6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Наркоман сәләмәт тормош алып барырға саҡырған
17.02.06


       Сәләмәт тормош алып барырға өгөтләүсе, наркотиктарға ҡаршы ф онд ойоштороусы кеше үҙе бик күптән "энәлә ултырған" булып с ыҡты. Ул ғына ла түгел, ойошҡан енәйәтсел төркөм составында наркотиктар таратыу менән шөғөлләнеүе лә бик мөмкин. Был эште РФ наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм БР Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә.
       - 2004 йылда дүрт кеше - элекке наркомандар - наркотиктар ҙан баш тартырға һәм башҡаларға ла был бәләнән ҡотолорға ярҙ ам итергә була, - тип һөйләй РФ наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ма тбуғат хеҙмәткәре Александр Шутов. - Шулай итеп наркотикка б ойондороҡлоларҙы реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе "Таҙа то рмош" тип аталған хәйриә фонды барлыҡҡа килә. Әммә тиҙҙән на ркоманиянан ҡотолорға теләүселәрҙән тыш, был фонд менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡыҙыҡһына башлай.
       30 йәшлек Рөстәм, хәйриә фондын ойоштороусыларҙың береһе,
       ун йыл самаһы "энәлә ултыра". 2003 йылда наркотиктар менән араны өҙөргә ҡарар итә һәм хатта дауалау курсы ла үтә. Шунда уҡ тип әйтерлек наркотиктарға ҡаршы йәмәғәт фонды асыуҙа ҡатнашыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә. "Таҙа тормошто" ойоштороусылар наркотиктар тамуғын аша үткән кеше генә башҡаларға был яуыздан ҡотолорға ярҙам итә ала, тип белдерә.
       Рөстәм бер йыл самаһы наркотиктар ҡабул итеүҙән тыйылып тора, тик артабан барыһы ла элеккесә дауам итә. Ә тиҙҙән ир кеше көнөнә бер грамм героин ҡабул итмәйенсә тора алмай
       башлай. Героиндың бер грамы уртаса алғанда мең һум тора, Рөстәмдең наркотиктарға аҡсаһы етмәүе аңлашыла. Йәмәғәт фондына ҡыҫылышы булыуы уны хоҡуҡ һаҡлау органдары иғтибарынан азат итер, тип иҫәпләп, наркоман героинды күмәртәләп ҡайтарыу менән шөғөлләнеүсе ойошҡан енәйәтсел төркөм ағзаһына әйләнә. Шул уҡ ваҡытта наркотиктарға ҡаршы ойошторолған сараларҙа ҡатнашырға ла онотмай.
       - Фондтың ҡалған ойоштороусыларына коллегаларының наркотик ҡабул итеүе мәғлүм була, тик улар быға күҙ йомоп ҡарай, - ти Александр Шутов.
       Быйылғы йыл башында төркөм зарарһыҙландыра. Үҙенең язаһыҙ ҡалыуына ышанған Рөстәм бөгөн уны ни өсөн ҡулға алыуҙарын аңламауын белдерә. Героин ҡулланыуынан баш тартмай, әммә наркотиктар ҡайтарыу менән шөғөлләнеү фактын ҡ әтғи рәүештә кире ҡаға.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал