6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һәр кем хеҙмәтенә ҡарап билдәләнде
17.02.06


       Кисә Республика йортонда 76 кеше Рәсәй һәм Башҡортостандың ю ғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды, уларға бүләкте төбәк башлығы Мортаза Рәхимов тапшырҙы. "Һеҙҙең барығыҙҙы ла, һис шикһеҙ, юғары профессионал булыуығыҙ, гражданлыҡ ҡыйыулығы һәм Ватанға булған мөхәббәт берләштерә", - тип айырым билдәләне республика Президенты. - Нәҡ һеҙ төбәктең
       именлегенә иң ҙур өлөш индереүселәр, быйыл, республика өсөн
       иң уңышлы йылдарҙың береһендә награда алыуығыҙ айырыуса ҡыуаныслы хәл".
       Дәүләт идаралығы, сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән һәм мәғариф , һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - улар барыһы ла
       үҙ өлкәһендә, йә йәмәғәтселектә билдәле фигура. Әммә уларҙы ң
       фонында ла Рәсәй наградалары менән билдәләнгән ҡайһы бер
       шәхестәр айырылып тора. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ мэры Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән дүртенсе дәрәжә "Ватан ал дында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" орденына лайыҡ булды. Уның етәкселегендә ҙурлығы һәм үҫеше буйынса республикала икенсе урындағы ҡала Рәсәйҙең иң таҙа һәм төҙөкләндерелгән
       ҡалалары исемлегенә инде. Һәм унда йәшәүсе һәр кемдең ҙур ғорурлыҡ менән ер шарында үҙ ҡалаһынан да яҡшырағы юҡ тип белдереүе Стәрлетамаҡ башлығының ҡаҙаныштарын таныу түгелме ни Билдәле ауыр атлет һәм спортсы - инспектор Эдуар д Тюкин Мортаза Рәхимовтың ҡулынан ""Ватан алдында күрһәткән
       хеҙмәттәре өсөн" орденын алған ваҡытта Олимпиада - 2008 хужалары - ҡытайҙарға лайыҡлы яуап бирергә вәғәҙә бирҙе: "Бе р миҙал булһа ла беҙҙеке буласаҡ!"
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы Өфө мәктәбе уҡыусыһы Азамат Фахруллинға Рәсәйҙең юғары наградаһы - "Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалын тапшырғанда үҙенең ҡыуанысын йәшермәне. Үткән йылдың май айында һигеҙенсе синыф уҡыусыһы бер баланың янғын сыҡҡан балкондан фатир эсенә йүгереп инеүен күреп ҡала. 15 йәшлек үҫмер оҙаҡ уйлап тормайынса икенсе ҡатҡа күтәрелә, ҡото осоп аш - һыу бүлмәһендә йәшеренгән алты йәшлек Вадимды таба, утты һүндерергә тырышып ҡарай, әммә булдыра алмай. Азамат баланы еүеш одеялға төрә һәм балконға алып сыға, унан инде
       ергә төшөрә. Миҙалдан тыш, Мортаза Рәхимов уға үҙ исеменән ҡиммәтле фотоаппарат та бүләк итте.
       Ғалим - тикшеренеүселәр урамына ла байрам килде. "Энергия
       ресурстарын транспортлау проблемалары институты" дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Владимир Левин, Людмила Н овикова һәм Вадим Хангилдинға Рәсәй Федерацияһы
       Хөкүмәтенең 2004 йылда фән һәм техника өлкәһендәге
       премияһы тапшырылды. "Турбулентлыҡ режимында тиҙ химик процесстарҙың яңы технологияларын булдырыу һәм сәнәғәттә
       ҡулланыу өсөн" шундай уҡ награда "Каустик" ябыҡ акционерҙар  йәмғиәтенең баш инженеры Юрий Дмитриев һәм профессорҙар Вад им Захаров, Светлана Иванова һәм Юрий Монаковҡа
       тапшырылды. Республиканың гуманитар өлкәһе вәкилдәре лә Рәсәйҙең почетлы исемдәре менән билдәләнде. Башҡорт дәүләт у ниверситеты профессоры, кафедра мөдире Роберт Байымовҡа "Рәс әй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре" исеме бирелде, ул ҙур ғорурлыҡ менән "һуңғы 15 йыл эсендә тикшеренеү өлкәһендә беҙҙең ғалимдар үткән тулы бер быуат
       менән сағыштырғанда күберәк эш башҡарҙы" тип белдерҙе. ӨДАТУ профессоры Александр Заикоға "Рәсәй Федерацияһының атҡ аҙанған уйлап табыусыһы" тигән исем бирелде. "Башҡортостан" Дәүләт республика нәшриәте" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Анатолий Безрукавников һәм "Өфө дәүләт сәнғәт академияһы" федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы ректоры Ищмөхәмәт Ғәләүетдинов "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт йөҙөнән ҡурайҙа ла уйнап ишеттерҙе.
       "68 - се һанлы профессиональ лицейҙың" директор урынбаҫары
       Фоарис Зариповҡа "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән исем, ә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө
       ғилми үҙәгенең биология институты хеҙмәткәре Альберт Мулдашев һәм "Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы" хеҙмәткәре Татьяна Жирнова "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы" ти гән исемгә лайыҡ булды.
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдары менән "Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәге" директоры Амран Моратшин Салауат Юлаев ордены, "Берҙәм Рәсәй" бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты бүлеге белгесе Фәнис Сатаров "Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн" билдәһе менән наградланды.
       12 кешегә БР Почет грамоталары, тағы 43 кешегә тармаҡтар буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәр тигән хөрмәтле исемдәр бирелде.
       Уларҙың ҡайһы берҙәре айырыуса айырылып торҙо, сөнки улар өсөн " Башҡортостандың именлеге һәм сәскә атыуы" тигән һүҙҙәр ҙур мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, БР Почет грамотаһы менән наградланыусы "Кама автозаводы" асыҡ акционерҙар
       йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Анатолий Самаренковтың компанияһы бөгөн "НефАЗ" заводы акционеры булып тора, һәм бергәләп улар башҡорт автобустарының сифат
       һәм уңайлылыҡ буйынса Европа стандарттарына күтәрелеүенә иреште.
       Йәки миҫал өсөн "БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре" исеменә
       лайыҡ булған Өфө дәүләт циркы директоры Олег Михайлищевты а лайыҡ. Арена диаметры бар донъяла ла бер төрлө, әммә һуңғы й ылдарҙа нәҡ беҙҙең баш ҡала циркы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә сыҡты. Ә был демократик сәнғәтте беҙҙең киләсәккә өмөтөбөҙ - балалар баһалай.
       Һәм тағы ла бындай сараларҙа йыш булғанса, төбәк башлығы тантанала ҡатнашыусылар эшләүсе өлкәләрҙең барыһында ла күрһәткестәрҙе, теүәл һандарҙы белеүе, һәр предприятие һәм
       тармаҡ тураһында хәбәрҙар булыуы менән хайран ҡалдырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал