6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Үҙе етештергән йыһан
21.02.06


       13 йәшлек Ростислав Рудаков етдилеге һәм уйлап һөйләүе менән
       айырылып тора. Өлгөрөп еткән, фекер йөрөтә һәм анализлай
       белгән, үҙ баһаһын аңлаусы рәссам үҙенең шәхси абстракт
       донъяһын булдырған - был донъяла йәйғор нурҙарылай балҡыған
       фекер төрлө, хатта көтөлмәгән, фантастик рәүештә һүрәтләнеү е мөмкин.
       - Мин үҙемде сюрреалист тип атайым, сөнки эштәремдең күпселеге осраҡлы рәүештә, ҡапыл барлыҡҡа килде. Барыһы ла ябай ғына - ҡулыма ҡәләм алам, бер һыҙат үткәрәм һәм идея әҙер, - ти Ростислав. - Ҡайһы бер әҫәрҙәр - саф сюрреализм, ҡайһылары саф витализм, улар һәр рәссамдың эше кеүек үк бер - береһен ҡабатламай, әммә күпселеге сюрреализм һәм витализм
       араһында тора.
       "Өфө уттары" төнгө күңел асыу комплексының фойеһында асылған шәхси күргәҙмәһе быға дәлил. Малай һүрәт төшөргән ваҡытта ҡәләмен ҡағыҙҙан айырмай. Бер тотош һыҙаттан
       фәнтәзи йәки үҙенсәлекле төштө хәтерләткән, әммә шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡ булыуҙан туҡтамаған һүрәттәр барлыҡҡа килә.
       - Күргәҙмәмде мин юҡҡа ғына "Донъя һыҙаттары" тип атаманым , - тип аңлатма бирә Ростислав. - Белһәгеҙ, был ысынбарлыҡты ң матди структураһының график нигеҙе. Донъя һыҙаттары минең башымда тыуа, үҙ - ара үрелеп һәм хәрәкәт итеп ул донъяның эске, трансцедент асылын, йыһан гармонияһының дөйөм каркасын барлыҡҡа килтерә.
       Тәүге тапҡыр Ростислав һигеҙ айлыҡ сағында ҡулына ҡәләм а ла. Ә инде бер - ике йылдан һынлы сәнғәт менән етди шөғөллән ә башлай. Йәш рәссамдың тәүге шәхси күргәҙмәһе 1997 йылда, уға
       биш йәш булғанда, балалар художество мәктәбендә ойошторола.
       Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң малайҙың ғаиләһе Аргентинаға күсә , унда Ростислав билдәле рәссам Кора Машеста белем ала. Бына
       шулай йәшәй ҙә инде: Аргентина рәссамдарының шәхси оҫтаханаларында шөғөлләнә, сәнғәт тарихын, композициялар, һүрәт һәм колорит закондарын өйрәнә. Икенсе шәхси күргәҙмәһе
       Палермола, Буэнос - Айреста үтә.
       Аргентиналағы кризистан һуң Рудаковтар Өфөгә әйләнеп ҡайт а, бында ла уларға йәш вундеркиндтың таланты ярҙам итә: картиналарының бер өлөшөн һатып ул ике мең доллар самаһы аҡса эшләй. Бында, уның тыуған яғында, һынлы сәнғәт оҫталары
       йәш талантты тиң күреп аралаша. "Гениаль рәссам малай" хаҡында фильм да төшөрөлгән. Бынан тыш Ростислав Рудаков - " Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре" энциклопедияһының "Талантлы балалар - Рәсәйҙең киләсәге" бүлегенә дәғүә итә. Эштәре Швейцарияла, Аргентинала, Рәсәйҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
       "Ғәҙәти булмаған бала", "бәләкәй гений", "вундеркинд" - өлкәндәрҙең һоҡланып әйткән был һүҙҙәр күргәҙмә авторынан хәҙер бер ҙә ҡалмай. Ул артабан да юғалып ҡалмаҫ, үҙ - үҙен һаҡлар, бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтер, тип ышанғы килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал