6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Беҙҙә бал да тәмле, һыйырҙар ҙа күп
15.02.06


       Беҙҙең республика бал һәм нефть менән генә дан тотмай. Һыйыр
       малы һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе, һөт етештереү буйынса икенсе һәм ҡош - ҡорт һаны буйынса бишенсе урында бара. Үткән йыл йомғаҡтары һәм быйыл тармаҡ а лдында торған бурыстарға арналған коллегияла БР ауыл хужалығы министры Григорйи Горобец ошондай мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
       Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре тулайым төбәк продуктының туғыҙҙан бер өлөшөн булдыра, тине Григорий Горобец. Үткән йылда ауыл хужалығы тармағы продукцияһы күләме бөгөнгө хаҡтар буйынса иҫәпләгәндә 62 миллиард һум тәшкил иткән. Рентабеллеккә килгәндә, урындағы агросәнәғәтселәр уны 9,4 процент кимәленә сығарған - тармаҡт а көтөлгән килем 113 миллион һум менән баһалана. 2005 йылда эш хаҡы буйынса бурыстарҙың яртыһынан күберәге түләнгән - ау ыл хужалығы индустрияһында тир түгеүселәргә бурыстың 55 проценты, йәки 12,9 миллион һум түләнгән. Республиканың 26 районы яңы йылды эш хаҡы буйынса бурыстарһыҙ ҡаршы алыуын әй теп үтергә кәрәк.
       Ауыл хужалығы эшсәндәре тығыҙ режимда эшләүен дауам итә.
       Мәҫәлән, 2005 йылда тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереү бер эшсегә 160 мең һум тирәһе тәшкил иткән, ә 23 башҡорт районы был күрһәткесте арттырып та ебәргән. Бер йыл элек булған кеүек үк, юғары күрһәткестәр Өфө (344 мең һум), Благовещен ( 339), Туймазы (297), Саҡмағош ( 285) һәм Стәрлетамаҡ (272) райондарында күҙәтелә. Ә бына Асҡын, Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр хужалыҡтарында бер эшсегә 40 мең һумдан кәмерәк продукция етештерелгән.
       Башҡортостан үҫемлекселәре үҙ продукцияһын һатыуҙан төбәккә 778 миллион һум килем өҫтәне. Был тармаҡ - агросәнәғәт комплексында иң көслөләрҙең береһе, Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла үҫемлекселек продукцияһы етештереү табышлы эшләй.
       Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, малсылыҡ өлкәһендә лә барыһы ла тәртиптә: һыйыр малы, һарыҡ һәм кәзәләр һаны яңы йыл байрамдарына былтырғы йыл кимәлендә һаҡланған, өҫтәүенә ауыл хужалығы малдарының продуктлығы ла һиҙелерлек артҡан. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр был тармаҡта килем алынды, тип билдәләнеләр коллегияла - ул 166 миллион һум тәшкил итә. Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Саҡмағош районы эшсәндәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, Хәйбулла һәм Нуриман р айоны малсылары ла яҡшы ғына эшләй, уларҙы Борай, Благовар, Туймазы һәм башҡа ҡайһы бер райондарға өлгө итеп ҡуйырға мөмкин булыр ине.
       Хәҙер буласаҡ икмәк тураһында. Эт йылына ауыл эшсәндәре 3686 мең гектарҙа сәсеү эштәре үткәрергә планлаштыра. Төп фондта 341 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо үҙенең ваҡытын көтә.
       Баҫыу эштәренең үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуы орлоҡ материалына ғына түгел, ауыл хужалығы техникаһы торошона ла бәйле, әлбиттә.
       - Саҡмағош, Шишмә һәм Илеш райондарында үткән республика семинарҙарында ауыл хужалығы оҫтаханаларында һәм ремонт предприятиеларында күрһәтелгән ауыл хужалығы техникаһына ҡышҡы ремонт үткәреү тәжрибәһен тейешенсә файҙаланмайбыҙ, - тип борсола Григорий Горобец. Ул шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә техниканы сәсеү эштәренә әҙерлек барышына күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы тураһында ла әйтеп үтте. "Башсельхозтехникаға" 55,6 миллион һум күләмендә бюджет кредиты бүленгән, был аҡса ауыл хужалығы машиналарын махсуслаштырылған ремонт предприятиеларында капиталь ремонтлауға тотоноласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал