6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Электр эштәре оҫтаһы
16.02.06


       Өфөнөң хөрмәтле кешеләре араһында Нур Сәхәүетдин улы Чураев та бар ( ул 1912 йылдың 15 февралендә донъяға килә). Был юғары исемгә нимә өсөн лайыҡ булған ул Ул бит һәр кемгә
       түгел, ә ҡала именлегенә ҙур өлөш индергәндәргә генә, билдә ле ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Почетлы гражданин булыр өсөн
       ғүмереңде Мостай Кәрим, Муса Гәрәев, Заһир Исмәғилев кеүек итеп йәшәргә кәрәк.
       Нур Чураев бар ғүмерен тип әйтерлек электр энергетикаһы өлкәһендә эшләй. Һәм һөнәрен дә осраҡлы ғына һайламай. 1927 йылда уның тыуған Кушнарен районында тәүге электр станцияһы,
       "Башҡорт Шатуркаһы" эшләй башлай. Электр лампалары балҡый. Тирә - яҡта дүрт электрлаштырылған тирмән, ағас ҡырҡыу заводы гөрләп эшләй башлай. Шул саҡта Нур ҡәтғи ҡарарға килә : "кешеләргә яҡтылыҡ бирәсәкмен". Һәм үҙ һүҙендә тора, шул йылда уҡ Өфөгә юллана, училищеның электр техник бүлегенә уҡырға инә.
       Ҙур теләк менән белем ала Нур. Уҡыуын тамамлағас эш урынын
       да оҙаҡ эҙләргә тура килмәй, училишенан алыҫ түгел электр станцияһына урынлаша.
       - Станцияла беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар. Иллеләп кеше эшләй ине ул ваҡытта, беҙҙе кесе туғандары кеүек күреп ҡабул
       иттеләр, тиһәм бер ҙә арттырыу булмаҫ... - тип хәтерләй Нур Сәхәүетдин улы.
       Артабан Нурҙың тормошонда электр - машиналар төҙөү институты була. Унда ике йыл уҡығандан һуң, 33 - сө йылда ег ет Ҡыҙыл Армия сафына алына. Вуздың йөҫ студентынан икәүһен генә авиацияға һайлайҙар. Шулай итеп Нур Азов диңгеҙе эргәһендә урынлашҡан диңгеҙ осоусыларының Ейск мәктәбенә барып эләгә.
       Һуңынан тағы ла Өфө. Нур "Электроснабтрестҡа" технорук булып эшкә урынлаша.
       1936 йылдың көҙөнә ҡаланың энергияға мохтажлығы арта. Бына шул ваҡытта йәш электрик тәүге тәҡдиме менән сығыш яһай ҙа инде. Ул 22 киловаттлы юғары вольтлы линияларҙың береһен 35 киловаттҡа күсерергә кәңәш бирә. Был электр энергияһын ҡулланыуҙы ике тапҡыр тип әйтерлек арттырырға мөмкинселек бирә. Тәҡдиме өсөн Нур Сәхәүетдинов 500 һум менән бүләкләнә (ваҡыты өсөн ҙур аҡса) һәм Ленинград политехник институтына йүнәлтмә ала.
       1937 йылда имтихандарҙы тик "отлично" билдәләренә биреп,
       уҡырға инә. Дүрт курсты ла бик яҡшы тамамлай, Молотов исемендәге стипендияға лайыҡ була.
       Һуғыш башлана. Нур Сәхәүетдин улы үҙ теләге менән фронтҡа
       китә. Ленинград фронтында пехотала хеҙмәт итә. Бик ҡаты йәрәхәтләнә һәм контузия ала.
       1942 йылдың июнь айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Совнаркомда уның ҡайтҡанын ишетеп эшкә саҡыралар. Инспектор - контролер, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1946 йылда Ленинград институтында һуңғы курсын уҡып бөтә һәм "Юғары көсөргәнеш техникаһы" темаһына диплом яҡлай. Уны кафедрала ла ҡалдырырға теләйҙәр, әммә Башҡортостан Чураевты кире ҡайтарып ала. Ул "Өфөэнерго" предприятиеһына б аш инженер, һуңынан Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры
       итеп тәғәйенләнә. Бер ваҡыт уны партия обкомына саҡыртып алалар һәм бөгөн "Прогресс" тип аталған ябыҡ заводҡа директо р вазифаһын тәҡдим итәләр. "Донъя стандарттарынан юғарыраҡ продукция етештерелә ине, - тип ғорурлыҡ менән хәтерләй Чураев. - Әммә үҙ һөнәрем буйынса эшләгем килде".
       Һәм Нур Сәхәүетдин улы 1963 йылдан 1979 йылға тиклем
       үҙенең туған коллективында тир түгә. Өфө халҡы, предприятие лар электр энергияһына мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләй. Егерме йыл ҡала советы депутаты була, төҙөкләндереү һәм коммуналь хужалыҡ буйынса комиссияға етәкселек итә.
       Уның хеҙмәте юғары баһалана: "РСФСР - ҙың атҡаҙанған энергетигы", "Энергетика һәм электрификация отличнигы" исемдәренә лайыҡ була, өс орден, ун дүрт миҙал менән наградлана.
       Нур Сәхәүетдин улы 1999 йылдың 19 февралендә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал