6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлана һәм нығый бара
21.02.06


       Үткән аҙнала, 16 - 17 февралдә, беҙҙең республиканың рәсм и һәм эшлекле даирәләрҙән торған ҙур делегацияһы Ҡаҙағстанд ың баш ҡалаһы Астанала булды, унда Башҡортостан Республикаһы сәнәғәте көндәре үтте, ҙур сәнәғәт күргәҙмәһе ойошторолдо. Рәсми делегацияға Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин етәкселек итте. Республиканың эшлекле даирәләр делегацияһы составында иң ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты, улар Астанала үткән күргәҙмәлә Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙың иң яҡшыһын тәҡдим итте, шулай уҡ ҡаҙаҡ коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Беҙҙең республиканың рәсми делегацияһы ике төп ҡаҙаҡ министрлығында - ҠР индустрия һәм сауҙа, энергетика һәм минераль ресурстар, шула й уҡ "Ҡаҙағстан инжиниринг" милли компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һөйләшеүҙәр ойошторҙо. Делегация ағзалары Астана ҡалаһы хакимиәтендә булып, хаким урынбаҫары Марат Толибаев менән осрашты, Башҡортостандың Астаналағы вәкиллегендә булды.
       Беҙҙең рәсми делегацияны иң юғары кимәлдә министрҙар - ҠР
       индустрия һәм сауҙа министры Владимир Школьник һәм ҠР энергетика һәм минераль ресурстар министры Бактыкожа Измөхәмбәтовтың ҡабул итеүе Астанала Башҡортостан сәнәғәте көндәренең ҡаҙаҡ яғы өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы
       тураһында һөйләй. Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Владимир Бабичев, Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Андрей Руденко, Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиле Ержан Азанов, Ҡаҙағстандың иң ҙур корпорация етәкселәре ҡаланың Конгресс залында үткән Башҡортостан күргәҙмәһендә лә, һуңынан булған һөйләшеүҙәрҙә лә ҡатнаштылар.
       Был беҙҙең делегацияның Астанаға тәүге сәфәре түгел. 2004 йылдың октябрь айында БР Президенты Мортаза Рәхимов Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында булып ҡайтты. Ул ваҡытта Президент Астанала Башҡортостан вәкиллеген асты, Нурсолтан Назарбаев менән осрашты. Һәм Ҡаҙағстан менән үҙ - ара иҡтисади бәйләнештәр 1992 йылда башланыуына ҡарамаҫтан, улар нәҡ 2004 йылда Нурсолтан Назарбаевтың Өфөлә булып китеүе, шул уҡ йылдың октябрь айында беҙҙең республика президенты яуап сәфәре менән Астанала булып ҡайтыуынан һуң ә үҙемләште.
       Беҙ Ҡаҙағстанға ни өсөн барабыҙ Был сиктәш тип әйтерлек ил менән хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостанға нимә бирә "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе сәфәрҙә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре менән аралашып, ошо һорауҙарға яуап алды. Беҙҙең гәзиткә биргән эксклюзив интервьюһында Ҡаҙағстандың энергетика һәм минераль ресурстар министры Бактыкожа Измөхәмбәтов әлеге ваҡытта Ҡаҙағстан үҙ алдына илде индустриаләштереү маҡсатын ҡуйҙы, тип билдәләне. Ул технологияларға, кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. 2008 йылға Ҡаҙағстанда 65 миллион тонна нефть табыласаҡ, тулайым эске продукт 2000 йылға ҡарата ике тапҡыр артасаҡ, Ҡаҙағстан донъяның иң ҙур ун иле иҫәбенә инергә тейеш. Әле бөгөн үк ҠР
       тышҡы сауҙа әйләнеше 40 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә, өс йыл элек ул ике тапҡыр аҙыраҡ ине. Ил тәбиғи ресурстар - газ, нефткә бай, сит ил капиталы бында әүҙем индерелә. ҠР ба ш ҡалаһы Астана һигеҙ йыл эсендә яңы генплан буйынса төҙөлә, уны донъяның иң күренекле архитекторҙары проектлай. Ҡала бик
       ҙур күләмдә төҙөлөш материалдары, техника, ҡорамалдарға мохтаж. Һәм былар барыһы ла Башҡортостанда бар, алыҫ йөрөргә кәрәкмәй, хаҡтар артыҡ ҙур түгел, сифат Европа стандарттары кимәлендә. Йәғни беҙ Ҡаҙағстанға ғына түгел, ул да беҙгә кәрәк, сөнки күршелә продукция баҙары булдырыу беҙҙең өсөн отошло.
       Үткән йылда БР һәм ҠР тышҡы сауҙа әйләнеше 460 миллион
       доллар тәшкил иткән, быйыл ул 700 миллионға етергә тейеш, ә бер - ике йылдан ике яҡ сауҙа әйләнешен бер миллиардҡа тикле м алып барып еткерергә ниәттәр бар. Быны эшләргә мөмкин булыуҙың билгеһе тип делегацияның Астанаға сәфәрендә ирешелгән килешеүҙәрҙе әйтергә була. Өҫтә әйтеп үтелгән
       күргәҙмәлә "Башсантехмонтаж", Блокжилкомплект", Гидромаш" а сыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, республиканан ситтә лә билдәле булған "Автонормаль""Гидравлика", "УАПО", "УППО", "Инмаш", " НефАЗ", ОЗНА" предприятиелары, шулай уҡ Стәрлетамаҡтың "Ҡыҙыл пролетарий", станоктар төҙөү, нефть - химия заводтары , "Каучук", "Каустик", "Сода" һәм башҡа бик күп предприятие
       экспозициялары ҡаҙағстанлыларҙың ҙур иғтибарын йәлеп итте.
       Бизнес - осрашыуҙар ваҡытында ике яҡлы хеҙмәттәшлек, кооперациялар, уртаҡ производстволар етештереү, Башҡортостан предприятиелары тауарын Ҡаҙағстан баҙарына сығарыу һәм партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә ҡағылған
       һорауҙар тикшерелде. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса бер нисә контракт, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр, протоколдар төҙөлдө, уртаҡ производство ойоштороу перспективалары билдәләнде, киләсәккә бер нисә проект әҙерләнде.
       Сәфәр барышында "Ҡаҙағстан - инжиниринг" милли компанияһы а кционерҙар йәмғиәте һәм "Өфө приборҙар төҙөү етештереү берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында энергометрик п риборҙар, һыу сығымын иҫәпләү приборҙары, автоматлаштырыуҙың заманса средстволарын етештереү буйынса уртаҡ предприятие төҙөү буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылды. "Ҡаҙағстан - инжиниринг" милли компанияһы акционерҙар йәмғиәте һәм "Мотор" предприятиеһы араһында газ - турбина ҡорамалдары, гидротурбиналар етештереү буйынса уртаҡ предприятие төҙөү тураһында килешеү проекты ҡул ҡуйыуға әҙер. Ҡаҙаҡ эшҡыуарҙары "Ҡыҙыл пролетарий" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "УЗЭМИК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, " Qrәрлетамаҡ нефть - химия заводы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Мәләүез минераль ашламалар" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Салаватстекло" асыҡ акционерҙар йәмғиәте,
       "Гидромаш" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Башторгодежда" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Каучук" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Мехатрон" инжиниринг фирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм республиканың башҡа күп кенә ойошмалары менән уртаҡ предприятие төҙөргә теләк белдерҙе.
       "Башҡорт троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Ҡыҙыл пролетарий" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән
       продукцияны Ҡаҙағстанға оҙатыу буйынса контракт ҡул ҡуйыуға
       әҙер, ҡайһы бер предприятиелар яҡын арала контракттарға ҡул
       ҡуйырға әҙерләнә.
       "Пышка" компаниялар төркөмө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукцияһы күргәҙмәлә ҙур популярлыҡ менән файҙаланды. Һөҙөмтәлә әлеге ваҡытта Ҡаҙағтандың бишләп эшҡыуары был предприятие менән франчайзанг килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
       Фән вәкилдәре өсөн дә бизнес - осрашыуҙар файҙалы булды. Ҡаҙағстан яғы нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә эшләү өсөн кадрҙар әҙерләү һорауы йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу белдерә. "Өфө дәүләт нефть техник университеты", "С. И. Кувыкин исемендәге
       Октябрьский нефть колледжы" Ҡаҙағстандың фән эшмәкәрҙәре менән уртаҡ эшмәкәрлек проекттары билдәләне. БР Фәндәр академияһының Фәнни - тикшеренеү технологик гербицидтар институты һәм ҠР Ауыл хужалығы минстрлығы араһында
       хеҙмәттәшлек перспективаларына юл һалынды.
       Республиканың шифахана - курорт учреждениелары тарафынан тәҡдим ителгән хеҙмәтләндереү ҙур популярлыҡ менән файҙаланыуын дауам итә. "Янғантау", "Красноусольск", "Йомата у" шифаханалары вәкилдәре лә һөйләшеүҙәрҙең ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләне.
       Ҡаҙағстан министрлыҡтары, Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиллеге, Астана хакимиәте вәкилдәре, Ҡаҙағстандың алдынғы
       компаниялары һәм башҡорт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" артында сауҙа - иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Б ашлыса алғанда, ике яҡлы үҙ - ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өлкәһендә эшләү Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың иҡтисади мөмкинселектәрен арттырыуға булышлыҡ итәсәге билдәләнде.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең делегацияның Астанаға
       сәфәре Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында электән килгән дуҫтарса мөнәсәбәте һаҡланыуын һәм нығыныуын, үҙ - ара файҙалы сауҙа - иҡтисади, фәнни - техник һәм мәҙәни
       хеҙмәттәшлектең киңәйеүен тағы бер тапҡыр раҫланы.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал