6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Максим Чудов ярыштар тураһында
16.02.06


       Башҡортостан вәкиле дүртйыллыҡ уйындарында еңеү мөмкинселеген тағы ҡулынан ысҡындырҙы. Максим Чудов үҙенең я ратҡан аралығы, ун километрға спринтерҙер уҙышында ни бары у нынсы һөҙөмтә күрһәтеүгә иреште.
       Үткән 20 километрға уҙышта Максимдың өсөнсө һәм дүртенсе рубежда уңышһыҙ атыуы бәкәлгә һуҡһа, был юлы рәсәйле тиҙлек йәһәтенән көсһөҙлөгөн күрһәтте. Һөҙөмтәлә Максим унынсы һәм лидерҙан бер минут һәм туғыҙ секундҡа артта ҡалды.
       Рәсәй спортсылары араһында иң яҡшы күрһәткес - Иван Черезовта, ул лидерҙан 57 секундҡа артта ҡалып, финишҡа
       алтынсы булып килде. Йыйылма команданың тағы ике вәкиле Николай Кругов һәм Сергей Чепиков еңеүсенән ике минутҡа артта ҡалып килде. Улар тураһында спортсылар спринтта күрһәтелгән ваҡыт буйынса эҙәрлекләү уҙышында миҙал өсөн көрәшеү мөмкинселеген юғалтты тип әйтергә була.
       Максимдың фиништан һуң биргән комментарийҙары төрлөрәк
       яңғырай, әммә шулай ҙа беҙ киләһе стартҡа ул мөмкин тиклем нығыраҡ әҙерләнеп сығыр тип ышанабыҙ. Әлегә иһә уның әйткән һүҙҙәре менән таныштырабыҙ.
       Тәүге версия. Рәсәй телекомментаторҙарына Максим түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
       - Мин был уйындарҙа миҙал алырға уйламаным да. Күнекмә ваҡытындағы кеүек ярыштым. Ниңә мине олимпия өмөтө тип һананылар Был сезонда донъя кубогы этаптарында яҡшы сығыш я һағанғалыр, моғайын.
       Икенсе версия
       Уҙыш тамамланғас, Чудов "Спорт" телеканалы хәбәрсеһенә былай тине:
       - Финишҡа етәрәк хәлем бөттө, аяҡтар ҡороша башланы, кислород етмәүе һиҙелде. Үргә күтәрелеү бик ҡыйын булды.
       Өсөнсө версия
       "Советский спортта" түбәндәге комментарий баҫылды:
       - Мин быны бер нисек тә аңлата алмайым. Бер йыл элек олимпия алдындағы аҙнала һуңғы рубеждан ике штраф, 13 - сө ваҡыт менән китеп 16 - сы булып финишҡа килдем. Бөгөн иһә бар көсөмдө һалһам да тиҙерәк шыуыу килеп сыҡманы. Бер минутҡа артта килдем! Сәпкә яҙа атмайынса! Кубок этабында бындай күрһәткес менән еңергә тейеш булыр инем.
       Дүртенсе версия
       "Новости" мәғлүмәт агентлығы Чудовтың түбәндәге һүҙҙәрен килтерҙе:
       - Үҙемде бик хәлһеҙ тойҙом, ярыш миңә бик ҡатмарлы бирелд е. Шәхси уҙыштан һуң ике көн үтһә лә аҙағына тиклем элекке
       хәлемә ҡайтып өлгөрмәнем.
       Дөрөҫ версия
       Биатлонсының түбәндә бирелгән һүҙҙәре беҙгә барыһынан да нығыраҡ оҡшаны:
       - Эҙәрлекләү ярышында барыһы ла күпкә яҡшыраҡ булырға тейеш. Был трассала лидерҙар менән көрәшергә мөмкин, тип уйлайым. Бындағы бейеклектә күптәрҙең хәле бөтә, бына бөгөн
       минең кеүек.
       Беҙҙең версия
       Эҙәрлекләү уҙышы 18 февралдә үтәсәк. Спортсыларға 12 ярым
       километр үтергә һәм өс ут рубежын яуларға кәрәк. Беренсе булып дистанцияға спринтта еңеүсе Свен Фишер сыға, һигеҙ секундтан - Хавлард Ханеволд, артабан Фроде Андерсен. Черезо в һәм Чудов ун ике көслө спортсынан торған төркөмдә сығыш яһаясаҡ. Ҡырҡ өс секунд дауамында лидерҙар артынан Винсент Д ефранс, Рикко Гросс, Рафаэль Пуаре һәм Оле Эйнар Бьорндален кеүек көслө эҙәрлекләүселәр ташланасаҡ.
       Миҙалға дәғүә итеү өсөн Чудовҡа өс лидерҙы эҙәрлекләүселә р араһында нығынырға, сифатлы итеп атырға, алда йүгереүселәр ҙең хата ебәреүен файҙаланырға һәм көслө конкуренттарҙан арт та ҡалмаҫҡа кәрәк буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал