6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Башҡортостан суперлига клубынан яҙыуы ихтимал
16.02.06


       Рәсәй волейбол суперлигаһының "Нефтехимик" (Салауат) клубы
       ауырлыҡтар кисерә. Сезон аҙағында "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте (клубтың төп бағымсыһы) командаға бүленгән йыллыҡ бюджеттың алтынан бер өлөшөн ҡыҫҡартырға ҡарар итте. Был хәтһеҙ генә сумма "Нефтехимиктың" сезонды тамамлай һәм уйынсылар менән иҫәп - хисапты өҙә алмауына килтереүе мөмкин. Март айында команданың бөтөнләй ярыштарҙан да алыныуы ихтимал.
       Журналистарға был хәбәрҙе "Нефтехимик" волейбол клубы рәйесе һәм төп тренеры Валерий Багметов еткерҙе. Хәл бик етд и, тип белдерҙе ул. Сөнки суперлига клубы ҡеүәтле бағымсы ярҙамынан тыш йәшәй алмай.
       Был "Нефтехимиктың" финансҡа бәйле тәүге проблемаһы түгел . Үткән чемпионат аҙағында команда илдең иң көслө дивизионын а квалификацияланғас та клубтың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалды. Һуңынан нисектер аҡса табырға мөмкинселек барлыҡҡа килде һәм Салауат ҡалаһы коллективы спорттың уйын төрҙәре буйынса илдең иң көслө лигаларында Башҡортостан Республикаһының дүртенсе вәкиленә әйләнде. Команда "Салауат Юлаев" хоккей клубы, "Нефтяник Башҡортостана" - волейбол һәм "Алиса" - гандбол клубы менән бер рәткә баҫты.
       "Нефтехимиктың" иң көслө суперлигала тәүге сығыштары
       артыҡ сағыуҙан булманы һәм ул әлеге ваҡытта Рәсәйҙең элитал ы дивизионында урынын һаҡлап ҡалырға тырыша. Бының өсөн
       ҡалған дүрт уйында мөмкин тиклем күберәк мәрәй тупларға кәрәк.
       Әлегә команда дүрт еңеү менән ун ике коллектив араһында унынсы урын биләй. Хәйер, улар плей - оффта урын алырға ла дәғүә итә алыр ине, әммә сентябрь айында килергә тейеш булға н Куба егеттәренең декабрҙә генә килә алыуы быға ҡамасауланы . Легионерҙар килгәс, Багметовтың коллективы бик көслө коман да һаналған "Искраны" ла (Одинцово) еңеүгә өлгәште.
       Ағымдағы йылда Салауат командаһы волейболсылары йыш ҡына төрлө уңышһыҙлыҡтарға осраны. Күп тапҡыр еңеү
       мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырған саҡтар булды. Әммә бөгөнгө, финанс уңышһыҙлығы һуңғыһы булыуы ла ихтимал, ул саҡта Башҡортостан суперлига клубынан яҙыуы көн кеүек асыҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал