6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

"Ҡарттар"ға ҡаршы тороп буламы
01.12.03


       Армияға бары тик наркоман һәм ауырыуҙарҙы йыялар тигән ши кле хәбәрҙәр йөрөһә лә, башлыса хеҙмәт итергә һау - сәләмәт егеттәр бара. Тик бына "военка"ға барып еткәс сәстәрең үрә торорлоҡ хәлдәр башлана ла инде. Ҡарап тороуға һин дә мин йө рөгән егет автоматтан бар иптәштәрен ҡырып һала һәм үҙе ҡаса , ә ҡайһы ваҡытта ата - әсәләр өсөн иң ауыр хәл - һалдат үҙ үҙен юҡ итеүе осраҡтары ла булғылай. Күптән түгел Өфөгә лә ц инк табут ҡайтты. Саша Свердловск өлкәһендә дүрт ай ғына хеҙ мәт итеп өлгөрә. Октябрь уртаһында уны командиры, кесе сержа нт Горбушин бик ҡаты туҡмай. Алты көндән һуң, иҫенә килмәйен сә, Саша хәрби госпиталдә вафат була.
       Күпме егеттәребеҙ армиянан психик һәм физик сәләмәтлеген юғалтып ҡайта Күпмеләре командирҙарының туҡмауҙарына һәм өл кән һалдаттарҙың кәмһетеүенә түҙә алмай ҡасырға мәжбүр
       Бүрәт республикаһының Джида ҡасабаһында хеҙмәт итеүсе Мак сим һөйләй:
       -- Ант биргәндән һуң мине ныҡ итеп туҡманылар, һөҙөмтәлә башым туҡтауһыҙ ауырта башланы. Йәш һалдаттарҙан "ҡарттар" к ителдәрен йыуҙырта торғайны. Тән күгәрмәһен өсөн туҡмар алды нан йоҙроҡтарына таҫтамал урайҙар. Минең сыҙамлығым етмәне һ әм 2002 йылдың 12 декрбрҙә мин үҙ белдегем менән ҡасырға бул дым. Көн һыуыҡ ине, шуға күрә тәү осраған ауылда йылынырға т уҡтаным. Мине индергән ҡарт кире барырға кәңәш итте, мин уны
       тыңланым һәм кире әйләндем. Аяҡтарым ныҡ туңыу сәбәпле дауа ханаға һалдылар. Икенсе көнө үк эргәмә рота командиры килеп инде һәм типкеләргә тотондо. Шәфҡәт туташының килеп инеүе ге нә туҡтата алды уны. Иртә менән мине хәрби госпиталгә ебәрҙе ләр. Юлда барғанда машина түңкәрелде һәм мин башымды бәрҙем.
       Дауаханала ҡуйылған диагноз буйынса аяҡтарым 4 - се дәрәжә
       туңған һәм мейем һелкенгән ине. Бер ай самаһы дауаланғандан
       һуң хеҙмәт иткән урыныма кире ҡайтарҙылар. Кәмһетелеүҙәр да уам итте. Бер егет әйтеүенсә, ҡарттар мине юҡ итергә һүҙ ҡуй ышҡандар икән. Мин тағын ҡасырға тигән ҡарарға килдем, көндә р йылынған ине инде. Яҙ, йәй, көҙ буйы юлда булдым. Баҙарҙа
       йөк тейәп юллыҡ аҡса эшләнем.
       Егетте йәл, әлбиттә. Әммә Максим мең бәләләр менән булһа ла тыуған йортона ҡайтып еткән, ә армияла хеҙмәт итеү тамуҡҡ а әйләнгән башҡа егеттәргә нимә эшләргә һуң Беренсенән, бар ыһы тураһында ла шәхси состав менән эш алып барыусы командир ға һөйләп бирергә кәрәк. Һалдаттар арһындағы мөнәсәбәтте күҙ әтеү уның төп бурысы. Әммә ләкин командирҙарҙарҙың да төрлөһ ө була. Ул ярҙам итегә ашыҡмай икән, барыбер ҡасырға ашыҡмағ ыҙ, частән китеп, уны контролдә тотоусы хәрби покуратураға м өрәжәғәт итеү сараһын табырға кәрәк. Әйтәйек, беҙҙең төбәк и нгән Урал - Волга яны хәрби округы ҡараған хәрби прокуратур а Екатеринбургта урынлашҡан.
       Өфөлә хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау йәм ғиәте эшләй. Уның адресы: Комсомольск урамы, 23 -- 1, телефо н: 25 - 19 - 59.

Ирина Шипунова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал