6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Күргәҙмәлә иң яҡшылар ғына ҡатнашасаҡ
20.02.06


       Аграрийҙар өсөн бөгөн ҡыҙыу ваҡыт. Ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында йомғаҡлау коллегияһы үтте, унда тармаҡ эшсәндәре үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм 2006 йылға эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләне. Алда торған бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға ҙур иғтибар бирелә, әлбиттә. Ун алтынсы "Агрокомплекс - 2006" Халыҡ - ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылыуға ун көндән аҙыраҡ ваҡыт ҡалып барыуын да оноторға ярамай.
       "Агрокомплекс - 2006" - быйылғы йылда иң ҙур күргәҙмәләрҙ ең береһе һәм, әйткәндәй, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының
       2006 йылға тематик планына индерелгән берҙән - бер төбәк экспозицияһы. Ул федераль үҙәк тарафынан әүҙем рәүештә
       хуплап ҡаршы алына. Илдең малсылыҡ тармағында ҙур абруй менән файҙаланған Рәсәй һөт тармағы предприятиелары союзы ла Өфөнөң ауыл хужалығы форумына рәсми рәүештә ярҙам күрһәтә.
       Билдәле булыуынса, иң ҙур күләмдәге күргәҙмәләр үтеүсе Менделеев урамындағы күргәҙмә комплексының беренсе павильонында реконструкция башланды - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын "Башҡортостан" күргәҙмә комплексы яңырып ҡаршы аласаҡ. "Агрокомплекс - 2006" күргәҙмәһендә үҙ стендтарын ҡуйырға теләүселәр һаны беренсе павильон майҙанынан артыуына ҡарамаҫтан, ойоштороусылар ҡалған күргәҙмә майҙандарын эшләтмәҫкә ҡарар итте. Үҙенсәлекле эске тендер һөҙөмтәһендә улар тармаҡтың иң көслө вәкилдәренә генә ( сит илдәрҙән, Рәс әй, Украина, Белоруссиянан 150 - гә яҡын ҡатнашыусы) ауыл хужалығы ҡаҙаныштарының халыҡ - ара смотрында ҡатнашыуға мөмкинселек бирҙе, йәғни 2006 йылда "Агрокомплекс" сағыу,
       ҡыҙыҡлы, бай, ысын мәғәнәһендә эшлекле күргәҙмә булырға оҡшай.
       Бында ауыл хужалығы һәм агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге бар нескәлектәрендә яҡтыртыласаҡ: техника, ашлама, орлоҡ, агротехнологиялар, эшкәртеү ҡорамалдары, аҙыҡ - түлек һ. б. Башҡорт күргәҙмәләр компанияһы һәм "Башҡортостан" күргәҙмә к омплексы етәкселеге иғтибарын йәлеп итеүсе иң ҡыҙыҡлы өлөшө павильон алдындағы асыҡ майҙанда урынлашасаҡ - унда экспоненттар ауыл хужалығы техникаһы һәм малсылыҡ өсөн
       ҡорамалдар тәҡдим итә.
       БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов " БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә әйтеүенсә, "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында егерменән ашыу бизнес - план төҙөлгән, унда сусҡа
       үрсетеү комплекстары, мегафермалар ( мең баш һәм унан да күберәк һыйыр малы) төҙөү һәм реконструкциялау ҡаралған.
       - Башҡортостанда үҫешкән ауыл хужалығы предприятиелары
       байтаҡ, һәм улар яңы, алдынғы техника талап итә, ә күргәҙмә ­Ґ формалашыуы һәм буш урындарҙың булмауын иҫәпкә алғанда,
       тауар тәҡдим итеүселәр ҙә, ҡулланыусылар ҙа конструктив юҫыҡта эшләр, тип уйлайым, - тип билдәләне Фларис Шәйхетдинов.
       Халыҡ - ара махсуслаштырылған форумда Башҡортостандан "БашАГРО", "Башспирт", ""Башсельхозтехника", "Алексеевский" совхозы, "НефАЗ" һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ, үҙәк стендты республиканың Ауыл хужалығы министрлығы әҙерләй. "Агрокомплекс - 2006" йола буйынса экспозиция эше менән генә
       сикләнеп ҡалмаясаҡ - дүрт көн дауамында "Башҡортостанда" семинарҙар, "түңәрәк өҫтәлдәр" һәм конференциялар үтәсәк. Агропром белгестәре икмәк бешереү һәм кондитер ҡорамалдары, ауылдың техник тәьмин ителешендәге яңылыҡтар, ит сәнәғәте үҫеше перспективалары һәм башҡа һорауҙар тураһында уртаға һалып һөйләшергә йыйына. Программаның үҙәген "Агросәнәғәт
       комплексы үҫеше милли проектын тормошҡа ашырыу шарттарында Рәсәй төбәктәрендә агросәнәғәт етештереү перспективалары" ғилми - ғәмәли конференция биләйәсәге шик тыуҙырмай.
       Агрокомплекс - 2006" үҙ эшен 28 февралдә башлай һәм икенс е мартта тамамлаясаҡ. Программа сиктәрендә үтәсәк конкурстарҙарҙа еңеүселәрҙе наградлау ҙа ошо көнгә тәғәйенләнгән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал