6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Бәхетле билет артынан
17.02.06


       Үткән йылда республикала лотерея фанаттары ике миллиондан ашыу отош алған, улар араһында егерме өс машина һәм Мәскәүҙә өс фатирға эйә булыусылар ҙа бар. Быйыл иһә яҡташтарыбыҙ "десятка" машинаһы менән 50 мең отош алып та
       өлгөргән. Әйтеүҙәренсә, беҙҙең республика был йәһәттән бәхетле төбәк булараҡ билдәле. Беҙҙә йыш һәм ҙур күләмдә оталар икән, 2005 йылда, мәҫәлән, 90 миллион һумға яҡын отош
       алыуҙары билдәле.
       Лотереялар бар донъяла популяр. Ниңә икәнлеге һәр кемгә аңлашыла: ҡомар һәм даланлыҡҡа ышаныу милләткә ҡарап бирелмәй. Британия милли лотереяһында 30 миллионға яҡын кеше ҡатнаша. Американдар ҙа үҙ лотереяһын шул тиклем ярата,
       хатта уларҙың тыуған көндәрен дә билдәләй. Итальяндар уларҙ ан бер ҙә ҡалышмай.
       Рәсәйҙә тәүге лотереялар әле батша ваҡытында уҡ үткәрелгә н. Әммә Октябрь революцияһынан һуң Владимир Ленин "Лотерея
       халыҡтан аҡса һығыу ысулы" тип, был уйынды бөтөрөргә бойора . Һәм лотерея бары тик һуғыштан һуң ғына кире ҡайта. 1970 йы лға тиклем СССР - ҙа бары тик бер генә - аҡса - әйбер лотере яһы
       үткәрелә, уны союз республикаларҙың минфиндары ойоштора. Был классик типтағы лотерея: приздар билет номеры буйынса уйнатыла. Әммә ул бик популяр булмай, сәбәбе - реклама юҡлығы. Тираждар ҙа һирәк - кварталға бер тапҡыр үткәрелә. Ысын лотерея бумы Советтар Союзында 1970 йылда КПСС Үҙәк Ком итеты һәм Хөкүмәттең Спорткомитетҡа "Спортлото"
       үткәрергә рөхсәт биргән ҡарар ҡабул итеүенән һуң башлана.
       Әйткәндәй, "36 - нан 5" һан лотереяһы уйнатыу "49 - ҙан 6" уйынынан һуң барлыҡҡа килә.
       1976 йылда спорт лотереялары сиктәрендә тәүге тапҡыр шунд а уҡ уйнатыла торған "Спринт" (билетты асҡас уҡ уйын һөҙөмтә һе асыҡ була) лотереяһы, 80 - се йылдар уртаһында "Спортпрог ноз" лотереяһы барлыҡҡа килә - унда уйнаусыларға спорт ярышт ары һөҙөмтәһен күҙалларға тәҡдим ителә (әйткәндәй, ул бөгөн тергеҙелде). Әммә уйынсылар тиҙ арала еңеү ихтималлығы юғары
       булған система төҙөй, һәм отош күләме хәтһеҙ генә кәметелә. Аҡса - әйбер лотереяларын ДОСААФ та үткәрә. Унда автомобилдән башлап үтеккә тиклем барыһын да оторға мөмкин б ула.
       1991 йылда Рәсәй һәм союз структуралары араһында ҡаршы тороу башлана. Һуңынан, лотереяның табышлы бизнес икәнен аңлай башлағас, ә дәүләт монополияһы ул ваҡытта юҡҡа сыға ти п әйтергә мөмкин, лотереялар үткәреүгә лицензия биреү процес ы ҡыҙа. 1994 йылда лотерея хәрәкәте Гражданлыҡ кодексы менән нығытыла. Ошо мәлдән башлап Рәсәйҙә һәр кемгә тип әйтерлек лотерея булдырыу һәм үткәреү рөхсәт ителә.
       "Союзспортлотоның" берҙәм системаһы Рәсәй спортлотереялар ассоциацияһына әйләнә, унда бер нисә союз республикаһы ла инә. Милли фатирҙарға ҡасышҡандан һуң ул да юҡҡа сыға. Ҡомар империяһы ярсыҡтарының береһе "Рәсәй лотереялары" дәүләт компанияһы булып үҫешә. Әммә унан башҡа ла баҙарҙа тиҫтәләгән лотерея операторҙары барлыҡҡа килә - улар араһынд а береһе лә тулыһынса дәүләттеке булмай. Ғәҙеллек өсөн билеттар һатыуҙан спорттың ниндәйҙер күләмдә табыш алыуын билдәләргә кәрәк. 1999 йылға тиклем Минфин бөтә Рәсәй лотереялары үткәреүгә генә лә илленән ашыу рөхсәт бирҙе. Һәм
       хәҙер федераль исемлек ике тиҫтәгә тиклем ҡыҫҡарыуына
       ҡарамаҫтан, бөгөн һатыуҙа лотереяларҙың етмештән ашыу төрө бар.
       Бер ҡаты юйыла торған лотерея билеттарының иң ҙур коллекцияһы "Лото - сервис" компанияһы директоры Алексей Гончаровта йыйылғандыр, моғайын. Ул яңы сыҡҡан лотереяларҙың
       һәр береһендә бер тапҡыр булһа ла уйнап ҡарарға тырышҡан.
       Күптәр лотерея ойоштороу теләге менән яна. Әммә ҡомарлы
       коммерсанттарҙың бик һирәге генә лицензия алыу бәхетенә ирешә. Дәүләт элек тә был өлкәгә теләк белдереүсе һәр кемде индерергә ашыҡмай ине, ә "Лотереялар тураһында" закон ҡабул ителгәндән һуң инде был хәл тағы ла көсәйҙе, Рф Федерация Советы эксперттары баһалауынса, Рәсәйҙең лотерея күләме 1,5 - тән биш миллиардҡа тиклем барып етеүе һәм спорт, социаль өлкә һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса программаларҙы финанслауҙың бюджеттан тыш реаль сығанағына әйләнеүе мөмкин. Рәсәйҙең һаҡсыл Финанс министрлығы лотерея т армағының дөйөм йыллыҡ табышын 27 миллиардта баһалай.
       Хәйер, төбәк лотереяһының, әгәр ҙә тик хәйриә маҡсатында ғына үткәрелмәһә инде, мәғәнәһе юҡ. Уны, мәҫәлән, 2005 йыл аҙағында көйгә һалынған "Алтын ҡурай" БР төбәк дәүләт лотереяһы менән сағыштырып булмай: һуңғыһынан алынған
       табыштың ҙур өлөшө социаль программаларҙы финанслауға тәғәйенләнә.
       Дөрөҫөн әйткәндә, республикала лотерея билеттары һатыу пункттары етешмәгәне күҙгә ташлана. Ҡомарлы халыҡтың барыһы өсөн ни бары - ике йөҙ. Өфөлә улар алтмышҡа етә, уларҙың да өстән ике өлөшө һуңғы ун йылда барлыҡҡа килде. Белгестәр иҫәпләүенсә, лотерея үткәреү өсөн һәр 10 - 15 мең кешегә ошондай уҡ терминал кәрәк. Был оптималь нисбәт. Иҫәпләү бик ябай: билетты һатып алыуы еңел булған һайын уны һатып алыусылар ҙа күберәк буласаҡ. Ә был эш йәмәғәтселек өсөн файҙалы, сөнки дәүләт программалары өсөн аҡса бирә, уларҙың бер өлөшө тик лотерея иҫәбенә генә йәшәй ( "Еңеү көн ө" бөтә Рәсәй уйынын иҫкә төшөрөү ҙә етә). Һиҙгән булһағыҙ, баш ҡаланың лотерея селтәре тышҡы ҡиәфәтен тулыһынса тип әйтерлек үҙгәртте. Бәләкәй будкалар юҡҡа сыҡты - уларҙы бөтә ил өсөн Орджоникидзе ҡалаһындағы бер завод етештерә ине.
       Бөгөн әйберҙәр дефициты юҡ. Иң яҡшы бүләк - аҡса. Лотерея
       ойоштороусылар өсөн ике мөһим мәсьәләне билдәләргә мөмкин. Aepemqemән, ул абсолют намыҫлы һәм бик ышаныслы тигән тәьҫорат ҡалдырырға тейеш. Икенсенән, ул ысынлап та ҡомарлы булырға тейеш. Лотереялар үткәреү алымы буйынса уларҙың тиражлы (һан буйынса һәм электрон) һәм тиражһыҙға (тиҙ арала
       уйнатылған) бүленеүен әйтергә кәрәк. Тәүгеләре уйын аҙағынд а
       еңеүселәргә приз бирелеүен күҙаллай. Законға ярашлы, отош
       фонды билеттарҙың дөйөм хаҡының яртыһынан да кәм булырға
       тейеш түгел ( хәйриә ойошмаһы тарафынан үткәрелмәгән булһа,
       әлбиттә). Әммә икенсеһе, йәғни тиражһыҙы бөгөн күберәк
       таралған. Улар хыял һәм ысынбарлыҡ араһындағы сикте тиҙ арала юҡҡа сығара. Ғәҙәттә хаҡы - ун һумдан илле һумға тикле м тора, отош - 50 мең һумға тиклем барып етеүе мөмкин. Һәр билетҡа һаҡланыу йәһәтенән ҙур талаптар ҡуйыла.
       Лотереяларҙың тағы бер төрө бар. Уларҙың рәсми исеме юҡ, әммә белгестәр уны "лохотрон" тип атай. Был легаль булмаған, Финанс министрлығы йәки төбәк властары рөхсәтенән тыш ебәрелгән лотерея. Улар ҡайҙа ла уйнатылыуы мөмкин, отош фонды ҡаралмай. Бында инде һәр кем үҙ ҡомары өсөн үҙе яуаплы. Ҙур отош йәһәтенән үҙҙәренең борсолоуҙары менән уртаҡлашырға саҡырған кешеләребеҙҙең береһе лә "күренергә" т еләмәне. Киреһенсә - беҙ уларҙың көтөлмәгән реакцияһына тап булдыҡ. Шәхси тормошона ҡыҫылыуҙан сикләүҙе талап иткән ғаризалар ҙа килде хатта. Уның ҡарауы беҙ республикала йылын а ике ярым миллион кешенең уйнауын аныҡ беләбеҙ. Улар
       башлыса ҡала халҡы. Әйткәндәй, 1990 йыл менән сағыштырғанда
       лотерея фанаттары 25 (!) тапҡыр йышыраҡ ота башлаған. Күпселек өсөн уйын - ял итеүҙең мауыҡтырғыс төрө.
       Башҡаларына - аҡса эшләү ысулы.
       Иң иҫтәлекле осраҡ тураһында (Өфөлә йәшәүсе бер ғаиләнең тираж лотереяһында бер миллион доллар отоуынан тыш) ла белдем. 1996 йылдың ноябрь айында отставкалағы майор, өфөлө А. "Спортлотола" 276 миллион һум отҡан. Тейешле аҡсаны алған
       ваҡытта ул былай тип белдергән: "Мин быға бик оҙаҡ барҙым, система буйынса ун йыл уйнайым бит инде".
       Лотереяға бәйле даланлы кешеләргә ғәҙәттә көнләшеү тойғоһ о юҡ. "Ҙур отоштарҙы Хоҙай үҙе белеп ебәргән кеүек" тинеләр миңә. Һәм тағы ла: беҙҙең кешеләрҙең ҡулы еңел. Ғәҙәттә республикаға һәр тираж буйынса меңдән ашыу отош сыға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал