6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һаумы, йәш быуын, йәш гвардия
26.02.06


       Яңы йәштәр хәрәкәте Рәсәй төбәктәре буйлап ғәйәт ҙур тиҙле к менән тарала. Элекке "Йәштәр берлеге" ағзаларына үҙҙәренең
       яңы - "Берҙәм Рәсәйҙең" Йәш гвардияһы" исемен - өсләтә көс һәм эш менән нығытырға тура килә. Сөнки бында һүҙ йәш сәйәсмәндәрҙең власта ҡатнашыуға реаль перспективаһы тураһында бара.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бү лексәһе - "Берҙәм Рәсәйҙең" Йәш гвардияһы" ойошторолдо, ойоштороу ваҡытында уға элекке исеменән айырылырға тура килде. Конференцияға беренсел ойошмаларҙан 92 делегат йүнәлтелде, әммә Ауыл хужалығы министрлығының Ҙур залына 84 делегат килде. Бында уларҙы өлкән иптәштәре - Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе лидерҙары көтә ине инде. "Йәш гвардия" уларҙың йәш ярҙамсыһы ролен үтәйәсәк.
       Президиумда республиканың билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен күрергә мөмкин ине. Сарала ҡатнашыусыларҙы "Берҙәм Рәсәй" төбәк бүлексәһенең йәш активистары исеменән Т өбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Ринат Миһранов сә ләмләне, ул "йәш гвардеецтар" эшмәкәрлегенең программаһы мен ән дә таныштырҙы: "Йәштәр хәрәкәтен партия менән тығыҙ эшмәкәрлек көтә. Беҙҙең туранан - тура бурыс - йәштәрҙе парт ия сафына йәлеп итеү. "Йәш гвардия" - партияның кадрҙар резе рвы буласаҡ".
       Йәштәргә ышаныс белдереү һәм фатиха һүҙҙәре менән БР
       Президенты Хакимиәтеның мәғлүмәт - аналитика идаралығы начальнигы Марат Ямалов мөрәжәғәт итте: "Был ваҡиғаны беҙ күптән көтәбеҙ, бик әһәмиәтле сара, комсомолдың данлы йолалары бирешмәй әле. Бөгөн йәштәрҙе реаль эштәрҙән айырыуҙың мәғәнәһе юҡ. Һәм һеҙҙең исем тарихтың онотолмауы т ураһында һөйләй". Республиканың Ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмов та ошо теманы дауам итте: "Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәр саҡ эшебеҙҙең нигеҙе булды. Беҙҙең ветерандарҙың барыһына ла "Йәш гвардия" исеме лә, ошо исемдәге китап та бик оҡшай. Бөгөн күптәр йәш гвардеецтарҙың
       кемлеген белмәй. Ветерандар ойошмаһы һеҙгә ярҙам итәсәк, беҙгә бергәләп тәртип урынлаштырырға кәрәк". Республика парламенты депутаты, үҙе күп йылдар буйына йәштәрҙең йәмәғәт
       ойошмаларында эшләүсе Флүр Әсәҙуллин былай тине: " Башта һеҙгә йәштәрҙе нисек йәлеп итергә мөмкин булыуын уйларға кәрәк. Һеҙ сәйәсәттә ҡатнашырға, власть алдына бурыстар ҡуйырға, үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡларға тейеш".
       Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостандың "Йәштәр берлеге" төбәк бүлексәһенең һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында бер аҙ һағыныу тойғоһо менән һөйләне.
       Ирекле инициативалар үҫешенән тыш, элекке хәрәкәт активистары спорт саралары, йәштәрҙең ялын ойоштороу, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау, шулай уҡ социаль проекттар менән шөғөлләнде. Төбәк бүлексәһе нигеҙ һалған ҡайһы бер акциялар, мәҫәлән, "Өйгә шылтыратыу" - кисектергеһеҙ хеҙмәт
       үтәүсе һалдатҡа телефон аша туғандары менән элемтәгә инеү мөмкинселеге биреү - артабан бөтә Рәсәйҙә лә файҙалана башланы.
       Билдәле булыуынса, "Йәштәр берлегенең" Воронежда үткән дүртенсе съезына йәш башҡортостанлылар ҙа барҙы һәм унда "Берҙәм Рәсәйҙең" йәш гвардияһы" яңы партия йәштәр хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүенә шаһит булды. Нәҡ шул ваҡытта
       төбәктәрҙә "Берҙәм Рәсәйҙең" Йәш гвардияһын" булдырыу бурысы ҡуйылды ла инде. Өфөлә был маҡсатҡа уңышлы ғына ирешелде. Конференцияла һайланған төбәк бүлексәһе штабына
       19 кеше инде, улар араһында йәш ғалимдар, уҡытыусылар,
       эшҡыуарҙар, хатта журналистар ҙа бар. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, төбәк штабы начальнигы итеп БДАУ уҡытыусыһы, Воронежда үткән съезд делегаты Руслан Ғиззәтуллин һайланды. Ул шунда уҡ "Йәш гвардияның"яҡын аралағы эшмәкәрлеген билдәләне: "Беҙҙең хәрәкәт - йәш сәйәсмәндәр хәрәкәте. Беҙгә күп эш башҡарырға, үҙ өҫтөбөҙгә ҙур яуаплылыҡ алырға кәрәк буласаҡ. Йәштәрҙең күп өлөшө бөгөн дәртһеҙ, һүлпән һәм битараф. Әммә беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ, улар араһында иң мөһиме - демократик , социаль йәһәттән ғәҙел йәмғиәт төҙөүгә йәштәрҙе йәлеп итеү һәм уларҙа патриотлыҡ һәм үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Ә беренсе сиратта беҙ ойошма эсендә системалы эште һәм наркотиктарға ҡаршы акцияны көйгә һаласаҡбыҙ.
       Бынан тыш "Берҙәм Рәсәй" партияһы ҡараштары һәм идеяларын п ропагандалауға ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ".
       Конференция аҙағында Башҡортостан йәштәренә мөрәжәғәт ҡабул ителде. Унда, башлыса, делегаттар "беҙҙең ойошма эшендә ҡатнашып, һәр йәш гражданин үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡ арай, кәрәкле һөнәри күнекмәләр ала, командала эшләргә өйрәнә" тип раҫлай. Республиканың "йәш гвардеецтары" һәр кемде активист һәм үҙҙәренә фекерҙәш булырға саҡыра. Сөнки бөгөн "Йәш гвардия" үҙенең төп иғтибарын йәштәрҙең мәшғүллеген ойоштороу проблемаларына һәм хатта "Берҙәм Рәсәй" партияһындағы өлкән дуҫтары ярҙамында үткәрергә мөмкин буласаҡ закондар инициативаһы әҙерләүгә йүнәлтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал