6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Торлаҡ проблемалары гражданлыҡ никахына килтерәме
22.02.06


       Башҡортостандың социаль - иҡтисади үҫешендә барлыҡ тармаҡтарҙа ла ыңғай динамика күҙәтелә, - Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты
       коллегияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры
       урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ошо турала белдерҙе.
       - Етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, проблемалар ҙа етерлек, әмм ә улар барыһы ла әүҙем хәл ителә. 2005 йылдағы мөһим даталар Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын да урап үтмәне, - т и Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Үткән йылда илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл тулыуын билдәләне. Башҡортостанда был дата айҡанлы бик күп саралар үтте, улар араһында беренсе
       республика хәрби - патриотик клубтар фестивале һәм республи ка патриотик йыр башҡарыусылар конкурсы тураһында айырым әйтергә кәрәк.
       Быға өҫтәп бөтә Рәсәй "Еңеүгә!" эстафетаһы сиктәрендә республикала "Ғаиләм геройҙары" акцияһы үтте. Күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 110 йыл тулыуына килгәндә, 1995 - 2004 йылдарҙа Бабич премияһына лайыҡ булғандар ҡатнашлығында төбәк - ара
       йәштәр һабантуйы ойошторолдо. Ә БР Президентының "Башҡортостанда йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тулыуы тураһында" Указына ярашлы, район һәм ҡалаларҙа күп төрлө саралар үткәрелде, "Иң мөһиме, йөрәк йәш
       булһын!" тигән исем аҫтында республиканың йәштәр
       ойошмалары тарихына арналған китап баҫылып сыҡты.
       Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай
       Ильясов 2005 йылда ҡырҡтан ашыу республика фестивале, конкурстар һәм концерттар үткәрелеүен хәтергә төшөрөп үтте,
       улар араһында иң әһәмиәтлеләре "Йәш ғаилә", "Студенттар яҙы ", "Һылыуҡай", "Йәшлек - шоу", "Юморина", "Керәшен һыуыҡтары" һәм башҡалар.
       - Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты көрәшкән етешһеҙлектәргә килгәндә, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу проблемаларына айырым иғтибар йүнәлтергә тура к илә. Дәүләт тарафынан субсидиялар бүленеүенә ҡарамаҫтан, күп кенә йәш ғаиләләрҙең йәшәү шарттары яҡшыртыуҙы талап итә, - тип һөйләй Юлай Талха улы.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта йәштәр сәйәсәте буйынса органдарҙа ғына ла 15 меңдән
       ашыу ғаилә тора. Әммә ҡыйынлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн йәштәрҙең киләсәккә ҡарашы ышаныслы. Был шулай уҡ күп нимә тураһында һөйләй. Хәйер, тип билдәләне Илдус Илешев , торлаҡ проблемалары йәштәр мөхитен ҡырҡа үҙгәртә: хәҙер ғаилә ҡороу моданан сыҡты, гражданлыҡ никахы ҙурыраҡ абруй м енән файҙалана. Һәм быға ҡаршы көрәшеүҙең мәғәнәһе юҡ тиерлек...
       Эшһеҙлек - үҫеп килгән быуындың бәкәленә һуғыусы тағын бе р проблема. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе
       һүҙҙәренә ҡарағанда, эшһеҙҙәрҙең 41 процентын 16 йәштән 29 йәшкәсә йәштәр тәшкил итә. Үткән йылда иһә республикала 74744 йәш кеше эшкә урынлаштырылған. Уларҙың 18252 - һе йәштәр сәйәсәте буйынса эшләүсе органдар иҫәбенә тура килә.
       Эшһеҙҙәрҙең 26 проценты уҡыуҙан буш ваҡытта эш эҙләүселәр , был өлгәшкә ҡамасауламайынса ҡалмай, әлбиттә.
       - Ауыл йәштәре тураһында айырым әйтергә кәрәк, - тип һыҙы ҡ өҫтөнә алды Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Был планда күрһәткестә р хәүефләндерә: ауылда йәштәрҙең 40 проценттан ашыуы үҙҙәренең матди хәле менән ҡәнәғәт түгел һәм киләсәккә перспектива йәһәтенән борсолоу белдерә. Ауыл йәштәре араһында үҙ - үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышая. Эшһеҙлек һәм мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте учреждениеларының инфраструктура көсһөҙлөгө енәйәтселектең, алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙың артыуына килтерә. Үткән йылда ғына республика буйынса 4020 балиғ булмаған йәш кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Һәр унынсы саҡырылыусы алкоголь һ әм наркотиктар ҡуллана, бары тик һәр дүртенсе ҡыҙҙы ғына бар
       яҡтан да сәләмәт тип һанарға мөмкин.
       Үткән йылдың Эскелек, наркомания һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғлан ителеүенә бәйле 300 - ҙән ашыу өгөтл әү акциялары үткәрелде. Һәм был башҡарылырға тейеш булған эштең бер өлөшө генә. Мәғлүмәттәр түбәндәгесә: юғары уҡыу йорттары уҡыусыларының алты проценты ғына бер ҡасан да алкоголле эсемлек һәм накротик ҡулланмауын белдерә. Ҡалған 94 процент иһә үҙе тураһында былай тип әйтә алмай.
       Юлай Ильясов проблемаларҙы бергәләп кенә хәл итеү мөмкин булыуына баҫым яһаны. Башҡортостанда үҫмер - йәштәр өсөн
       тәғәйенләнгән 206 учреждение иҫәпләнә, уларҙа 42 000 кеше шөғөлләнә. Йыл һайын уларҙа балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн 9500 сара үткәрелә. Сәләмәт тормош алып барырға өгөтләүсе "Бергә" республика йәштәре ирекле хәрәкәтенең 62 ҡала һәм район бүлексәһе әүҙем эшләй. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының планында йәштәр менән эшләүсе
       учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойоштороуға етди иғтибар биреп, был йүнәлештә эште дауам итеү тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал