6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

"Нефтселәр" башҡа еңмәйәсәкме
21.02.06


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" волейбол коллективы быйыл та машасылар алдына етди, көслө команда булып килеп баҫты. Ә бына тик һуңғы матч Юрий Маричевтың командаһы даими чемпионатта юғары наградаларға дәғүә итә алмаҫ, моғайын, тигәнерәк фекер тыуҙырҙы. Үҙ майҙандарында өфөлөләр Яңы Уренгойҙан килгән "Факел" командаһы - дүртенсе урын өсөн көрәштә төп көндәшенә 1 : 3 иҫәбе менән биреште.
       "Факел" - чемпионат миҙалдарына төп дәғүәселәрҙең береһе.
       Сезон араһында аутсайдер - клуб статусы менән килешергә теләмәгән яңы уренгойлылар бер юлы туғыҙ волейболсы һәм баш тренер һатып алды. Бында Рәсәй, Куба һәм Болгария йыйылма командаларынан Константин Ушаков, Роман Яковлев, Яссер Портуондо һәм Евгений Иванов килде. Остаз Владимир Кондра урынын волейбол яратыусыларҙың күпселегенә билдәле булған Борис Колчинс биләне. Бы үҙгәрештәр файҙа килтермәй ҡалманы,
       әлбиттә, ағымдағы "регуляркала" төньяҡтар биш тапҡыр ғына еңелеп, 12 еңеүгә иреште, шул иҫәптән улар ике тапҡыр "Нефтяник Башҡортостана" командаһын да тубыҡланырға мәжбүр итте.
       Һуңғы матчта өфөлөләр стартты һәйбәт башланы, иҫәп 5 : 1 - гә тиклем барып етте, әммә тик байрам оҙаҡҡа барманы - 5 :
       5. "Нефтселәр" тағы ла өҫтөнлөк яуланы (17 : 13), әммә төньяҡ егеттәре рәттән алты мәрәй йыйҙы һәм һөҙөмтәлә иҫәп - 19 : 1 7.
       Икенсе партияла "Факел" алға сыға, әммә өфөлөләр контраргументтар таба һәм хатта байтаҡҡа алға ла китәләр - 1
       : 6. Артабан - осрашыуҙың иң мөһим мәле. Ышаныслы рәүештә мәрәй йыйыу һәм партияны еңеүгә алып барыр урынына "нефтселәр" йыш хаталана. Көндәш иҫәпте тигеҙләй һәм артабан
       да алға ынтылып, еңеүгә өлгәшә - 25 : 20.
       Өсөнсө партияла шулай уҡ барыһын да хаталар хәл итә. "Нефтяник Башҡортостана" лидерҙары Хтей менән Терешин йүнләп уйнай алмай, ә ҡунаҡтар хаталанмай тип әйтерлек. Иҫәп төньяҡтар файҙаһына.
       Дүртенсе өлөштә лә уңыш йылмаймай. Ҡунаҡтар хәҙер инде хужаларҙың көсһөҙ яҡтарын яҡшы белә һәм 25 : 19 иҫәбенә еңеү оҙаҡ көттөрмәй.
       Хәҙер "Факел" өсөнсө урын өсөн "Искра" (Одинцово) командаһына ҡаршы көрәшәсәк, ә өфөлөләр таблицаның
       бишенсе юлында эләгеп ҡалыуы ла икеле. Киләһе шаршамбыла ба шҡорт командаһы донъяла иң көслө командаларҙың береһе һаналған "Локомотив - Белогорье" (Белгород) коллективына ҡунаҡҡа йыйына. Уларҙың еңеү менән ҡайтыуҙарына ышаныуы ҡыйын.
       "Нефтселәргә" һуңғы матчта ла ҡыйынға тура киләсәк. Ҡазан да бишенсе урын өсөн урындағы "Динамо" командаһына ҡаршы көрәш көтә. Хәйер, Татарстан клубын еңеү Юрий Маричев коллективының ҡулынан килеүе лә мөмкин, әммә, бер таныш белегс әйтеүенсә, "нефтселәргә еңергә бирмәйәсәктәр.
       Артабан - плей - офф, унда иһә тағы ла йә "Искра" (Одинцо во), йә шул уҡ "Факел" командаһына ҡаршы уйнарға кәрәк булас аҡ. Һәм бында һайларға тура килмәй - өфөләргә ҡаршы уйында был ике көндәш көслөрәк булыуы шик тыуҙырмай. Был сезонда "Нефтяник Башҡортостана" командаһының бөтөнләй еңмәүе лә бик мөмкин. Әммә артыҡ үкенергә урын юҡ - төп маҡсат, плей - офҡа сығыуға ирешелгән, алға аҙым яһалған тигән һүҙ. Бары ти к коллективты һаҡларға һәм уны яңы йондоҙҙар менән көсәйтерг ә кәрәк. Волейбол бик үк сығымлы спорт төрө һаналмай - тимәк уға бер аҙ капитал һалыу ҙа команданы етди еңеүҙәргә
       килтереүе ихтимал.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал