6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Яраға тоҙ һалма. Һаҡсыл тотон!
22.02.06


       Үткән аҙнала йорт эргәһендәге супермаркетҡа юл төштө. Шунда таныш һатыусы миңә ташланды ла инде:
       - Беләһегеҙме Халыҡ тоҙ ала! Беҙҙә тоҙ бөттө! Хәҙер егер ме тапҡыр ҡыйбатыраҡ була тиҙәр!
       Эйе, Рәсәй буйлап үткән тоҙ ығы - зғыһы Өфөнө лә урап үтм әне. Өфө магазиндарының барыһында ла тоҙ бөтмәне әле, мәҫәлә н, ул Черниковкалағы аҙыҡ - түлек базаһында тыныс ҡына ята б ирә. Әммә бөгөн үҙ - үҙен хөрмәт итеүсе һәр пенсионер күршеһ енең тоҙҙо килограмлап алыуын ишеткәс, шунда уҡ магазинға юл тота
       һәм был стратегик продуктты бер йылға етерлек итеп алып ҡуя .
       Әйткәндәй, тоҙ "дефициты" тураһында ишеткәндән һуң башҡа килгән тәүге уй - запасҡа һабын һәм шырпы алып ҡуйырға кәрәкмәҫме икән. Генетик хәтер үҙенекен итә - тоҙ сыуалыштар ы, һуғыш, үҙгәртеп ҡороу, беренсе сиратта кәрәкле продукттар ҙың етешмәүе, карточкалар, талондар һ.б. Айырыуса был тойғо
       өлкән йәштәге кешеләрҙә көслө, улар ҙур теләк менән үҙҙәрен
       дә, яҡындарын да бер нисә йыл алдан тоҙ менән тәьмин итергә әҙер . Шау - шыу башланыуына һәр ваҡыттағыса алыпһатарҙар ҡәнәғәт . Улар шулай уҡ тоҙ һатып алырға ашыға, тик теләктәре генә б ер ҙә изге түгел.
       Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәген баҫып алған был тоҙ биҙгәгене ң
       төп сығанағы ҡайҙа ята һуң
       Шау - шыу Рәсәйҙә барлыҡҡа килде: сәбәбе - Украина газ һ әм ит - һөт продукттарына хаҡ артыуға үс алыу маҡсатында тоҙ оҙатыуҙы туҡтатҡан тигән хәбәрҙең таралыуы. Айырыуса запас яратыусы ҡайһы бер граждандар арҡаһында бер нисә ҡала: Пенза, Липецк, Курск һәм Волгоградта тоҙ ирекле һатыуҙан юҡҡ а сыҡты. Был төбәктәргә тоҙҙо бер украин предприятиеһы - "Артемсоль" оҙата.
       Граждандар, тынысланығыҙ, Украинан тоҙ ҡайтарыу туҡталмай . Украинаның "Артемсоль" компанияһында әйтеүҙәренсә, тоҙ
       күләме кәмергә уйламай. Киреһенсә, шау - шыуға бәйле арта бара. Ғәҙәттә Рәсәйгә тәүлегенә 24 вагон тоҙ тейәп оҙатылһа, хәҙер уның һаны 30 - ға барып баҫҡан.
       Был фактты уҡып ҡына тыныслана алмағандарға Украинанан беҙгә тоҙҙоң өстән бер өлөшө генә килеүен хәбәр итәбеҙ. Тағы бер өлөшө Белоруссиянан ҡайтарыла, бер өлөшө - үҙебеҙҙеке. Ырымбурҙа һәм Әстерханда үҙ етештереүселәребеҙ эшләй. Рәсәйлеләр йылына тотонған 3,6 миллион тоҙҙоң 0, 87 тоннаһы
       ғына Украинаға тура килә. Һәм хатта был күләм ҡайтарылыуҙан туҡтаған хәлдә лә Белоруссия менән тауар әйләнешен арттырырға йәки Ҡаҙағстан менән сауҙа итеүгә күсергә мөмкин.
       Дефицит заманын һағынған ватандаштар! Магазинға биш (йәки
       ун) ҡап ҡапыл ҡыйбатланған тоҙ артынан барып, беҙ бары тик алыпһатарҙарға ярҙам итәбеҙ, улар ғына һәр ығы - зығынан кеҫәһен тултырып ҡалырға ашыға. Бер минутҡа туҡталып, уйлап ҡарағыҙ, кешегә күпме тоҙ кәрәк Норма тәүлегенә алты грамм
       - бер сәй ҡалағы - тәшкил итә. Өҫтәүенә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы рекомендацияларына ҡарағанда, был н орманы ике тапҡыр, тәүлегенә өс грамға ҡәҙәр кәметергә кәрәк, сөнки, ғалимдарҙың фекере буйынса, тоҙҙо күп ҡулланыу
       инсульт һәм йөрәктең ишемия ауырыуына килтерә.
       Бөгөн магазин кәштәләренән тоҙҙоң юҡҡа сығыуы уны табыу һәм оҙатыу туҡталған тигәнде түгел, ә тоҙҙоң тәбиғи урынынан аш - һыу бүлмәләренә ҡайтып ятыуы тураһында һөйләй.
       БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының бү лек начальнигы Долорис Халиҡов Башҡортостанда тоҙға бәйле хә л тураһында түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
       - Тоҙ бар. Беҙ уны Ырымбур өлкәһе Соль - Илецкийҙан һатып алабыҙ. Унан беҙгә тоҙҙо килоһын 2,53 һумдан ҡайтаралар. Уны
       ҡаптарға һалып, килоһын 4,40 - биш һумға һатыуға сығарабыҙ. Хаҡты бары тик ваҡлап һатыусылар арттыра. Бөгөн хаҡ 15 һумға тиклем күтәрелде. Бер нисә көндән барыһы ла тынысланыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, Татарстанда хаҡ 25 һумға тиклем күтәрелде һәм хәҙер инде 15 һумға төштө. Сөнки тоҙҙоң бер ҡайҙа ла юғалмауын күреп халыҡ тыныслана. Бына мин үҙем, мәҫәлән, 20 килограмм тоҙ һатып алған әбейҙе күрҙем. Нимәгә уға был тиклем тоҙ! Ул 20 ҡапты күтәрә лә алмай бит! Нимә эшләтә ул тоҙҙо "Өлгөрмәгән" күршеәренә арттырып һатамы Борсолмағыҙ, тоҙ бер ҡайҙа ла китмәй һәм ул бик оҙаҡҡа етәсә к әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал