6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Башҡортостан геройҙарының береһе
22.02.06


       Советтар Союзы Геройы Федор Иванович Белов 1920 йылдың 2 1 февралендә Түбәнге Әүжәндә крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тулы булмаған урта белемгә ала, Баймаҡ тау - металлургия техникумында уҡый, руда сығарыу урындарында эшләй. 1941 йылдың август айында Совет армияһына саҡырыла.
       Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың июль айынан башлап ҡатнаша. 683 - сө артиллерия полкы орудиеһы командиры, өлкән
       сержант Федор Белов 1945 йылдың 26 ғинуарында үҙенең ҡурҡыу белмәҫ яугир булыуын раҫлай. Олау (Польша) районында Одер йылғаһы аша сығыусы атышсы подразделениеға ярҙам итеп, ул орудиеһын асыҡ ут позицияһына сығара һәм дошмандың ҡаршы яҡ ярҙағы ут нөктәләренә тоҫҡап атып, беҙҙекеләргә
       плацдармды баҫып алырға булышлыҡ итә. Һыу баҫҡан боҙ буйлап расчет орудиены йылға аша сығара һәм пехота ғәскәре менән бергә төн буйына гитлеровсыларҙың һөжүменә ҡаршы тора, баҫып алынған сикте күҙ ҡараһындай һаҡлай. Советтар Союзы Геройы исеме яҡташыбыҙға 1945 йылдың 10 апрелендә бирелә.
       Геройҙың хәрби юлы тураһында 214 - се атышсылар дивизияһы
       ветерандары советы рәйесе Ғилманов түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Нисектер минең ҡулыма 6 - сы немец армияһы адъютантының
       китабы килеп эләкте. Полковник Адам үҙенең китабында 1942 йылдың 25 июлен һүрәтләй: хәтерҙә, көн аҙағына яҡынлашҡан ине, штаб палаткаһы эргәһендә тыныс ҡына әңгәмәләшеп ултырабыҙ, шул саҡ штаб буйынса дежур һалдат йүгереп килеп армия штабы начальнигының ҡолағына нимәлер шыбырҙаны, һәм ге нерал ҡыҙара бүртеп армия командующийы Паулюсҡа йүгерҙе".
       Баҡһаң, дежур һалдат штаб начальнигына Түбәнге Чирск станицаһынан көнбайыштараҡ немец ғәскәрҙәре уңышһыҙлыҡҡа оср ауы тураһында доклад яһаған икән. Немецтар рустарҙың көслө ҡаршылығына тап булыуы, күп юғалтыуҙар кисереүе
       билдәле була. Һәм Вильгельм Адам "Башҡаса Ҡыҙыл Армия сигенмәне", - тип һығымта яһай.
       Бында һүҙ нәҡ беҙҙең 214 - се дивизияның дошмандың барлыҡ
       һөжүмдәрен кире ҡағыуы, тимәк, Федя Белов һәм башҡа артиллеристарҙың да ҡаҙанышы тураһында бара.
       Бер генә эпизодты билдәләп китәм. Дон йылғаһы аша сығыусыларҙы 780 - се полк һәм артполктың бер дивизионы ҡаплай. Пехота һәм артиллерия ғәскәрҙәре (улар араһында Федор Белов та була) дошмандарҙың һөжүмен геройҙарса кире
       ҡаға. Артиллеристар бер нисә сәғәт рәттән ут яуҙыра, ҡайһы ваҡыт орудиеға бер - ике кеше ҡала. Сираттағы һөжүм ваҡытынд а Беловтың 76 миллиметрлыҡ тубы кипсәлә. Федя расчетһыҙ ҡалған 122 миллиметрлыҡ гаубицаға күсә һәм ут яуҙырыуын, дошмандарҙы ҡырыуын дауам итә.
       Сталинград өсөн Белов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
       Артабан орудие командиры, 683 - сө артиллерия полкының ут
       взводы командиры коммунист Федор Белов Курск һуғышын үтә, У краинаның ҡала һәм ауылдарын, Молдавия һәм Румыния, Польша һәм Германияны дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша.
       1945 йылдың ғинуар көндәрендә Беловтың ут взводы беҙҙең дивизияның алдынғы подразделениелары менән бергә Одерға сыға. Немецтар иҫтәренә килеп өлгөрмәҫ элек Беловтың артиллеристары Имам Дүсмәтовтың атышсылары менән бергә
       йоҡа боҙ өҫтөнән Одер аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярын б аҫып ала. Разведчиктар, пехота һәм Федор Беловтың артиллеристарынан торған ҙур булмаған төркөм үҙенең ике туб ы менән Нейендорфҡа яҡынлашҡанда фашистар һөжүмгә ташлана. К өстәр тигеҙ булмаған һуғыш тәүлек буйына дауам итә, беҙҙең геройҙар плацдармды дошманға бирмәй, взвод командиры Федор Белов та үҙ урынында ҡала.
       Тиҙҙән уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында
       хәбәр килә.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Белов тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 1948 йылда өлкә партия мәктәбен тамамлай. 194 9 йылда Сибайға күсә. Баҡыр - көкөрт комбинатында гражданлыҡ
       оборонаһы начальнигы булып эшләй. Магнитогорск - Сибай тимер юлы төҙөлөшө башланғас, Беловты унда начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
       Федор Иванович Белов 1979 йылда вафат була. Сибайҙа ерләнгән. Баймаҡта, Сибайҙа, Белоретта уның исемен йөрөтөүсе
       урамдар бар. Белоретта Герой иҫтәлегенә бюст ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал