә, унда космонавтар өсөн балдан махсус аҙыҡ әҙерләйҙәр .

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал