6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Хаҡтарға кире ҡайтып
20.02.06


       Өфө уңған хужабикәнең ҡамыры кеүек: ҡабарғандан ҡабара, яңы күп ҡатлы йорттар ҡалҡа, тотош биҫтәләр барлыҡҡа килә. Бер йылда 500 мең яңы квадрат метр төҙөү инде хыялдың сиге түгел , ә ысынбарлыҡтағы һандар. Һәр квартал һайын төҙөүселәр йөҙ меңдән ашыу квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшыра.
       Барыһы ла һәйбәт кеүек, әммә төҙөүселер әлегә өфөлөләрҙең
       торлаҡҡа булған ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә алмай. Ә халыҡтың аҡсаһы артыуын дауам итә. Шуға күрә беренсел торлаҡ
       баҙарында фатирҙарға хаҡ та ҡояшҡа ынтылған йорттар артынан
       тартыла...
       2005 йылда төҙөлөүсе торлаҡҡа хаҡ артыуы буйынса рекорд ҡуйылды тип әйтергә була. Уртаса алғанда Өфөлә яңы төҙөлгән йорттарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы йылына 4,7 мең һумға
       артты. Декабрҙә ҡалала "уртаса метрға" хаҡ яҡынса 23,3 мең
       һум тәшкил итте.
       Октябрь проспектында яңы төҙөлөүсе йорттарға хаҡ айырыуса
       артыуы һиҙелә. Әгәр 2005 йылдың ғинуарында унда бер квадрат
       метр 18,064 мең һум торһа ( район, ҡат, төҙөлөш материалдар ы, биҙәлешкә бәйле хаҡтар өс - дүрт мең сиктәрендә үҙгәрҙе), декабрь айында - был 6,82 мең һумға ҡыйбатыраҡ булды.
       Бер квадрат метрға хаҡтар Үҙәктә 5,22 мең һумға күтәрелде.
       Әммә йыл башына ла, аҙағына ла "квадратҡа" иң юғары хаҡ Өфөлә ҡалды - ярашлы рәүештә, 23,41 һәм 28,64 мең һум.
       Сипайлово биҫтәһендә йыл аҙағына яңы күсемһеҙ милек 6,26 мең һумға, йәки 24880 һумға тиклем ҡыйбатланды. Черниковкала
       яңы төҙөлгән йорттарҙа бер квадрат метр йыл аҙағында 22,817
       мең һумға баһаланды. Өфөнөң иҫке өлөшөндә ярайһы уҡ нормаль тип һаналған хаҡтар Йәшел сауҡалыҡта теркәлде - 12 а й эсендә торлаҡҡа хаҡтар 4,77 мең һумға - 23556 һумға тиклем артҡан.
       Ҡалаға тиклем юл йөрөргә ҡурҡмағандар иғтибарын Димгә йүнәлтә ала - унда бер квадратҡа хаҡтар 3867 һумға артып 20, 534 мең һум тәшкил иткән. Хаҡтар - түбәнерәк, сифат - шулай уҡ, уның ҡарауы быйыл һәм алдағы йылдарҙа Димдә төҙөлөш
       әүҙемләшәсәк - был Өфө властарының планында ла күҙәтелә. Ә инде ҙур төҙөлөш барған урында уңайлы транспорт селтәре лә,
       инфраструктураға ла иғтибар бирелә. Йәғни яҡын арала Димдең
       дә Сипайлово кеүек Өфөнөң элиталы районына әйләнеүе ихтимал .
       Быйылғы йылдың башы торлаҡ һатып алыусыларға бер ниндәй ҙ ә ҡыуаныс алып килмәне: хаҡтар тағы ла юғарыраҡ һикерҙе. Күсемһеҙ милектең икенсел баҙарынан айырмалы рәүештә (унда б ер квадрат метрға иң юғары хаҡ бүлмә һәм бер бүлмәле фатирҙарҙа теркәлә), беренсел баҙарҙа бер һәм өс бүлмәле фатирҙар юғары "баһалана". Ике бүлмәле фатир квадратураһы уртаса алғанда бер мең һумға арзаныраҡ тора.
       Әммә күсемһеҙ милек баҙары белгестәренең фекере буйынса, был сик түгел. Хаҡтар аҡрынлап булһа ла юғары күтәреләсәк. Төҙөлөүсе торлаҡты һатып алыуға әүҙем рәүештә кредит бирә башлаусы банкылар ҙа быға ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итә. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, элек ипотека буйынса икенсел торлаҡ ҡына алырға мөмкин ине. Электр энергияһына һәм газға,
       эҙемтә булараҡ - төҙөлөш материалдары һәм транспорт хеҙмәтләндереүенә хаҡтар артыуы ла яңы төҙөлгән йорттарға хаҡтың арзанайыуына йоғонто яһамаясаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал