6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Масленников осто, Кургинян да "осто"...
17.02.06


       Башҡорт атлеттарының Олимпия уйындарында сығыштары тураһында һөйләгәндә айырыуса шатланырлыҡ сәбәп юҡ. 1000 метр араға ярышта шорт - трексыбыҙ Вячеслав Кургинян квалификация раундын да үтә алманы. Рәсәй икеалышсылары лидеры Сергей Масленниковтың команда ярыштарында ҙур трамплиндан тәүге һикереүе бик яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе, нәҡ ул беҙҙең егеттәрҙе өсөнсө урынға сығарҙы ла инде. Һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында артабанғы ярыштар бер аҙға кисектерелде. Кисә, икенсе һикереүҙә Масленников шулай уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, әммә рәсәйлеләр өсөнсө урындан юғарыраҡ күтәрелә алманы.
       Вячеслав Кургиняндың да киләһе ярышҡа квалификация үтергә
       мөмкинселеге бар ине. Уға 1500 метр дистанцияның көмөш призеры Ли - Хо Сук һәм имәндәй таҙа словак Матус Узак менән
       уҙышырға тура килде. Ярышта барыһын да тактика хәл итте. Ли
       - Хо Сук ышаныслы рәүештә беренсе, икенсе урында Узак барҙы . Һуңғы булып килеүсе Вячеслав Кургинян финишҡа етәрәк көндәштәренә һөжүмгә ташланды. Уға уңыш йылмайҙы тип тә әйтергә була ине, әммә словак ҡулын һуҙып Вячеславты алға үткәрмәне. Бындай осраҡта блок ҡуйыусыны йыш ҡына квалификациянан мәхрүм итәләр, әммә был юлы судьялар бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәне. Нисектер был беҙҙең хоккей дружинаһының матчын хәтерләтә, унда ла словактар беҙҙең команданы еңеүгә иреште, һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер уйынсылары с удтың эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
       Кургиняндың донъя спортын тетрәтергә мөмкинселеге һаҡлана
       әле. Алда уны 500 метрлыҡ дистанция көтә.
       Сергей Масленников ике тапҡыр бик алыҫҡа һикерҙе. Тәүгеһендә беҙҙең икеалышсы 136 ярым метрға осто, икенсеһендә лә башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтте - 132 ярым метр. Әммә команда буйынса партнерҙары
       өфөлөгә эйәрә алманы, 123 метрҙан да алыҫыраҡ осоусы булманы.
       Һөҙөмтәлә рәсәйлеләр Германия һәм Австрия командаларынан ҡала эстафетала өсөнсө булып стартҡа баҫа. Улар артынан бик көслө финдар сығасаҡ. Һуңғылары беҙҙең команданан 12 секундҡа ғына ҡалыша. Рәсәйлеләрҙең ныҡышлығына ғына өмөтләнергә ҡала инде, хәйер, уларҙың миҙал алыу
       мөмкинселеге бик ҙур булмауын танырға тура килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал