6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Чудовтың физик хәл - торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел
22.02.06


       Өфө биатлон мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Чудов 4 - к ә 7,5 км эстафетаһында ҡатнаша алманы. Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Валерий Польховский мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, Максимдың ярышта ҡатнашмауы уның физик хәленең ҡәнәғәтләнерлек булмауына бәйле.
       - Өс шәхси уҙыш - индивидуаль, спринт һәм эҙәрлекләүҙә Чудов бар көсөн һалып ярышты. Һәм унан алынған биохимия анализы организмдың элекке хәленә ҡайтмауын күрһәтте.
       Йәғни, йәш организм бейек тау шарттарына сыҙамаған, тип аңларға кәрәк. Максимға атыусы саңғысыларҙың элиталы уҙышы -
       15 километрлыҡ стартта ҡатнашырға рөхсәт бирмәүҙәре лә бик мөмкин. Дөрөҫ, әлегә Туриндағы уйындарҙың рәсми сайтында был дистанцияла стартҡа баҫыусылар исемлегендә Максимдың
       да фамилияһы һаҡлана.
       Рәсәй йыйылма командаһының эстафета уҙышында Иван
       Черезов, Сергей Чепиков, Павел Ростовцев һәм Николай Кругло в сығыш яһаясаҡ.
       - Ирҙәрҙең эстафета уҙышына составты билдәләү буйынса тренерҙар советы бик оҙаҡ - сәғәттән ашыу дауам итте. Барлыҡ варианттар ҙа тикшерелде. Һөҙөмтәлә нәҡ ошо состав иң оптималь, юғары һөҙөмтә күрһәтергә һәләтле тип табылды. Сергей Рожков запаста буласаҡ, хәйер ул да эстафетала ҡатнашырға дәғүә итә ине, - ти Валерий Польховский.
       Максим Чудовтың көйәрмәндәренә бары тик көйөргә һәм ауыр һуларға ғына ҡала. Сөнки нәҡ эстафетала рәсәйлеләрҙең миҙал
       алыуға өмөтө бар.
       Күп атырға кәрәкмәгән ҡыҫҡа дистанцияларҙа Чудовтың үҙен яҡшы тойоуын билдәләп үтергә кәрәк, ә эстафетала бит нәҡ 7,5
       километрлыҡ ҡыҫҡа арауыҡҡа йүгерергә тура килә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа ике ут рубежы менән, запас патрондар булғанда
       Максим был бурысты кәм тигәндә "яҡшы", ә бәлки "бик яҡшы" билдәһенә лә үтәй алыр ине.
       Әммә хәҙер Рәсәйҙең намыҫын башҡа спортсылар яҡлаясаҡ.
       Улар миҙалға дәғүә итә алырмы - билдәһеҙ. 20 километрға уҙышта Чепиков яҡшы сығыш яһаны (дүртенсе һөҙөмтә), әммә 10 километрға спринтта ни бары 24 - се урын. Ростовцев 20
       километрҙа 13 - сө һөҙөмтә күрһәтеп спринтта ҡатнашыуға дәғ үә итә алманы. Уны алмаштырған Николай Круглов спринтта бары тик 22 - се урында килде. Черезов ҡына ярайһы уҡ тотороҡло сығыш яһаны: 20 километрға уҙышта ул һигеҙенсе урында, 10 километрҙа - алтынсы булып килде. Әммә эҙәрлекләү ярышында б ер аҙ көсһөҙлөк күрһәтеп 15 - се урын яуланы. Күренеүенсә,
       Чудовтың һөҙөмтәләре ( 20 километр - 30 - сы, 10 километр -
       10 - сы, эҙәрлекләү уҙышы - 9 - сы) йыйылма команда буйынса партнерҙары менән сағыштырғанда бер ҙә хөрт түгел. Ә спринтт а күрһәткән һөҙөмтәһе буйынса ул мотлаҡ командаға инергә тейеш ине. Эх, физик хәле ҡәнәғәтләнерлек булһа ине лә бит!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал