6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Һуңғы осош
21.02.06


       Өфөнөң Ленин районында элекке Нагорная урамы 1977 йылдың де кабренән алып осоусы - герой Петр Комлевтың исемен йөрөтә.
       Петр Комлев 1921 йылдың 4 июлендә бөгөнгө Благовещен
       районының Воскресенка ауылында тыуа. 1931 йылдан һәм
       армияға киткәнгә тиклем Өфөлә, нәҡ ошо Нагорная урамында
       йәшәй.
       Тепловоздар ремонтлау заводында уның шәхси эше һаҡлана: " Комлев Петр Александрович. Белеме ете синыф. ВЛКСМ ағзаһы. Ф ЗУ тимер юл мәктәбен тамамлаған, электромонтер. 1941 йылдың 28 ғинуарында армияға китеү сәбәпле эшенән бушатылған".
       "Фэзэушник" Петр Комлев килгән предприятиела оборона эше яҡшы ойошторолған була, Осоавиахим түңәрәктәрендә биш йөҙҙән ашыу кеше шөғөлләнә. "Ватанды һаҡлау - Советтар
       Союзының һәр гражданинының изге бурысы!" илдең һәр бер комсомол ағзаһының хәрби лозунгыһы була. Йәш эшсе Петр Комлев аэроклуб курстарын бик яҡшыға тамамлай. Ә 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылырға ваҡыт еткәс, үҙен Энгельс хәрби авиация мәктәбенә ебәреүҙәрен һорай, уны 1942 йылда тамамлай.
       Бөйөк Ватан һуғышы фронтына Комлев 1943 йылдың июль айында барып эләгә. Уға тиклем осоу эшен үҙләштерә. Ҡаты
       һуғыш бара, ә мин - һаман ситтә, уҡыйым, тип борсола ул. Шу ға күрә тәүге хәрби осошонан һуң шунда уҡ Өфөгә әсәһенә хәбә р итә: "Мине резервист тип иҫәпләмә. Бөгөн мин һуғышты тулыһынса тойҙом. Күҙҙәр йүгерә: йә приборҙарға ҡарайым, йә ергә, әйҙәүсене лә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Уның самолетының ҡойроғонан айырылмайынса тип әйтерлек барҙым. Ә ул инде танылған оҫта, штурм ваҡытында ергә ныҡ яҡыная, хатта саң бураны күтәрелә. Уның менән бергә штурмға барырға
       ҡурҡалар, тип һөйләйҙәр. Әммә миңә ул шунда уҡ оҡшаны..."
       Ә осоусыларға Комлевтың холҡо оҡшай. Награда ҡағыҙында уның тураһында былай тип билдәләнә: "Петр Комлевтың тәүге хәрби осошо 1943 йылдың июлендә Миус йылғаһында немецтарҙың инженер ҡоролмаларына яһалды. Хәрби тәжрибәһе ет ерлек булмауына ҡарамаҫтан, ул ныҡышлығы, ҡыйыулығы
       менән айырылып торҙо..."
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Комлевҡа Украина, Ҡырым, Балтика яны күгендә һуғышырға тура килә. Хәрби юлының
       географияһын әсәһенә яҙған хаттарында күҙәтергә мөмкин: "Мин иҫән - һау. Әммә Севастополь ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа күп
       дуҫтарым һәләк булды. Иптәштәремдең үлеме өсөн үс алырға тырышасаҡмын..." Һәм тағы: "Әлеге ваҡытта Рига ҡалаһы өсөн һуғышам, артабан - Пруссияға. Һуғыш тиҙҙән бөтәсәк, беҙ һеҙҙ ең менән йәшәй башлаясаҡбыҙ һәм барыһы ла онотоласаҡ. Хөкүмә т икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы npdem{ менән наградланы".
       1944 йылдың октябрь айында Петр Александрович Комлев Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Уның ҡыйыулығы т ураһында хәрбиҙәрсә һаран ғына әйтелә: "686 - сы штурм
       авиация полкы звеноһы командиры (289 - сы штурм авиация дивизияһы, 3 - сө һауа армияһы, 1 - се Балтика яны фронты),
       партия ағзаһына кандидат өлкән лейтенант Петр Комлев 1944 йыл уртаһына 114 хәрби осош яһаны. Ер өҫтө ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәтенә ярҙам итеп, дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын юҡ итте".
       1945 йылдың 20 февралендә Петр Комлев штурмовиктар звеноһын һауаға күтәрә. Был уның һуңғы хәрби осошо була. Ул заданиенан әйләнеп ҡайтмай. Һәләк булғандан һуң өс көн үткәс , СССР Юғары Советы Президиумының Петр Александрович Комлевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында Указы баҫылып сыға.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал