6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Тауарлата түлә, әммә саманан аштырма
15.02.06


       Эш хаҡына ғына йәшәһәң ярар ине! Билдәле кино фразаһына яуап итеп кемдер "Хоҙай ҡушмаһын!" тиер, моғайын.Ә икенсеһе:
       Шат булыр инем дә ул, түләмәйҙәр!" - тип әйтер. Һәм һуңғыла ры аҙ түгел. БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйын са, 2006 йылдың беренсе ғинуарына эш хаҡы буйынса бурыс 118 миллион тирәһе тәшкил иткән.
       - Был тик Рәсәйҙең генә проблемаһы, миңә был темаға һөйлә үе лә оят, - тип белдерҙе журналистар менән осрашҡан ваҡытта
       БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин . - Эш хаҡын күтәреү өсөн көрәшер урынына намыҫһыҙ хужаларҙан бурыстарҙы түләтеүгә көс түгәбеҙ.
       Әйткәндәй, беҙҙә лә эш хаҡын күтәреү көрәш бара, дөрөҫ, әлегә ул йәшәү минимумынан түбән эш хаҡы алыусыларға ғына ҡағыла.
       - Бөгөнгө көнгә республикала йәшәү минимумының күләме эшкә һәләтле кеше өсөн 2621 һум тәшкил итә, ә иң бәләкәй эш хаҡы - 920 һум, - ти БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Виктор Силантьев.
       Әммә инспекторҙар өсөн төп бурыс булып бөгөн дә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү факттарын асыҡлау ҡала. 2005 йылда был маҡсатта үткәрелгән 1100 тикшереү һөҙөмтәһендә 30 меңдән ашыу хеҙмәткәр, ниһайәт, үҙенең эш хаҡына ҡулына алды , дөйөм алғанда ул 125 миллион һум тирәһе тәшкил итә.
       - Бурыслыларҙың төп өлөшө федераль үҙәккә буйһоноусы предприятиелар булыу сәбәпле (мәҫәлән, "Авангард" федераль дәүләт унитар предприятиеһы, "Күмертау авиация етештереү пре дприятиеһы), эш хаҡы буйынса бурыстар проблемаһын хәл итеүе ауырыраҡ, - ти Виктор Силантьев. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҡарата язалау саралары күреү, әйтәйек, банкротлыҡ процедураһын башлау ҡатмарлыраҡ.
       Практика күрһәтеүенсә, намыҫһыҙ етәксегә ҡарата сара күрергә мөмкин, әммә яза уның ҡылған эшенә йыш ҡына тап килмәй. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, эш хаҡы өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны үҙ файҙаһына тотоноп, ғаилә хужаларын айҙар буйына эш хаҡы көтөргә мәжбүр иткән етәксе өсөн 1100 һум штраф нимә ул БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәте буйынса, бөгөн уртаса штраф нәҡ ошо күләмдә һалына. Үткән йылда 494 етәксе ошондай язаға тарттырылған, бик һирәктәренә ҡарата ҡатыраҡ сара күрелгән. Мәҫәлән, эш хаҡын ваҡытында түләмәү фактында икенсе тапҡыр тотолған хужа бер йылға
       квалификацияһынан мәхрүм ителә. Тағы ике кешегә ҡарата 145 - се статья - "Эш хаҡын түләмәү" - буйынса прокуратурала енә йәт эше асыла: уларҙы инде күпкә ҙурыраҡ штрафтар, квалификациянан мәхрүм итеү һәм, бәлки, колонияла холоҡ төҙәтеү көтә.
       - Эш хаҡын тотҡарлау факттары буйынса енәйәт эше асыуға ирешеүе еңел түгел, - тип таный Виктор Силантьев. - Уның ҡарауы ҡайһы ваҡытта етәксене бер аҙ ҡурҡытып алыу ҙа
       етә - шунда уҡ уның аҡсаһы ла табыла. Ғәҙәттә был эшҡыуарҙарға ҡағыла.
       Ҡайһы бер хужалар хеҙмәткәрҙәре менән натуралата иҫәп - хисап яһай ( етештерелгән продукция йәки сеймал менән). Нигеҙҙә бындай алым аграр тармаҡта файҙалана. БР Дәүләт
       хеҙмәт инспекцияһы башлығы билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡы буйынса халыҡ - ара конвенция ҡайһы бер осраҡтарҙа ялланып эшләүселәр менән тауарлата иҫәпләшеүҙе рөхсәт итә. Спиртлы
       продукция, шартлау хәүефе булған һ. б. ҡайһы бер тауар менә н түләү тыйыла. Ҡалған осраҡтарҙа хужа эш хаҡының бер өлөшөн продукция менән бирергә хоҡуҡлы. Әммә бының өсөн: а) хеҙмәткәр риза булырға тейеш, б) был осраҡта тауар баҙар хаҡы менән баһаланмай, в) "натура" иҫәпләнгән эш хаҡының 20 процентынан да артығыраҡ булырға тейеш түгел.
       - Эшсе тауарлата күберәк алырға ризалыҡ белдергән хәлдә л ә был етәксе тарафынан ҡағиҙә боҙоу булып һанала, - тип
       билдәләне Виктор Силантьев.
       Хеҙмәт буйынса инспекторҙар һәм профсоюздарҙың башын
       ауырттырған тағы бер етди проблема - "һоро" эш хаҡы. "Конве рт эсендә" түләү менән кесе предприятиеларҙың яртыһы тип әйтерлек булыша.
       - Был йәһәттән эш етерлек, - тип таный Виктор Силантьев. - Һәм ошондай хәл бөгөн тотош Рәсәй буйынса күҙәтелә.
       Эш хаҡы буйынса бурыстарға килгәндә, бында эшселәр һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлаусылар бер яҡлы булып эш итһә, "конвертта" бирелгән аҡсаға зарланыусылар юҡ тип әйтерлек. Ә
       бит бындай фирма директорҙары һалым органдарын алдап, үҙ ҡул аҫтындағыларҙы ла һуңғы сиратта тишек кәмәгә ултырта.
       - Кешеләр бөгөнгө көн менән йәшәй: әлеге ваҡытта ҡулда аҡ са бар - шул етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күптәребеҙ аңламай йәки рәсми рәүештә иҫәпләнгән эш хаҡы киләсәктә пенсия күләменең күпме булыуына йоғонто яһауына артыҡ еңел ҡарай, - тип, уйла п
       эш итергә саҡыра бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ. - Кешеләр беҙгә
       шеф менән дуҫлыҡтары өҙөлгәс, рәсми иҫәпләнгән эш хаҡы ала
       башлағас ҡына килә. Әммә бында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал