6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Мәктәптәрҙә ниндәй яңылыҡтар бар
16.02.06


       2005 йылда баш ҡаланың мәғариф системаһы өсөн әһәмиәтле в аҡиғалар етерлек булды: "2001 - 2005 йылдарҙа Өфөлә мәғариф үҫеше", "Мәғариф һәм сәләмәтлек" программаларын тормошҡа ашы рыу тамамланды, 2006 йылдан баш ҡала мәғарифын үҫтереүҙең 2006 - 2010 йылдарға яңы программаһы стартҡа
       баҫты.
       Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һөйләүенсә, һуңғы биш йылда мәғариф системаһында күп эш башҡарылған. Мәҫәлән, 2001 йылдан 2005 йылға тиклем
       республиканың баш ҡалаһында Ленин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе һәм Совет райондарында ете яңы мәктәп төҙөлгән,
       биш мәктәп (Киров районындағы 14, 19, 45 һәм 90 - сы һанлы мәктәптәр һәм Орджоникидзе районының 62 - се һанлы мәктәбе) реконструкция үткән.
       - Ҡаланың барлыҡ мәктәптәре лә башланғыс звенола дүрт йыллыҡ уҡытыуға күсте. Өҫтәүенә белем биреү учреждениеларында хәҙер беренсе сменала уҡыусыларҙың 73 проценты, 27 проценты икенсе сменала уҡый. Өсөнсө сменаны бөтөрҙөк, - тип билдәләне Баязитов. - Берҙәм дәүләт имтиханы на килгәндә, уның Өфөлә үткәрелә башлауына биш йыл. Бөгөн эксперимент барып сыҡты, тип ышаныс менән әйтергә була. Ҡәнәғәт булмаусылар ҙа бар, әлбиттә, әммә уҡыу йорттарының
       күпселеге берҙәм дәүләт имтиханына ыңғай ҡарашта. Өҫтәүенә уның һөҙөмтәләре буйынса мәктәп сығарылыусылары юғары уҡыу й орттарына уҡырға инә, баш ҡала уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр кү рһәтә. Баязитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө буйынса уртаса б алдар һәр ваҡыт республика кимәленән юғарыраҡ була. Мәҫәлән, 2005 йылда Өфө мәктәптәре сығарылыусылары Рәсәйҙә берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса математика һәм физика фәндәренән белемдәре яҡшы булыуы
       менән айырылып торған.
       Уҡытыусыларға килгәндә, уларҙың үҙ имтихандары. Мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин быйыл конкурстарға 700 - ҙән ашыу педагог йәлеп ителеүе, педагогик оҫталыҡ
       буйынса 23 ҡала конкурсы үткәрелеүе тураһында хәтергә
       төшөрҙө.
       Тыуған телде белеү мотлаҡ. Ата - әсәләр һәм уҡытыусылар ғ ына түгел, уҡыусылар үҙҙәре лә ошондай фекер яҡлы. Һәм быға ғәжәпләнергә лә түгел - ҡала мәктәптәрендә алтмыштан ашыу милләт балалары белем ала. Икенсеһе мөһим - уларға тыуған телде өйрәнеү, үҙ халҡыңдың мәҙәниәт һәм йолаларын белеү мөмкинселеген булдырыу. Был маҡсатта мәғариф системаһында ты уған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыуҙы фәнни - методик һәм кадрҙар менән тәьмин итеү, уҡыусыларҙы халыҡтарҙың үҙенсәлекле йола һәм ғөрөф - ғәҙәттәрен өйрәнеүгә йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Мәҫәлән, Өфөлә уңышлы эшләп килеүсе 13 йәкшәмбе милли мәктәбендә уҡытыу рус, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла. Шулай уҡ Өфөлә башҡа милләт вәкилдәре өсөн мәктәптәр асылған.
       Сынтимер Баязитов яңы уҡыу йылынан башлап мәктәптәрҙә башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт телдәре булараҡ өйрәнеү уҡыу
       программалары тарафынан регламентланасығын айырым һыҙыҡ өҫт өнә алып билдәләне. Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт
       күләмендә уҡытыласаҡ.
       Ата - әсәләр ғәҙәттә балаларының мәктәптәге эштәренән сит тә ҡалмай, тик шулай ҙа... Улар баланың педагогын йөҙгә таны п белеү генә түгел, тәрбиәләү эшендә әүҙем ҡатнашырға бурыслы,
       тип һанай Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Бының өсөн 2005 йылдың декабрь айында ҡалала ата - әсәләр
       конференцияһы үткәрелде.
       - Бындай аралашыу формалары ҡала кимәлендә генә сикләнмәй.
       Беҙҙең конференция республика һәм Рәсәй акциялары өсөн башланғыс этап ролен үтәй, - ти Баязитов.
       Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар 2005 йылдың декабрендә мәғариф идаралығы тарафынан үҫмерҙәрҙең мәктәп то рмошоноң төрлө аспекттары тураһындағы фекерҙәрен асыҡлау ниә те менән анкета үткәрелеүе менән дә ҡыҙыҡһынды.
       - Анкетала Өфөнөң ете районынан 39 мәктәп, дөйөм алғанда
       1861 уҡыусы ҡатнашты, уларҙың 45,5 проценты малайҙар, 55, 5
       проценты - ҡыҙҙар, - тип аңлатма бирҙе Азамат Сәйфуллин. - Анкета йомғаҡтарына ҡарағанда, уҡыусыларҙың 60 процент тирәһе үҙенең синыф етәксеһен юғары баһалай, балаларҙың яртыһы тип әйтерлек мәғариф системаһына ниндәйҙер киҫкен үҙгәрештәр индерергә теләр ине. Йыш ҡына уҡыусылар класс йәки спорт залына ремонт үткәреүҙе һорай. Был ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тәжрибә тип әйтер инем: балалар уҡыусыларға баһа ҡуя һәм был эште яҡшы ғына башҡара. Уҡыусыларҙың тауыштары һәм фекерҙәре мөһим роль уйнай, шуға күрә 2006 йылда мәғариф системаһында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн анкета үткәреү тәжрибәһе дауам ителәсәк. Тик бы л юлы беҙ инде быға барлыҡ мәктәптәрҙе лә йәлеп итәсәкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал