6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәнәт

Хаталар төнө барыһын да аңлатыр
20.02.06


       "Хаталар төнө" - 18 быуатта инглиз драматургы Оливер Голдсми т тарафынан яҙылған комедия шулай тип атала. "Добрячок" пьесаһы менән бер рәттән ул яҙыусыны вафатынан һуң булһа ла данға күмде. Голдсмит үҙе йәшәгән дәүерҙә "Хаталар төнөнөң" театраль уңышы иҫ киткес ҙур була, ә уның үҙәк образдары донъяның комедиялар репертуарында иң яҡшы ролдәр иҫәбенә
       ингән.
       Бөгөн, өс быуаттан һуң, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия рус драма театры сәхнәһендә "Хаталар төнө" шундай уҡ уңыш менән бара. Рәсәй академия театр сәнғәтенең режиссер факультетында бишенсе курста уҡыусы Уланбек Баялиевҡа комедияны бик актуаль тип һанай һәм уны үҙенең
       диплом эше итеп һайлай.
       Был спектаклдең ғәҙәти булмаған урындары етерлек. Тамашасы
       уның тексынан түгел, килеп тыуған хәлдән көлөргә тейеш. Хөрмәтле мистер Хардкаслдың йортонда йәш Марлоу һәм уның
       дуҫы Гастингс пәйҙә булғандан һуң ҡот осҡос буталсыҡ хәл килеп тыуа һәм ығы - зығы башлана. Хужаның үгәй улы Тониҙың шаяртыуы йортта йәшәүселәрҙең барлыҡ пландарын аҫтын өҫкә килтерә. Әммә төнгө алдау юлы менән кемдең кем икәнлеге, кемдең бәхеткә лайыҡ булыуы асыҡлана.
       Мөхәббәт һәм социаль тигеҙһеҙлек - мәңгелек темалар. Әммә тамашасыларҙы 18 быуатта яҙылған пьеса менән ғәжәпләндереүе еңел түгел. Һәм бына өфөлөләрҙең премьераны алҡыштарға күмеп ҡабул итеүе йәш режиссерҙың үҙ маҡсатына ирешеүе
       тураһында һөйләй.
       Әйткәндәй, театр етәкселеге Уланбекты осраҡлы рәүештә саҡырмай: уның һәләте алдан уҡ билдәле ине. Өсөнсө курс аҙағында Уланбек Баялиев "Һуңғы мөхәббәт" спектаклен ҡуя. ГИТИС профессураһы был эште бик йылы ҡабул итә. "Һуңғы
       мөхәббәт" спектакле Рәсәйҙең Халыҡ - ара театр мәктәптәре фестиваленә тәҡдим ителә һәм унда "Иң яҡшы спектакль" дипломына эә була.
       Театр эше профессионалдары Уландың структуралы фекер йөрөтөү, киңлектә эшләү һәләтен, артистар иһә - асыҡлығын, изге күңеллелеген, актерҙар менән аралаша белеүен билдәләй.
       Уландың таныуынса, "Хаталар төнө" актерҙар менән бергә ижад
       итеү һөҙөмтәһе.
       Театр артистары менән режиссер уртаҡ телде тиҙ таба, өҫтәүенә уларҙың күпселеге Уландан артыҡ йәш тә түгел: Рөстә м Ғайсин, Алена Филиппова, Дмитрий Шаронин, Дамир Кротов һәм
       башҡалар үткән йылда ғына Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Улар менән бергә комедияла театрҙың әйҙәүсе актерҙары - БР халыҡ артисы Владимир Абросимов, Валентина Гринькова, Әлфиә Кәшбуллина, БР атҡаҙанған артисткаһы Әлиә Ш әрипова, Олег Сальцын һәм башҡалар "хаталана". Ҡуйыусы рәссам - Юрий Гальперин, композитор - Эдуард Глейзер.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал